29 июн. 2012 г.

Яңы китап сыҡты

Муллаҡай шәхесе тураһында


Ислам тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы һөйөндөрөп тағы бер китап донъя күрҙе. Шәйех Ғ.Сәиди исемендәге мәсеттең имам-хатибы Ғариф хажи Ғабдрахмандың “Муллаҡай шәйехе Ғабдулла ишан” тип аталған ғилми йыйынтығы Рәсәй Ислам университетының Ғалимдар советы ҡарары менән баҫылған. Унда шәйехтең тормош юлы, ҡыҙыҡлы сюжеттар һүрәтләнә, яңы яҙма сығанаҡтар менән Остазды үҙ күҙҙәре менән күреүселәрҙең һөйләгәндәре лә  индерелгән.
 

Йыйынтыҡтың төп рецензенты – филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы академигы Ғайса Хөсәйенов “Бәхәсһеҙ, ғилми китап” исемле баш һүҙҙә былай тип яҙа:
 
“Автор Өфө, Ырымбур, Бохара тарихи архивтарында табылған материалдар, шулай уҡ бүтән архив документтары менән оҫта эш итә. Ул башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдиндең “Аҫар” энциклопедик хеҙмәтендә бығаса өйрәнелмәгән һәм заманында башҡорт халҡының ғына түгел,  ә бөтә төрки халыҡтарының ғорурлығы булған имамдар тураһында ҡулъяҙма көйө һаҡланған уникаль материалдар таба.
 
Ә йыйынтыҡҡа ингән шәйехтәр сылбырының шәжәрәләре һәм Ғабдулла ишан Нурмөхәммәтовтың шәжәрәһенең тиңе юҡ. Ғариф хәҙрәт Ғабдрахмандың был эшен ҙур ғилми хеҙмәт, тип баһалар инем.
 
Әлбиттә, автор Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлаусы тарихи шәхестәр тураһында әҙ мәғлүмәт килтерә. Әммә был яҙыҡ түгел тип һанайым, сөнки уның төп маҡсаты – уҡыусыларға шәйех Ғабдулла Сәиди ишандың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында тарихты еткереү... Бөгөнгө көндә мосолмандарҙың лидер шәхестәре тураһында бөтә ысынбарлығында тик Ғариф мулла Ғабдрахман ғына яҙа... Аллаһыбыҙ уға һаулыҡ һәм тарихи Башҡортостан ерҙәренең изгеләре тураһында китаптар яҙыуға көс бирһен”.
 
Изгеләребеҙ тураһындағы китапты һаҡ ҡына ҡулға алам. Ул тәүге битенән үк үҙенә йәлеп итә. “Уның тулы исеме: шәйех Ғабдулла ишан бин Сәид әл-Болғари әл-Һаҡмари Нурмөхәммәтов. Уны йыш ҡына Ғабдулла бин Сәид йәки Ғабдулла Сәиди, халыҡта – Муллаҡай Ғабдуллаһы тип йөрөткәндәр, сөнки Ғабдулла исемен йөрөтөүсе имам һәм мөҙәристәр күп кенә булған. Уның исеме матур – ғәрәпсә “Аллаһ ҡоло” тигәнде аңлата”, – тип башлана  мосолмандар донъяһын асҡан китап. Артабан ниҙәр тураһында бәйән ҡылыр? Ниндәй яңылыҡтар асыр? Был хаҡта белгегеҙ килһә, китапты “Мегаполис” сауҙа-сервис комплексының мосолмандар кибетендә һатып алырға мөмкин.

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.