6 июн. 2012 г.

Рәсми бүлек

Ялығыҙ ҡазаға әүерелмәһен

Һыу объекттарында күмәк ял итеү урындары ойоштороу һәм халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү тураһында
2002 йылдың 16 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Закондың 15-се статьяһының 24-се пунктын, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 7 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында һыуҙа кеше ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләрен һәм Башҡортостан Республикаһында һыу объекттарында бәләкәй йөҙөү сараларын ҡулланыу ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 315-се ҡарарын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығының 2012 йылдың 10 майындағы хатын бойомға ашырыу һәм һыу объекттарында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль район хакиимиәте ҡарар итә:
1. Баймаҡ районы муниципаль районында һыу объекттарында халыҡтың күпләп ял итә торған урыны тип Талҡаҫ күлендәге һәм “Граф күле” балалар турбазаһы пляждарын билдәләргә.
2. Һыу инеү осоронда халыҡтың күпләп ял итә торған урындарын әҙерләүгә түбәндәгеләрҙе яуаплы тип билдәләргә:
-Талҡаҫтағы пляжда – “Талҡаҫ” шифаханаһы ДУП-ы (Ғәлиева М.Р.), “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы (Сырлыбаев Р.Р.);
-“Орленок” балалар һауыҡтырыу лагеры (Хисамиев Р.М.);
-“Граф күле” балалар турбазаһы пляжында – “Граф күле” балалар турбазаһы (Бикчәнтәев Ф.М.).
3. Атап үтелгән етәкселәргә һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү һәм беркетелгән һыу объекттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында пляждарҙы тәртипкә килтерергә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 7 ноябрендәге “Башҡортостан Республикаһында һыуҙа кеше ғүмерен һаҡлау ҡағиҙәләрен һәм  Башҡортостан Республикаһында һыу объекттарында бәләкәй йөҙөү сараларын ҡулланыу ҡағиҙәләрен раҫлау тураһында”ғы 315-се ҡарарына ярашлы, хәүефһеҙлек тамғалары урынлаштырырға;
2012 йылдың 10 июненә тиклем Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығынан халыҡтың һыуҙа күпләп ял итеүе өсөн һыу объекттарын асыуға рөхсәт алырға;
һыу инеү миҙгелендә (июнь-август айҙарында) кәрәкле йөҙөү саралары, ҡорамалдары, беренсел медицина ярҙамы саралары булған ҡотҡарыу постары булдырырға һәм ҡотҡарыусылар дежурлығын ойошторорға.
4. Һыу ятҡылыҡтарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында 2012 йылдың 5 июненә тиклем беркетелгән һыу объекттарында хәүефһеҙлек тамғалары урынлаштырырға:
- Һаҡмар һыуһаҡлағысы, Сосновка йылғаһындағы Октябрь быуаһы – “Башмелиоводхоз” идаралығының Урал аръяғы бүлеге (Исхаҡов Р.Р.);
- “Завод” һәм “Баҡса” быуалары – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы (Мурахтин А.В.);
- “Юлыҡ” быуаһы – “Юлыҡ” ЯСЙ-һы (Миңлебаев Ф.Ф.);
- Саҡмағош йылғаһындағы быуа – “Мәмбәтҡолов Р.Һ.” КФХ-һы;
- Ҡуянтау быуаһы, Ҡара-Үҙәк йылғаһындағы быуа – Бикеш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Путенихин Г.М.);
- Шырҙы йылғаһындағы быуа – Темәс ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Йәнсурин Р.Х.);
- Төркмән быуаһы – Моҡас ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Солтанғазин М.С.);
- Яковлевка быуаһы, Күлтабан күле – Йылайыр ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Шәғәлин С.Х.);
 - Сапсал йылғаһындағы быуа – Түбә ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Хәсәнова М.Ф.);
 - Ҙур Аҡморон йылғаһындағы быуа – Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Передельский С.К.);
- “Түбәнһаҙ” быуаһы –  Ишмырҙа ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Нурдәүләтов Б.Д.);
- Семеновск быуаһы –  Семеновск ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте (Сәлимова Г.У.);
- “Граф күле”, “Каменный Лог” быуалары – Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте (Бураншин И.Ә.).
5. Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы И.Ә. Бураншинға ҡала биләмәһе территорияһында халыҡтың һыу буйҙарында күпләп ял итеү урындарын билдәләргә тәҡдим итергә;
6. Һыу инеү миҙгелендә һыу объекттарында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе профилактикалау, ликвидациялау буйынса сараларҙы  урындағы бюджеттан финансларға;
7. Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлегенә (Юлдыбаев Ғ.Х.) һыу инеү осоронда халыҡтың күпләп ял итеү урындарында йәмәғәт тәртибен тәьмин итергә;
8. Баймаҡ районы муниципаль районы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса мөдиренә (Йәғәфәров Й.А.) һыу инеү осоронда һыу объекттарындағы хәл-торош тураһында оператив мәғлүмәт туплауҙы ойошторорға, дәүләт күҙәтеүе һәм контролләү органдарының территориаль бүлексәләре менән һыу объекттарында халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса берлектә эшләргә, халыҡ араһында һыу ятҡылыҡтарында бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау буйынса аңлатыу эштәре алып барырға;
9. Физик культура һәм спорт секторына (Хәмитов И.Н.) 2012 йылдың 10 июненә тиклем йәмғиәтте өйрәнеү, физкультура уҡытыусылары, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары иҫәбенән ҡотҡарыусылар (30 кеше) әҙерләргә, һыу буйҙарында халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа уларҙың дежурлығын ойошторорға;
10. Мәғариф бүлегенә уҡыу пландарына йөҙөү һәм һыуҙа үҙеңде тотоу буйынса дәрестәр индереү мөмкинлеген ҡарарға. Һауыҡтырыу лагерҙарында һәм туристик походтарҙа балаларҙың йәйге ялы мәлендә һыуҙа күнекмәләр үткәрәсәк уҡытыусыларҙың тейешле әҙерлеген тәьмин итергә;
11. “Роспотребнадзор”ҙың территориаль бүлегенә (Күсәбаев З.Р.) 2012 йылдың 10 июненә тиклем һыу объекттарын тикшереп сығырға, һыу инеү осоронда һыу ятҡылыҡтарында һәм пляждарҙа санитар-эпидемиологик хәлде контролдә тоторға тәҡдим итергә;
12. БР тәбиғәтте файҙаланыу министрлығының Урал аръяғы район-ара комитетының баш белгесенә (Сафиуллин Ғ.Р.) йылға ярҙары, тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтары буйлап уларҙы бысратыуға, ҡыйлауға, рөхсәт ителмәгән урындарҙа туҡтауға һәм автотранспортты йыуыуға, законһыҙ рәүештә ағастарҙы ҡырҡыуға һ.б. юл ҡуймау маҡсатында саралар күрергә тәҡдим итергә;
13. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаевҡа йөкмәтергә.

И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.