20 июн. 2012 г.

Хужалыҡтарҙа

Тотороҡло үҫеш юлында


“Мырҙаҡаев” КФХ-һы районда яҡшы эшләп килгән фермер хужалыҡтарының береһе. Предприятие ҡулайлы ваҡытта яҙғы сәсеүҙе тамамланы, әлеге ваҡытта бында малсылыҡ менән дә етди шөғөлләнәләр.

Хужалыҡта 80 һауын һыйыры бар, унан тыш 30 баш быҙауҙары менән бергә көтөлә.

– Бөгөнгә һәр фураж һыйырынан көнөнә 13 килограмм һөт һауыла, көндәлек тулайым һауым 1055 кг, – тип белдерә ферма мөдире Б.Мәхийәнов. – Ә йыл башынан май айына тиклем тулайым һауым 27055 кг тәшкил итте. Етештерелгән һөт Силәбе өлкәһенә тапшырыла.
Йәйге осорҙа мал йәйләүгә сығарылмай, кәртәле махсус урында тотола. 100 баш йәш мал Ирәндек аръяғында махсус йәйләүҙә аҫрала. Һауынсылар Сания Заманова, Әнисә Үҙәнбаева оҙаҡ йылдар дауамында үҙ эштәренең оҫтаһы булып танылған. Вәсилә Заманова, яңыраҡ эш башлауына ҡарамаҫтан, уларҙан үрнәк алып эшләргә тырыша. Алмаш һауынсы Әнифә Дәүләтбирҙина ла үҙ хеҙмәтенә яуаплы ҡарай.
Малды көтөү Миңнәхәт Ғәҙелшин менән Хәлим Исчуринға йөкмәтелгән. Быҙауҙарҙы Хәлидә Ғәҙелшина тәрбиәләй, был эш менән Сәхиулла Сәйғәфәров та мәшғүл. КФХ-ның һәм ауыл халҡының малын ҡараған веттехник Рафаэль Хәмитовты һәм һауынсыларҙы эш урынына үҙенең транспортында Ғүмәрҙән алып йөрөгән Хәмзә Әхмәровты ла әйтеп үтергә кәрәк.
Хужалыҡта йәйге осорҙа ҡымыҙ етештерелә, 20 баш өлкән һауын бейәһе, 15 – йәш йылҡы һәм 17 ҡолон аҫрала. Йылҡыны Таһир Сәйғәфәров көтә, уның ҡатыны Айгөл бейә һауыу һәм ҡымыҙ етештереүгә йәлеп ителгән. Көн дә 40-50 литр ҡымыҙ әҙерләнә, ул эш хаҡы иҫәбенә таратыла, шулай уҡ Баймаҡҡа һатыуға сығарыла.
Хужалыҡ етәкселеге һауынсыларҙың, көтөүселәрҙең, дөйөм әйткәндә, малсылыҡ тармағы эшселәренең хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
Йомғаҡлап шуны билдәләргә кәрәк – предприятиеның киләсәккә өмөтө бар. Урындағы халыҡты эш менән тәьмин итеү, продукция етештереү, үҫеш юлы быға дәлил булып тора.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһында: В. Заманова, С.Заманова, Ә. Үҙәнбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.