24 июн. 2012 г.

САРАЛАР

    Ауылдаштарҙың осрашыуы


    Йәйҙең матур көнөндә – үткән шәмбелә – районыбыҙҙың бай тарихлы, йәмле Янғаҙы ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ойошторолдо. Алыҫ тарафтарҙан һағынышып ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы, күптән күрешмәгән туғандарҙы, дуҫтарҙы йыйған был тантана юғары кимәлдә үтте.


    XVII быуатта уҡ Алғаҙы ауылы кешеләре нигеҙ һалған Янғаҙы, бәләкәй генә булһа ла, үҙенең кешеләре менән дан тота. Кемдәр генә сыҡмаған бынан – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, төҙөүсеһе, мәҙәниәт хеҙмәткәре, хатта машиналар төҙөүсе лә бар.   
    Байрамға әҙерлек ваҡытында Зәйнетдин һәм Шайморат Тимербулатовтар етәкселегендәге ойоштороу комитеты бар эштәрҙе уңышлы башҡара. Яҙҙан башлап ауылды төҙөкләндереүгә күп көс һалына, Ишмөхәмәткә тиклем илткән һәм Янғаҙының эсендәге юлдар тәртипкә килтерелә, ике күпер ремонтлана. Әйткәндәй, был эштәрҙе Баймаҡ ДРСУ-һы башҡарған.
    “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар”ға ҡунаҡтар Өфө, Магнитогорск, Сорғот, Екатеринбург, Сибай, Баймаҡ ҡалаларынан, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән ине.
    Сараның рәсми өлөшөндә район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенең кадрҙар буйынса баш белгесе З.М. Тимербулатов ойоштороу комитеты эшен йомғаҡланы һәм алға бурыстар ҡуйҙы. Унан һуң район советы секретары Р.З. Ишбулатов Янғаҙы халҡын тәбрикләне һәм район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Радмир Зөбәйер улы ойоштороу комитетының әүҙем ағзалары: урындағы ауыл Советы депутаты Фәрзәнә Ильясоваға – район Советының, ауылдың старостаһы, Ленин ордены кавалеры Салауат Салиховҡа муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
    Унан һуң Әбделкәрим ауыл биләмәһенең элекке башлығы, хәҙер инде хаҡлы ялдағы Һ.Ә. Кәримов, “Алғаҙы” ЯСЙ-һы етәксеһе С.Ғ. Урманов, Пенсия фонды идаралығы начальнигы Р.В. Мараканова һәм башҡа ҡунаҡтар сығыш яһаны, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙы.
    Тантанала «Өлгөлө йорт» ярышына йомғаҡ яһалды. Унда Азамат, Мәхмүт Тимербулатовтар, Фәтиха Барлыбаевалар еңеүсе булды. Шулай уҡ ауылдың иң йәш һәм иң өлкән кешеһе билдәләнде. Ойоштороу комитеты тарафынан Янғаҙыла йәшәгән һәр ғаиләгә бүләк тә тапшырылды.
    Ауыл ситендә матур яланда үткәрелгән байрамда сауҙа ойошторолдо, балалар һәм өлкәндәр өсөн милли көрәш, арҡан тартыу, футбол һымаҡ мауыҡтырғыс уйындар булды. Сараны музыкаль яҡтан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов, Һаҙый Кәримов һәм башҡалар биҙәне. Шулай уҡ шәжәрә төҙөп һәм тирмә ҡороп ултыртҡан Хазина һәм Миңлейәр Ҡылысовтарҙың,  шәжәрәләрендә ата-бабаларының тарихын барлаған Тимербулатовтарҙың тырышлығын билдәләргә кәрәк.
    Һис шикһеҙ, был байрам үҙенең тамашасыһын тапты, туғандарҙың, дуҫтарҙың осрашыу урыны булып торҙо. Әйткәндәй, бындай сараны биш йыл һайын үткәреп торорға тигән ҡарар ҡабул ителде.

    А. ИШНАЗАРОВ.
    Фотола: бер, ике, өс, беҙҙә бөтә көс!

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.