6 июн. 2012 г.

Замандаштар

Яугир улы


Мәҡәләгә тулыраҡ асыҡлыҡ индереү маҡсатында тәүҙә һөйләйәсәк геройымдың атаһы Билалов Рамаҙан Шаһиғәле улы тураһында яҙып үтергә кәрәк. Сөнки һәр кемдең дә тип әйтерлек киләсәкке яҙмышы тап ғаилә мөхитенән башланыуы бер кемгә лә сер түгелдер.
Бөйөк Ватан һуғышының икенсе йылында Рамаҙан Шаһиғәле улы М.Шайморатов етәкселек иткән 112-се Башҡорт атлы дивизияһында кавалерист булып яуға инә. Эскадрон командиры Б.Мәмбәтҡолов етәкселегендә күп кенә хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша, Украинаны, Сталинградты, Дон буйы ҡалаларын немецтарҙан азат итә. Ул тик 1945 йылдың аҙағында ғына тыуған ауылына ҡайтып, бөлгөнлөккә төшкән колхозын аяҡҡа баҫтырыуға тотона. Тәүҙә колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй, һуңға табаныраҡ Муллаҡай бригадаһының алмаштырғыһыҙ етәкселәренең береһе булды.
Бар булмышы менән атаһының холоҡ-фиғеленә тартҡан Марат та, ғаиләлә берҙән-бер ир бала булараҡ, кескәй генә сағынан уҡ һәр эшкә тилбер, уҡыуға ла зирәк булып үҫә. Муллаҡай ете йыллыҡ мәктәбен, унан ары Түбә 2-се һанлы башҡорт урта мәктәбен тамамлағандан һуң, ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитеты тәҡдиме менән “Ҡыҙыл Октябрь” (хәҙер “Октябрь” АХК-һы) колхозының  комсомол-йәштәр бригадаһын ойоштора һәм уны етәкләй. Бында ул тракторсы, комбайнсы ярҙамсыһы булып эшләй. Бригаданың комсомол ойошмаһын етәкләй. 1957 йылда бесән, ураҡ осоронда юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн комсомол-йәштәр звеноһының күп кенә ағзалары ВЛКСМ райкомының Маҡтау грамоталарына, ә уның етәксеһе “Сиҙәмсе” билдәһенә, Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң теүәл бер йылдан ашыу туған колхозында эшләй һәм 1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инеп, уны 1966 йылда уңышлы тамамлай. Институтта уҡыған йылдарында туған колхозына ҡайтып, производство практикаһы үтә. Унда уға бар яҡтан да тип әйтерлек ветучастка мөдире И.С. Рязанов һәм колхоздың танылған ветфельдшеры К.Һ. Фазуллин ярҙам ҡулы һуҙҙылар.
Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, ауыл хужалығы министрлығының йүнәлтмәһе менән М.Билалов райондың “Баймаҡ” совхозына баш ветеринар врач итеп тәғәйенләнә. Игенселек һәм малсылыҡ буйынса алға киткән хужалыҡта ул өс йыл ең һыҙғанып эшләй, ҙур тәжрибә туплай. Тап шул йылдарҙа унда һыйыр малында таралған бруцеллез ауырыуын бөтөрөү өсөн барлыҡ белемен, энергияһын эшкә егә. Уның етәкселегендә эшләгән Ф.Н. Ғәбитов, Х.Ш. Әбдрахманов, И.Т. Гончаренко, П.И. Акилов һ.б. менән был ауырыуҙы бөтөрөүгә өлгәшәләр.
1969 йылда уны Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының Баймаҡ тәжрибә хужалығына баш ветврач итеп тәғәйенләйҙәр. Төп тармаҡтар ныҡ үҫеш алған тәжрибә үҙәгенә үҙ эшен камил белгән белгестәр һайлап алыныуы юҡҡа түгел. Хужалыҡтың баш белгестәре менән бер рәттән, Марат Рамаҙан улы ла малсылыҡ йүнәлешендә алдынғы технологияларҙы ҡуллана, тәжрибәләр үткәрә. Шуларҙың тик береһен генә әйтеп үтәйек. Һимертергә ҡуйылған 50-шәр баш айғыр һәм көйҙөртөлгән үгеҙ малдары дүрт айлыҡ сағынан уҡ бер үк рационда аҫрала. Һөҙөмтәлә, көйҙөртөлмәгән үгеҙҙәр көйҙөртөлгәненә ҡарағанда юғары көрлөктә булыуы һәм 50-65 кг ауырыраҡ тартыуы менән билдәле була. Был тәжрибә һуңға табан район һәм республика хужалыҡтарына таратыла һәм киң яҡлау таба.
1995 йылда Марат Билалов Баймаҡ ҡалаһы һәм районының ветеринария станцияһы начальнигы итеп күсерелә. Бай тәжрибә туплаған белгес төрлө ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм дауалау буйынса эште киң ойоштора, кадрҙар үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Район ветбаклабораторияһы ярҙамы менән урындарҙа төрлө ауырыуҙар булдырмау маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәрелә, һәр хужалыҡта махсус үләт соҡорҙары булдырыла.
Марат Рамаҙан улы райондың төрлө хужалыҡтарында өс тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә төбәктең агросәнәғәт үҫешенә үҙенең лайыҡлы өлөшөн индерҙе. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, бер нисә йыл тәжрибә хужалығында малсылыҡ комплексы начальнигы булып эшләне. Бөгөн ул урындағы ветерандар советын етәкләй.
Шәхси хужалығы ла күптәргә өлгө булырлыҡ. Күпләп бал ҡорто үрсетә, тормош юлдашы Фина Ғәле ҡыҙы менән күркәм, ыҡсым өйөндә гөрләтеп тормош көтә.
Ошо көндәрҙә үҙенең етмеш биш күркәм яҙын ҡаршылаған хеҙмәт ветеранына артабан да сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер теләйек.

С. Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.