22 июн. 2012 г.

РӘСМИ БҮЛЕК

     Ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

     Район биләмәһендә ҡара сиңерткәнең (саранчаның) киң таралыуы һөҙөмтәһендә килеп тыуған хәлде иҫәпкә алып һәм 2003 йылдың 6 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Законға ярашлы, ҡоротҡостарҙы юҡ итеү һәм зыян кимәлен кәметеү буйынса оператив саралар күреү маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итә:
1. Баймаҡ районы муниципаль районы биләмәһендә 2012 йылдың 20 июненән ғәҙәттән тыш хәл иғлан итергә;

2. Муниципаль район хакимиәте ҡарамағында хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров етәкселегендә оператив штаб булдырырға;
3. Оператив штаб етәксеһенә:

  • ғәҙәттән тыш хәлде ликвидациялауға бөтә көстө һәм сараларҙы әҙерләргә;
  • ҡара сиңерткәнең үҫешен һәм иҫәбен контролдә тоторға;
  • ҡоротҡостарға ҡаршы саралар ойошторорға, ауыл хужалығы ерҙәрен, культуралы үҫемлектәр сәсеүлектәрен махсус препараттар менән эшкәртергә;
  • зыян күргән ауыл хужалығы культуралары майҙандарын билдәләргә;
  • вазифалы берәмек вәкилдәренән торған эш төркөмө (комиссия) төҙөп, күрелгән зыянды билдәләргә;
4. Муниципаль райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтарына стихиялы афәт эҙемтәләрен йомшартыу буйынса саралар күрергә;
5. Хакимиәттең финанс идаралығы начальнигына (Р.И. Сирғәлин) зыян күргән хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеү өсөн район бюджетынан аҡса бүлергә;
6. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә районға финанс ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт итергә;
7.  Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкировҡа йөкмәтергә.
     И. СИТДЫҠОВ, муниципаль район хакимиәте башлығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.