24 июн. 2012 г.

РӘСМИ БҮЛЕК

    Ҡала Советы ултырышынан


    Баймаҡ ҡала Советының 21 июндә үткән сираттағы ултырышының көн тәртибенә 6 мәсьәлә сығарылды.

    Тәүҙә муниципаль район хакимиәтенең баш архитекторы В.В. Бритов, ҡалала газ селтәрен төҙөү, урам яҡтыртҡыстары урынлаштырыу тураһында мәғлүмәт бирҙе. Был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа Баймаҡ электр селтәре начальнигы урынбаҫары З.А. Әбсәләмов, “Газ-сервис” ААЙ-һының Сибай филиалы Баймаҡ участкаһы начальнигы И.С. Хисмәтуллин, “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы директоры И.И. Ғәтиәтов ҡатнашты.
    Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин уҙған йылытыу миҙгеленә йомғаҡ яһап, киләһе ҡышҡа торлаҡ фондын, социаль-мәҙәни объекттарҙы, инженер коммуникацияларын әҙерләүгә бәйле бурыстар билдәләне. “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы иҡтисадсыһы С.И. Томин, “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы баш инженеры Х.М. Рамазанов ҡышҡа әҙерлек эштәре менән таныштырҙы.
    Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров  ҡала биләмәһендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын һәм сүп-сарҙы утилләштереү, шул уҡ ваҡытта уларҙы төрҙәргә бүлеп (аҙыҡ, туҡыма, ҡағыҙ һәм башҡалар) йыйыуға күсеү тураһында сығыш яһаны. 15 июлдән “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ына шәхси йорттар урынлашҡан урамдарҙан көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙы ойоштороу бурысы ҡуйылды.
    Баймаҡ ҡала биләмәһе хакимиәте белгесе Р.С. Түләков ҡала халҡының малын көтөү, ауыл хужалығы малдарын ҡала биләмәһенән сығарыу, ә баш бухгалтер Р.Ә. Исхаҡова ҡала биләмәһе бюджетына төҙәтеүҙәр индереү тураһында сығыш яһаны.
    Ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов ҡала Советында һәм ҡала биләмәһе хакимиәтендә вазифа биләгәндәрҙе, ышаныстарын юғалтҡан осраҡта, эштән сығарыу тураһындағы положение менән таныштырҙы.
    Көн тәртибенә ҡуйылған бөтә мәсьәләләр буйынса өҫтәмә һәм төҙәтеүҙәр менән ҡарарҙар ҡабул ителде.

    Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.