27 июн. 2012 г.

Күңел хәтирәләре

Ҡырҡ йыл да үткән икән...


Уҙған быуаттың 60-90-сы йылдарында районда шахмат буйынса команда ярыштары йыш үтә торғайны. “Сибай” совхозы, Иҫке Сибай урта мәктәбе уҡытыусы-лары, уҡыусылары чемпион була йәиһә призлы урындарҙы ала ине. Хәҙер команда ярыштары әллә ни үтеп бармай, шикелле.
Бынан 40 йыл элек, 1972 йылдың июль башында, райондың шахматсы уҡытыусылары Өфөлә республика беренселегендә ҡатнашты. Беҙ өс кеше – Шәмсетдин Биксурин, Флүрә Алсынба-ева һәм мин фәҡирегеҙ – ярышҡа юлландыҡ. Сараны республика профсоюздары үткәрҙе. Дим тамағында, Ағиҙел аша үткән тимер юлы күперенә яҡын ғына тур-   базалары бар ине. Алдан өлгөр-гәндәр ағас өйҙә, һуңлағандары палаткаларҙа урынлашты. Көн аяҙ, тышта уйнайбыҙ, сәғәттәр юҡ. Көнөнә 2 тур. Элек белореттар еңеп килгән икән, шуға күрә беҙҙе һанға ла һуҡмайҙар.
Беҙҙең дүртенсе кеше булмағас, тәүге көндө 2 мәрәй юғалттыҡ. Өфөлә уҡыуҙа Муллаҡайҙан Камил Аллабирҙин ятҡанын белә инек. Мин капитан булараҡ уны эҙләп киттем. “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында урынлашҡан икән. Икенсе көндән дүртәүләп уйнай башланыҡ.
Барыһы 7 команда ине. 4 көн уйнаныҡ. Беҙ 24 мөмкинлектән 15,5 мәрәй йыйып, чемпион булдыҡ. Белореттар—икенсе, миә-кәләр өсөнсө урынды яуланы. Беҙгә Тажикстанға путевка бирҙеләр. Камил менән мин, ауыл кешеләре, бесән тип, бара алманыҡ.
Ҡайтҡас грамота, сувенирҙы роно мөдиренә бирҙек. Был ярыш тураһында гәзиттә хәбәр булдымы-юҡмы, хәтерләмәйем. Август конференцияһында ла өндәш-мәнеләр кеүек.
Ш. Биксурин Ишембай яғына сығып китте. Беҙ, ҡалғандар осрашҡанда, был ярышты хәтерләп-хәтерләп алған булабыҙ.

Фәрит ӘБҮБӘКЕРОВ,
шахмат буйынса Бөрйән, Баймаҡ райондарының экс чемпионы, Сибай ҡалаһының экс вице-чемпионы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.