11 июн. 2012 г.

Ирәндек батыры – Даян Ғүмәров


    1-2 июндә Сибай ҡалаһында үткән республика спорт фестивалендә I урын яулап, “Ирәндек батыры-2012” исеменә лайыҡ булған Даян Ғүмәров бала саҡтан физик яҡтан сынығып үҫә. Уның атаһы билдәле уҡытыусы, тренер, көрәшсе Илшат Ғүмәров улында спортҡа һөйөү уята. Ҡәҙерле кешеһе был донъяларҙы иртә ташлап китһә лә, малай атаһының аманатына тоғро ҡалып, ысын көрәшсе булып үҫә. Әсәһе Гөлсәсәк Әбдрәхим ҡыҙы улының спорт менән шөғөлләнеүенә һәр яҡлап булышлыҡ итә. Йылдан-йыл ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшкән Даян Ғүмәров: “Мин бар еңеүҙәрем менән атайым һәм әсәйемә рәхмәтлемен”, –ти.  
    Даян тәүге тапҡыр келәмгә 2003 йылда сыға. Урал аръяғы райондары араһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған ярышта I урынға лайыҡ була. 9 йәштән төрлө кимәлдәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, 4 тапҡыр республика һәм күп тапҡыр район чемпионы исемен яулай. 2007 йылда “Спорт буйынса иң яҡшыһы” тигән чемпион таҫмаһы менән бүләкләнә. Тырыш егет урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, академик Мазһар Насипов тәғәйенләгән стипендияға лайыҡ була. Артабан ул аграр университеттың Сибай филиалына уҡырға инә. Бында ул ныҡлап еңел атлетика менән шөғөлләнә башлай. Был спорт төрө буйынса ла бер йыл эсендә уңыштарға өлгәшә. Сибай, Магнитогорск ҡалаларында үткән ярыштарҙа призлы урындар яулай. Ә Ҡуянтау – Баймаҡ юлындағы марафонда I урынға лайыҡ була.
    Даян үҙе тәрбиәләгән сабыш аты менән ауыл, район һабантуйҙарында I-II урындарҙы яулай. Шуныһы ҡыуаныслы, Даян Ғүмәров “Ирәндек батыры” титулын яулап, саптар ат менән бүләкләнде. Көрәшсе, йүгерек, һыбай елдәй елгән Даяндың киләсәктә лә спорт менән дуҫ булыуын, яңы уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ. Афарин, Ирәндек батыры!
    Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.