8 июн. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Дәүләт иғәнәләрҙе арттырҙы

Башҡортостан Республикаһында пенсияны дәүләт финанслауы программаһында ҡатнашыусылар һаны 220 меңдән ашып китте. Быйыл улар үҙ иҫәбенә 40,5 миллион һум аҡса күсергән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 14 миллион һумға күберәк.

Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды ил бюджетынан 2011 йыл өсөн пенсияны дәүләт финаслауы программаһында ҡатнашыусыларҙың иғәнәләрен арттырыуға 3,86 миллиард һум аҡса алған. Былтыр үҙенең киләсәк хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә 2 мең һумдан ашыу аҡса күсергән кешеләрҙең аҡсаһы ике тапҡырға арттырылған. Шуны әйтеп китергә кәрәк: дәүләт 12 мең һумға тиклем иғәнәләрҙе генә финанслай. Граждандарҙың 2 мең һумдан артмаған ирекле иғәнәләре лә пенсияның тупланма өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән.
 
Программала ҡатнашыусының уртаса түләү күләме 4052 һум тәшкил итте. Республика халҡының 65 проценты аҡсаны эш биреүселәр аша күсертә, 35 проценты кредит ойошмалары аша үҙе түләй.
 
2011 йыл өсөн ирекле иғәнәләрҙе финанслауға дәүләт тарафынан бирелгән саралар программала ҡатнашыусыларҙың шәхси “пенсия” иҫәптәренә күсерелә, артабан улар тейешле идарасы компаниялар һәм дәүләттеке булмаған пенсия фондтарына йүнәлтеләсәк. Рәсәй Пенсия фонды 3,86 миллиард һум күләмендәге дөйөм сумманан дәүләттеке булмаған пенсия фондтарына 2 миллиард, идарасы компанияларға – 1,86 миллиард, шул иҫәптән “Внешэкономбанк” дәүләт идарасы компанияһына 1,7 миллиард һум тапшырасаҡ.
 
Дөйөм алғанда, атап үткән программаның тәүге өс йылғы эше һөҙөмтәләре буйынса ирекле иғәнәләрҙе финанслауға ил бюджетынан бөтәһе 10 миллиардҡа яҡын аҡса бүленгән (2009 йылда – 2,5 миллиард, 2010 йылда – 3,4 миллиард һум).
 
  Пенсияны дәүләт финанслауы программаһында теләгән бер кеше ҡатнаша ала. Бында мотлаҡ пенсия страховкаһы системаһында ҡатнашыусы булыуың да етә (әйткәндәй, эшләп йөрөүсе һәр граждан – ошо системала ҡатнашыусы). Программа сиктәрендә иғәнәне ай һайын йәки йылына бер тапҡыр үҙегеҙ эшләп йөрөгән предприятие бухгалтерияһы йәки теләһә ниндәй банк аша күсерергә мөмкин. Финанслауҙың өсөнсө яғы булып эш биреүсе лә сығыш яһай ала. 2013 йылдың 1 октябренә тиклем программаға инергә һәм беренсе иғәнәне түләргә кәрәк. Дәүләт финанс ярҙамы граждан тарафынан 2 меңдән 12 мең һумға тиклемге күләмдә беренсе иғәнә индерелгәндән алып бүленә башлай.
 Пенсияны дәүләт финанслауы программаһы тураһындағы ентекле мәғлүмәтте www.pfrf.ru сайтында табырға була. Шулай уҡ программаға инеү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы консультациялау үҙәгенә 8 800 505-55-55 телефонына тәүлек әйләнәһенә шылтырата алаһығыҙ (Рәсәй буйынса шылтыратыу бушлай).

Р. Мараканова,
Пенсия фонды идаралығы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.