6 июн. 2012 г.

Уҡыуҙар

Һәр өлкәлә белемле булыр өсөн

Журналистың бурысы – кешеләрҙе илдә барған ваҡиғалар, төрлө өлкәләге яңылыҡтар, көнүҙәк проблемалар менән таныштырыу, аңлатыу эштәре алып барыу, власть һәм башҡа төрлө структуралар менән бәйләнеш булдырыу. Хатта теге йәки был ваҡиғаға ҡарата халыҡ араһында ниндәйҙер бер фекер тыуҙыра алыу мөмкинлегебеҙ ҙә бар.
Ҡайһы берәүҙәр шаяртып: “Журналистар һәр өлкә буйынса нимәлер ҙә булһа белә, тик айырым ғына бер өлкәлә тәрән йөҙә алмай”, – тиҙәр. Ысынлап та, ниндәй ҙә булһа бер теманы яҡшылап өйрәнмәйенсә, проблеманы аңламайынса, халыҡҡа тейешле мәғлүмәтте дөрөҫ еткереүе, теманы асыуы ауыр. Быны БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы етәкселәре лә яҡшы аңлай һәм даими рәүештә журналистар өсөн махсус курстар, семинарҙар, уҡыуҙар ойоштора.
25 майҙа Өфө ҡалаһында “Банк сфераһы: хеҙмәтләндереү сифатын камиллаштырыу” тип аталған семинар уҙҙы. Унда республика, ҡала һәм район гәзиттәренең иҡтисади, финанс темаларға яҙған хәбәрселәре, төрлө ойошмаларҙың матбуғат хеҙмәте вәкилдәре саҡырылды. Семинар Башҡортостан социаль технологиялар институты базаһында үтте. Әйтергә кәрәк, Мәскәү ҡалаһындағы юғары уҡыу йортоноң Башҡортостандағы был филиалы тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшләй. Уҡыу коммерция нигеҙендә алып барыла һәм гуманитар, иҡтисади, юридик йүнәлештә эшләй. Бындағы уҡыу кабинеттарының заман талаптарына ярашлы йыһазландырылыуы студенттарҙың белем алыуында ла сағылыш тапмай ҡалмай.
Семинарҙы Башҡортостан Республикаһының элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары В.М. Хәкимова асып, халыҡтың финанс яҡтан грамоталы булыуы иң тәүге сиратта киң мәғлүмәт саралары эшенә бәйле, тип билдәләне. Артабан БР финанс министры урынбаҫары Л.З. Иғдисамова сығыш яһаны. “Халыҡтың финанс яҡтан белемле булыуы күп проблемаларҙы хәл итә. Был йәһәттән әлегә маҡтанырлыҡ түгел. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр төрлө финанс пирамидаларынан, башҡа мутлашыусыларҙан отола йәки дөрөҫ булмаған мәғлүмәт арҡаһында баш етмәҫлек афераларға бирелә. Шуға ла әлеге ваҡытта мәктәптәрҙә юғары класс уҡыусылары өсөн махсус рәүештә иҡтисад дәрестәре үткәреү бурысын ҡуябыҙ”, – тине ул.
БР Милли банк рәйесе урынбаҫары Марат Кашапов “Аҡсаны һаҡлау өсөн ниндәй банкты һайларға?“ тигән темаға бик ҡыҙыҡлы лекция һөйләне. Ул кешеләрҙең ни өсөн бер-береһенә аҡса бирергә яратмауы, кредит алғанда нимәгә ныҡлы иғтибар биреү кәрәклеге, кредит алыусыны һағалаған хәүефтәр, ошо тәңгәлдәге мифтар һ.б. тураһында әйтеп үтте.
Аҡсаны һаҡлау мәсьәләһенә килгәндә, уның фекеренсә, һәр кемдең бер аҙ аҡсаһы тупланған булырға тейеш. Уларҙы табышлы итеп арттыра ла белергә кәрәк. Мәҫәлән: банк вкладтары, ҡиммәтле акциялар, пайҙар һ.б.  ярҙамында 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата Башҡортостанда 89 кредит ойошмаһы теркәлгән. Һаҡлыҡҡа аҡса һалғанда банктарҙың  ышаныслы булыу-булмауын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Унан һуң банк карталарын ҡулланыу механизмдары, өҫтөнлөктәре, уларҙы хәүефһеҙ файҙаланыу тураһында Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһенең каналдарҙы хеҙмәтләндереү бүлеге начальнигы Илдар Ямалов, “УралСиб” ААЙ-һы филиалы идаралығынан бүлек начальнигы Азат Садретдинов, Башҡортостандың социаль картаһын һәм универсаль электрон карталар ҡулланыу механизмы тураһында “Башҡортостан социаль карталар регистры” ААЙ-һы директоры Олег Романов  сығыш яһаны.
Көндөң икенсе яртыһында БР элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының бүлек начальнигы Ольга Горюнова киң мәғлүмәт сараларында халыҡтың финанс грамоталығы темаларын яҡтыртыуға тулы анализ яһаны. Ул үҙенең теләк-тәҡдимдәрен дә еткерҙе.
Семинар һуңында министр урынбаҫары Венера Хәкимова журналистарҙың бихисап һорауҙарына яуап бирҙе һәм һәр беребеҙгә квалификациябыҙҙы күтәреү курстарын тыңлауыбыҙ тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы. Беҙ фәһемле һәм ҡыҙыҡлы семинар ойошторғандары өсөн министрлығыбыҙға һәм Башҡортостан социаль технологиялар институтына рәхмәт белдереп, ишеткән-өйрәнгәнде түкмәй-сәсмәй халыҡҡа еткерергә тигән ниәт менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.

Сәлимә Кейекбирҙина.

 

Шул уҡ көндә  БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы “Мегафон” компанияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә республика журналистары өсөн мастер-класс үткәрҙе. Семинар барышында йөҙгә яҡын кеше традицион гәзиттең интернет-версияһын популярлаштырыу буйынса теоретик һәм практик белем алды.
Башҡортостандың баш ҡалаһына тренинг үткәреү өсөн Б.Ельцин исемендәге Урал федераль университетынан журналистика факультетының ваҡытлы матбуғат кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Владимир Волкоморов килгәйне. Ул “Район, ҡала, республика киң мәғлүмәт сараларының интернет-сайттары мөмкинлектәрен үҫтереү” тигән тема буйынса сығыш яһаны. Көн дауамында барған сарала ҡатнашыусылар традицион һәм электрон киң мәғлүмәт сараларының тенденциялары һәм үҫеш перспективалары тураһында һөйләште, баҫмалар сайттарының маҡсаты һәм бурыстары, уға аудиторияны йәлеп итеү алымдары, автор блогтары, гәзит йәки журналдарҙың электрон версиялағы рубрикалары хаҡында фекер алышты.
БР элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Марат Ғәзизов әйтеүенсә, бындай саралар тәүгә үткәрелмәй, мастер-кластар уҙғарыу матур бер йолаға әйләнеп бара. Республика журналистары бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша, күрше төбәктәрҙәге эш менән таныша. Ысынлап та, мастер-класс бик файҙалы булды, уҡығандарҙы киләсәктә үҙ эшебеҙҙә уңышлы ҡулланырбыҙ, тип уйлайым.
 
Венер Иҙелбаев,
редакция-нәшриәт комплексының система администраторы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.