3 июн. 2012 г.

ТӨБӘКТЕ ҮҪТЕРЕҮ ПРОГРАММАҺЫ

     Кооперативтар ойошторола


     Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәктә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы. Был юҫыҡта беҙҙең районда ла эш әүҙем бара. Ауылдарҙа халыҡ менән осрашыуҙар ойошторола, аңлатыу эштәре алып барыла. Кооперативтар булдырыу бөгөнгө заманда айырыуса актуаль, сөнки ул агросәнәғәт комплексын үҫтереү, кешеләрҙе эш менән тәьмин итеү, крәҫтиәнде ергә нығыраҡ беректереү мөмкинлеге бирәсәк. Ҡулланыусылар кооперативы булдырыу БР Хөкүмәте тарафынан контролдә тотола һәм был ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә – субсидия бирелә.
     Беҙҙең районда ла ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойошторорға теләүселәр һаны арта бара. Шуларҙың береһе – Сыңғыҙ ауылынан Р.Р. Ибраһимов. Рәил Рамаҙан улы дүрт ауылдашы менән берләшеп, яңы ойошма булдырырға ниәтләй. Уларҙың ойошмаһы он етештереү менән шөғөлләнәсәк.
     – Күрше-тирә ауылдарҙа, атап әйткәндә, Таулыҡай һәм Беренсе Этҡолда тирмәндәр күптән иҫкереп бөттө, тимәк, халыҡ онға ҙур ихтыяж кисерә. Он тарттырыуға кәрәкле ҡоролмаларҙы һатып алыу өсөн Пенза ҡалаһының “Текстильмаш” ЯСЙ-һы менән һөйләштек.  Уның өсөн йәмғеһе 600 мең һум аҡса кәрәк. Тирмәндә юғары һәм беренсе сортлы он етештерергә уйлайбыҙ. Объекттың бинаһын төҙөү өсөн ерҙе арендаға алдыҡ. Бөтәһе лә уңай барһа, быйыл көҙгә яңы производствоны сафҡа ебәрербеҙ тип уйлайым. Әле кооперативты теркәү эштәре менән шөғөлләнәм.
     Һис шикһеҙ, Рәил Рамаҙан улы кеүек уңған егеттәрҙең башланғысы маҡтауға лайыҡ һәм башҡалар ҙа ундайҙарҙан үрнәк алһа ине. Етмәһә, дәүләт ярҙамын да тәҡдим итә. Тәүәкәллә әйҙә!

     Азамат МӨХӘМӘТШИН.
     Г. МИРЗИНА фотоһында: Р.Ибраһимов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.