18 июн. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Хеҙмәте менән абруй яуланы


Ленин исемендәге АХК юғары производство-иҡтисади күрһәткестәре менән генә түгел, ә үҙ эшен оҫта белгән етәкселәре һәм белгестәре менән дә дан тота. Хужалыҡтың баш ветврачы И.С. Ғәлин тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яулаған белгестәрҙең береһе.

Ирмәк Сәләх улының бар ғүмере ауыл хужалығы производствоһы менән бәйле. Хеҙмәт юлын Ленин исемендәге колхозда эшсе, механизатор булып башлаған егет үҙен артабан малсылыҡҡа бағышларға ҡарар итә һәм 1978 йылда Шафран ауыл хужалығы училищеһына уҡырға инә. Һөнәри белем алғандан һуң, туған хужалығында техник-осеменатор, ферма мөдире, веттехник булып эшләй, ҙур тәжрибә туплай. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан, һөнәрен яҡшы белгән  белгесте бынан ун алты йыл элек хужалыҡтың баш ветврачы итеп тәғәйенләйҙәр. Һәм бына шул осорҙан алып бөгөнгәсә Ирмәк Сәләх улы ветеринария өлкәһенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә сумып, йөктө уңышлы тарта, малсылыҡ производствоһын ойоштороуға үҙенең тос өлөшөн индерә. Ә бынан һигеҙ йыл элек уға тағы ла бер яуаплы бурыс ышанып тапшырыла – Таулыҡай ауыл биләмәһенең ветеринария участкаһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

Бөгөн инде И.Ғәлинды район кимәлендә танылған ветеринария белгесе булараҡ яҡшы беләләр. Ирмәк Сәләх улының бай эш тәжрибәһе район кимәлендә үткән семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә һәр саҡ телгә алына, өлгө итеп ҡуйыла. Ул Ленин исемендәге АХК-ның һәм Таулыҡай ауыл биләмәһендәге ауылдар халҡының малын төрлө ауырыуҙарҙан ҡурсалау, уларҙы дауалау һәм профилактикалау өлкәһендә ҙур эш алып бара, юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Баш ветврачтың тырышлығы менән планлы ветэшкәртеүҙәр ваҡытында үткәрелә, ҡурҡыныс сирҙәрҙең таралыуына юл ҡуйылмай.
Ирмәк Сәләх улы эш һөҙөмтәләре буйынса күп тапҡырҙар хужалыҡ, район кимәлендә чемпион булып танылды. Ә үткән йыл йомғаҡтары буйынса ул райондың “Йыл ветврачы” номинацияһында еңеп сыҡты.
Ошо көндәрҙә Ленин исемендәге АХК-ның баш ветврачы, Таулыҡай ветучасткаһы мөдире И.С. Ғәлин үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ирмәк Сәләх улын ошо уңай менән ихлас тәбрикләп, уға артабан да тик уңыштар ғына теләйбеҙ!
А. Салауатов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.