22 июн. 2012 г.

Мәҙәниәт

Бейеүҙәре менән үҙенә
һәйкәл ҡойҙо Йәүҙәт Бикбирҙин...

   
    Башҡорт бейеүе оҫтаһы, балетмейстер-хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәренә ошо көндәрҙә 60 йәш тулған булыр ине. 44 йәшендә генә вафат булған мәшһүр сәнғәт оҫтаһының исеме үлемһеҙ.
    Үткән шәмбелә Йәүҙәт Зәйнулла улының иҫтәлегенә арналған Хәтер һәм ҡәҙер кисәһе Күсейҙәге зыяратта мәрхүмдең рухына доға ҡылыу менән башланды. Унан һуң мәҙәниәт йорто ҡунаҡтарҙы һәм ауыл халҡын ҡабул итте.

     – Мин Йәүҙәт Зәйнулла улын бик яҡшы беләм, беҙгә күрше йәшәне, – тине Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәриә Рәшит ҡыҙы. – Ул йор һүҙлелеге, шаянлығы менән айырылып торҙо. Хәтеремдә: 1984 йылда районда иң тәүге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы Күсейҙә үткәрелде. Сценарийын үҙем яҙҙым, уны Йәүҙәт ағай тикшереп, хаталарын ипләп кенә төшөндөрөп, дәртләндереп, ярҙам итте. Тантана шәп үтте, уны ағайыбыҙҙың дәртле “Ҡара тауығы” һәм башҡа бейеүҙәре биҙәне...
     Артабан тамашасыларға фотоһүрәттәр менән бейеү оҫтаһының тормош юлы бәйән ителде. Йәүҙәт ишле ғаиләлә 10-cы бала булып тыуа. Сәхнәгә Бикбирҙиндар ғаиләһенең 4 вәкиле күтәрелде, үкенескә күрә уларҙың алтауһы гүр эйәһе. Ағалары Дамир, Марат, һеңлеһе Мәүлиҙә (тормош иптәше Павел менән) туғандары хаҡында иҫтәлектәре менән бүлеште һәм тулҡынланыуҙарын йәшерә алмай, кисәне ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.
     1985 йылда Й.Бикбирҙин Баймаҡта “Ирәндек” бейеү ансамблендә эшләй башлай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был коллектив ижад үрҙәрен яулай, хатта сит илдәрҙә ла танылыу ала. Быларҙың барыһы ла Йәүҙәт Зәйнулла улының тынғыһыҙ хеҙмәте һөҙөмтәһе ул. Ансамблдә уның менән 10 йыл бергә эшләгән Гөлзифа Әхмәтова үҙенең телмәрендә тап ошоларҙы белдерҙе.
     – Шул мәлдәрҙе һағынып иҫкә алам, – тине ул. – Унан күренекле спортсы, шағир, йырсы, ҡурайсы ла сыға алыр ине. Йәүҙәт Зәйнулла улы  республикала тәүге тапҡыр тарихи бейеүҙәрҙе һалып сәхнәгә сығарҙы.
     Был һүҙҙәргә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Г.В. Аҡназарова ла ҡушылды.
     –  Бейеүселәр тураһында һирәк иҫкә алалар. Ә бейеү сәсәнен ошолай иҫләп, матур итеп кисә үткәреү бик сауаплы эш. Йәүҙәт Зәйнулла улы ижады менән үҙенә тере сағында уҡ һәйкәл ҡуйҙы. Уның башланғысында 1996 йылда үткәрелгән “Байыҡ” конкурсы хәҙер бик популяр телевизион бәйгегә әүерелде. Минеңсә, Й.Бикбирҙинға оҡшатып бейеү һалған, уны башҡарған кешеләр остазға дан йырлай. Сибай филармонияһында эш башлағанда үҙемә лә Йәүҙәт ағайымдың ярҙамы күп тейҙе, – тип белдерҙе Гөлназ Вәкил ҡыҙы.


     Кисәлә шулай уҡ Өфө ҡунағы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы Ҡоҙашева үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште. Ә Сибай сәнғәт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәйзулла Хөрмәт улы Ғөбәйҙуллин улы Айсыуаҡ менән “Ҡара тауыҡ”ты бейеп күрһәтте. Атаһы бейеүҙе халыҡсан итеп башлаһа, Айсыуаҡ уны заманса ритмдарҙа – тектоник стилендә тамамлап ҡуйыуын тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙатты.
     Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина үҙ сығышында Й.Бикбирҙинға арналған конкурстар үткәрелеүен белдерҙе. Гөлназ Хәлиҙәр ҡыҙы шулай уҡ Урал аръяғы балетмейстерҙары араһында Й.Бикбирҙин исемендәге конкурс ойоштороласаҡ һәм көҙгөһөн район кимәлендә бейеү сәсәненең иҫтәлегенә хәтер саралары уҙғарыласаҡ, тине.
     Ә муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин Й.Бикбирҙиндың башҡорт бейеүе сәнғәте күгендә һүнмәҫ йондоҙ булыуын билдәләне. Илдус Әдиф улы был матур сараны әҙерләүгә күп көс һалған ауыл биләмәһе башлығы С.Р. Йыһаншинаға, мәктәп, мәҙәниәт йорто коллективтарына һәм тамашасыларға – ауыл халҡына – район хакимиәте исеменән рәхмәт белдерҙе.
     Шәхестең исеме үлемһеҙ. Баймаҡта халыҡ ижады үҙәгендә таҡтаташ ҡуйылған, Й.Бикбирҙиндың хөрмәтенә Күсей ауылында урамға исем бирелгән һәм мәктәптә, мәҙәниәт йортонда стендтар ҡуйылған. Кисә барышында “Ирәндек” бейеү ансамбле  сығыштары тамашасыларҙың күңелен әсир итте.
     Кисә Х.Әбдрәхимова ижад иткән “Яҡты йондоҙ” шиғырын Лилиә Игебаева башҡарыуы менән тамамланды. Сараны Н.Үтәғолова матур итеп алып барҙы.
     Әйткәндәй, был көндө Й.Бикбирҙиндың һеңлеһе Мәүлиҙә мәктәпкә Йәүҙәт Зәйнулла улы һүрәтләнгән портрет бүләк итте. 

     Айбулат ИШНАЗАРОВ.
     Автор фотоларында: саранан күренештәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.