8 июн. 2012 г.

Бөйөк Еңеүгә дан!

Йырлы йәндә ҡояш байымай

Һыҙылып та йөрәк һулҡып ҡуя,
Һуғыш хәтирәһен һүткәндә.
Йәндәр өшөп китә әсәләрҙең
Уландарын өҙөлөп көткәндә.
Эй-й-й...
Күпме бала етем ҡалды ул саҡ!
Күпме һөйгән ҡалды һөйөүһеҙ!
Күпме сабый ҡулы һонолғанда
Яуапһыҙ ҙа ҡалды телемһеҙ!
Йөрәк һулҡып ҡуя... Инәйҙәрҙең,
Алыҫтарға төбәп күҙҙәрен,
Тоғро ҡалып һаман көтөүҙәре
Яуҙа ҡалған яугир ирҙәрен!

Айгөл Аҡҡужина.

Еңеү көнө етеү менән күңелде яҡындарым өсөн һағыш ҡатыш ғорурлыҡ тойғоһо биләп ала. Минең ҡартатайҙарым Иманов Фәхри Абдрахман улы һәм Килдеғошов Хәлфетдин Әбелхәким улы һуғыштың тәүге көндәренән үк, тәүгеһе береһенән-береһе бәләкәй 3 балаһын, икенсе ҡартатайым 5 балаһын ҡалдырып фронтҡа китә.
 

Иманов Фәхри ҡартатайым Башҡорт атлы дивизияһында һуғыша. 1943 йылда әсирлеккә алынып, ҡаты язалана. Немецтар уларҙан соҡор ҡаҙҙыртып, үҙҙәрен шул соҡорға тереләй күмәләр, ләкин ҡартатайым ҡаҙып сығып ҡаса. Уны баҫтырып тотоп, эттән талаталар. Шулай ҙа ҡартатайым өсөнсөгә ҡасып ҡотола һәм һуғыш бөткәнсе яу яланында ҡалып, еңеү менән әйләнеп ҡайта. Имен-һау ҡайтһа ла, һуғыш эҙемтәләре эҙһеҙ үтмәй. Тағы дүрт балаға ғүмер биреп, ете йыл ғына йәшәп вафат була. Өләсәйем Иманова Мәхтимә һуғыш осоронда биш, өс йәшлек һәм имсәк балаһы менән Ислам ауылынан Түбәгә барып, шахтаға эшкә төшә, ҡартатайым һуғыштан ҡайтҡансы шунда эшләй. Өләсәйем эштә саҡта балаларҙы әсәйем көтә. “Миңнур ныҡ илай башлаһа, алам-һоламға төрәм дә, әсәйемә алып барып имеҙеп, кире баракка йүгереп ҡайтам. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа нисек һыуыҡ тейеп үлмәгәндер инде”, –  тип һөйләй торғайны. Һуғыштан һуң ете бала менән тол ҡалған өләсәйем, ауыр йылдар булыуға  ҡарамаҫтан, барыһын да аяҡҡа баҫтырып, уҡытырға тырыша. Балалар Ислам ауылынан Беренсе Этҡол ауылына йөрөп уҡый, барыһы ла зирәк, тырыш була. Өләсәйем улы Тимербулатты Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға ебәрә. Тимербулат ағайым врач булып Аҡморон участка дауаханаһына эшкә ҡайта. Ул ҡырҡ йылдан ашыу ошо дауахананы етәкләй. Уның ике улы, ҡыҙы, килендәре – врачтар династияһын дауам итеүсе. Миңнур апайымдың бер бөртөк ҡыҙы Вилена Иманова ла табиплыҡҡа уҡып, БДМУ-ла декан урынбаҫары булып эшләй. Өләсәйемдең иң кесе ҡыҙы Зифа апайымдың улы Азамат Артыҡаев стоматолог. Өләсәйем, әсәйем менән бөтә ауырлыҡтарҙы күтәреп, балаларҙы аяҡҡа баҫтырырға тырышҡан Зәкиә Килдеғошова Йомаш фермаһына эшкә килә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы алдынғы быҙау ҡараусы була.
 
Үкенескә күрә, икенсе ҡартатайым – Хәлфетдин Килдеғошов тураһында бик аҙ беләм. Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алынып, 1943 йылда “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы ғына килә. Ҡартәсәйем Миңлебикә Килдеғошова биш баланы яңғыҙы тәрбиәләй. Бер улы бәләкәй сағында ҡыҙылсанан, ә ике улы кәләш алып ғаиләле булғас, фажиғәле һәләк була. Ҡартәсәйем 37 генә йәшендә тол ҡалып, бер-бер артлы ауыр ҡайғылар кисерһә лә, ғүмер буйы ҡартатайыма тоғро ҡалып, уны көттө. 94 йәшкә тиклем үҙ аяғында йөрөнө, Шаһыбал ағайымдың ғаиләһе менән йәшәне. Үлер алдынан: “Миңлебикә, мин үлмәнем, көт, тик Төркиәгә барып эләгеп, кәләш алып, ҡайта алманым. Ошо араларҙа ҡайтырмын, һеҙҙе ныҡ һағындым”, – тип әллә нисә тапҡыр төшөмә инде. Ана-бына ҡайтып инһә, шәп булыр ине”, – тип гел ҡартатайымды һөйләне.
 
...Ваҡытты туҡтатыу мөмкин түгел. Һуғыш быуыны батырлығы хаҡындағы хәтирәләрҙе хатта быуаттар ҙа юя алмай. Уларҙың һәр береһенең яҙмышы тураһында ҡалын китаптар яҙырлыҡ. Еңеүҙе яҡынайтҡан ҡартатайҙарым өсөн бер ғорурланһам, уларға тоғро ҡалып, күпме михнәттәр аша балаларын аяҡҡа баҫтырып, тоғролоҡҡа, сабырлыҡҡа һәйкәл ҡойоусы өләсәйҙәрем алдында баш эйәм. Йәндәрегеҙ күптән ожмах түрендәлер, ауыр тупрағығыҙ еңел булһын! Шағир Р.Түләк яҙғанса, “йырлы йәндә ҡояш байымай”!

Айгөл Аҡҡужина-Килдеғошова,
“Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһы.
Йомаш ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.