8 июн. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Хужалыҡ ғорурлығы


Салауат исемендәге АХК-нан Айрат Күсеевты кооперативта ғына түгел, ә район кимәлендә лә алдынғы механизатор, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ яҡшы беләләр. Хужалыҡта дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләү осоронда Айрат Нуретдин улы намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы абруй яуланы, район кимәлендәге  ярыштарҙың даими еңеүсеһе булып танылды, бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

А.Күсеев – тыуған еренә береккән, туған хужалығын үҫтереүгә күп көс һалған ысын хеҙмәт ҡаһармандарының береһе. Айрат Нуретдин улы өсөн ял миҙгеле юҡ. Ул барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларында әүҙем ҡатнаша, һәр саҡ юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Быйылғы яҙғы баҫыу эштәре осоронда ла алдынғы механизатор һынатманы – үҙенең МТЗ-82.1 тракторында 1095 гектарҙа сәсеүлектәрҙе тырматып һәм 220 гектарҙа катоклап, дөйөм уңышҡа тос өлөш индерҙе.

А. Салауатов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.