18 июн. 2012 г.

Хеҙмәт ярышында еңеүселәр

Яҙғы баҫыу эштәре һәм мал ҡышлатыу осорона иғлан ителгән район хеҙмәт ярышы йомғаҡтары тураһында

Яҙғы баҫыу эштәре һәм мал ҡышлатыу осорона иғлан ителгән район хеҙмәт ярышы йомғаҡтарын ҡарағандан һуң, муниципаль район хакимиәте түбәндәгеләрҙе еңеүселәр тип тапты:

Яҙғы баҫыу эштәре буйынса
Хужалыҡтар араһында

1-се урын – Ленин исемендәге АХК-ға (етәксеһе Ғ.Б. Сәлимов, профком рәйесе М.Х. Ишкинин, баш агрономы У.Ә. Әхмәтйәнов). Коллективҡа I дәрәжә диплом һәм 30 мең һум премия тапшырылды.
2-се урын – “Баймаҡ” ҒПБ-һына (етәксеһе М.Б. Салихов, профком рәйесе И.Ғ. Баййегетов, баш агрономы К.М. Мичунов). Коллективҡа II дәрәжә диплом һәм 25 мең һум премия бирелде.
3-сө урын – “Уңыш” АХК-һына (етәксеһе В.Н. Землянский, профком рәйесе А. Ә. Аллағыуатов, баш агрономы Ф.К. Иҫәнбаев). Коллектив III дәрәжә диплом һәм 15 мең һум премия менән бүләкләнде.
Баҫыусылыҡ бригадалары һәм звенолары араһында
1-се урын – “Мерәҫ” ЯСЙ-һының баҫыусылыҡ бригадаһына (бригадиры С.Р. Ямантаев).
2-се урын – “Толпар” ЯСЙ-һының баҫыусылыҡ бригадаһына (бригадиры П.М. Божеховский).
3-сө урын – Салауат исемендәге АХК-ның баҫыусылыҡ бригадаһына (бригадиры Ф.Ғ. Әхмәров).
Коллективтарға I, II, III дәрәжә дипломдар һәм 10 мең, 8 мең, 5 мең һум күләмендә премиялар бирелде.
Түбәндәге КФХ-ларға район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды:
Шәрәфетдинов Айрат Алик улына,
Мырҙаҡаев Айҙар Шәрифйән улына,
Новиков Анатолий Михайловичҡа.
Яҙғы баҫыу эштәре осорона иғлан ителгән хеҙмәт ярышында еңеүсе тип табылдылар:Ҡоланбаев Фәнүр Исрафил улы – “Уңыш” АХК-һы механизаторы. Уға I дәрәжә диплом һәм ВАЗ-2107 автомобиле тапшырылды.
Күлибаев Харис Хафиз улы – “Баймаҡ” ҒПБ-һы механизаторы. II дәрәжә диплом һәм йомшаҡ мөйөш менән бүләкләнде.
Половой Виктор Васильевич – “Урал” аръяғы МТС-ының Баймаҡ филиалы механизаторы. Уға III дәрәжә диплом һәм йомшаҡ мөйөш бирелде.
“Сәсеү батыры” почет таҫмаһына һәм 2 мең һум күләмендәге премияға лайыҡ булдылар:
Әхмәтов Мөҙәрис Йосоп улы – “Союз” ЯСЙ-һы,
Баймөхәмәтов Марсель Минғәле улы – БНИИСХ-ның Баймаҡ ғилми подразделениеһы,
Борисов Александр Андреевич – “Рассвет”,
Вәлиев Радмир Ринат улы – Салауат исемендәге,
Кудрявцев Николай Владимирович – “Богачевка”,
Күсеев Айрат Нуретдин улы – Салауат исемендәге,
Мусин Азамат Харис улы – “Октябрь”,
Мостафин Рафаэль Сөләймән улы – “Р.Рәхимов” КФХ-һы,
Муралиев Илдус Салауат улы – “Йылайыр”,
Ноғоманов Шәрифйән Ильяс улы – “А.Мырҙаҡаев” КФХ-һы,
Нурдәүләтов Кинйәбай Хафиз улы – “Уңыш”,
Осипов Сергей     Александрович – “Рассвет” ,
Сабитов Азат Ҡаһарман улы – “А. Шәрәфетдинов” КФХ-һы,
Сағынбаев Ғәйзулла Ғәни улы – Ленин исемендәге,
Сәйетғафаров Шәфҡәт Шәфи улы – “Аҡморон”,
Солтанғолов Айса Йомабай улы – МТС-тың Баймаҡ филиалы,
Солтанов Наил Рәшит  улы – Ленин исемендәге,
Сырлыбаев Рөстәм Әхәт улы – “Таналыҡ”,
Тимеров Нурғәле Тәлғәт улы – “Йылайыр”,
Уйылданов Йосоп Салих улы – “Аҡморон”,
Халисов Наил Әхмәт улы – “Толпар”,
Йәйләев Самат Зәки улы – “Байҡара”,
Йәнбәков Зиннәтулла Васиҡ улы – “Байҡара”,
Йәнбирҙин Илшат Уйылдан улы - “Алғаҙы”,
Япанов Айнур Ғафар улы – “Б. Миңлебаев” КФХ-һы.
Мал ҡышлатыу буйынса
Хужалыҡтар араһында
1-се урын – Ленин исемендәге АХК-ға (етәксеһе Ғ.Б. Сәлимов, профком рәйесе М.Х. Ишкинин, баш зоотехнигы Ҡ.Р. Уразбаев).
2-се урын – “Рассвет” АХК-һына (етәксеһе А.Б. Шәрипов, профком рәйесе С.С. Ковалев, бригадиры А.В. Огнев).
3-сө урын – “Байҡара” агрофирмаһына (етәксеһе М.Ф. Үҙәнбаев, профком рәйесе А.Р. Бикмөхәмәтов, бригадиры Д.Ә. Йәнбәков).
Коллективтарға I, II, III дәрәжә дипломдар һәм 30 мең, 25 мең, 15 мең һум аҡсалата премиялар тапшырылды.
Агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн район башлығының Рәхмәт хатына һәм 2 мең һум күләмендәге премияға түбәндәге етәкселәр лайыҡ булды:
Абҙаҡов Мирза Шәкирйән улы – “Таналыҡ” АХК-һы рәйесе,
Мөхәмәтғәлиев Илшат Мәүләүи улы – Салауат исемендәге АХК рәйесе,
Сәлимов Ғәлим Булат улы – Ленин исемендәге АХК рәйесе,
Трушин Николай Александрович - “Богачевка” ЯСЙ-һы директоры,
Юнысов Таһир Зәбир улы – “Баймаҡ һөтө” ЯСЙ-һы директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.