18 июн. 2012 г.

Рәсми бүлек

Инвестиция форумы юғары кимәлдә үтте


Тәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов һәм форумға саҡырылған ҡунаҡтар Урал аръяғы райондарының инвестиция проекттары менән танышты. Һәр район үҙенең ресурс мөмкинлек-тәре тураһында мәғлүмәтте күргәҙмәгә ҡуйырға тырышҡан ине, улар менән муниципаль район хакимиәттәре башлыҡтары таныштырҙы. Күргәҙмәләр инвесторҙар өсөн киләсәккә маҡсаттар билдәләү, мөмкинлектәрҙе барлау өсөн бик файҙалы булғандыр, моғайын.

Форумдың пленар өлөшөндә көн тәртибенә төп мәсьәлә – 2020 йылға илдә юғары технологияларға нигеҙләнгән 25 миллион яңы эш урыны булдырыу – сығарылды. Шуға күрә форум темаһының «25-20» стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары» тип билдә-ләнеүе лә осраҡлы түгел. Беҙҙең төбәктә был мәсьәлә айырыуса көнүҙәк, быға күп осраҡта заманса производстволар булмауы сәбәпсе.
Форумда ҡатнашыусылар граждандарҙы эшкә урынлаштырыу һәм ошоға бәйле халыҡтың иҡтисади йәһәттән насар үҫешкән төбәктәрҙән ситкә ағылыуы мәсьәләһен хәл итеүҙең иң һөҙөмтәле механизмы сифатында яңы производстволар булдырыуҙы билдәләне, әйтергә кәрәк, быны шәхси инвесторҙар ҡатнашлығынан тыш хәл итеп булмай.
I төбәк-ара инвестиция форумын асып, тәүге доклад менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. “Республика уңайлы инвестицион мөхит булдырыу өҫтөндә күп эшләй. Барыбыҙға ла яҡшы аңлашыла: бында иң мөһиме – асыҡлыҡ һәм ышаныс атмо- сфераһы булдырырға, капитал һалыуҙарҙың ышаныслы булыуын күрһәтергә, аныҡ гарантиялар бирергә кәрәк. Шуға ла беҙ инвестиция эшмәкәрлеген көйләү, уға дәүләт ярҙамы формалары тураһындағы норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнек. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн административ кәртәләрҙе бөтөрөү сараһын күрәбеҙ. Ошо урында билдәләп үткем килә, беҙ – эшҡыуарҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе.
2011 йылда төп капиталға инвестициялар 5,5 процентҡа артып, 185 миллиард һумға тиерлек етте. Республика иҡтисадына 300 миллион АҠШ доллары күләмендә сит ил инвестициялары килде, был 2010 йылдағына ҡарағанда өс тапҡырға күберәк. Элегерәк төп инвестициялар сеймал секторына барһа, хәҙер улар башлыса эш-кәртеү производствоһын үҫтереүгә йү-нәлтелә. Быйыл да ыңғай динамика һаҡ-лана: беренсе кварталда уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 8,5 процент үҫеш менән төп капиталға 25,2 миллиард һум аҡса һалынды.
Беҙҙә халыҡ мәшғүллегенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле Рәсәй буйынса уртаса кимәлгә ҡарағанда юғарыраҡ, шулай ҙа былтыр был айырма бер аҙ кәмене. Әле республика Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән бер процентҡа ҡалыша (республикала иҡтисади йәһәттән әүҙем халыҡ араһындағы эшһеҙлек кимәле – 7,7, ә Рәсәй буйынса 6,6 процентҡа тиң).  Халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе айырыуса республика үҙәгенән алыҫ урынлашҡан, ошоноң арҡаһында иҡтисади процестарҙан ситтә торған райондарҙа асыҡ күренә. Урал аръяғының ҡеүәтле потенциалы бар. Шуға ҡарамаҫтан, эшһеҙҙәр һаны күп. Кешеләр, айырыуса йәштәр, ситкә күпләп китә. Ошо проблеманы  яйға һалыу өсөн маҡсатлы эш алып барыла, бер нисә ай эсендә 2 меңдән ашыу эш урыны барлыҡҡа килтерелде. Тағы ла 5,5 мең эш урыны булдырыуҙы планлаштырабыҙ. Бөгөнгө форум ошо йүнәлештә үҙ һөҙөмтәләрен бирер, тип ышанам”, – тине ул. Рөстәм Зәки улы Башҡортостанда проекттарының хаҡы биш миллиард һумдан ашҡан инвесторҙар яҡын арала 10 йылға тиклем мөлкәткә һалымдан азат ителеүгә иҫәп тота ала, тип белдерҙе.
Артабан “Эшлекле Рәсәй” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты Александр Галушка, Яңы проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса стратегик инициативалар агентлығының партнерҙар селтәрен үҫтереү буйынса директоры Александр Пироженко, Башҡортостан Президенты советнигы – Башҡортостан Президентының инвестицион хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Андрей Назаров, Ростов өлкәһенең иҡтисад министры Владимир Бартеньев, Калуга өлкәһе иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш министрлығының Инвестициялар идаралығы начальнигы Дмитрий Абрамов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров сығыш яһаны һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.
“Урал аръяғы–2012” төбәк-ара инвестиция форумы барышында инвестицион хеҙмәттәшлек тураһында 11 килешеү төҙөлдө. Уларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә төбәккә ете миллиард һумдан ашыу аҡса һалынасаҡ. Улар иҫәбендә беҙҙең районда гидролиз производствоһы һәм һөт заводы төҙөлөшө, Әбйәлилдә мәрмәр эшкәртеү производствоһын үҫтереү, Баймаҡта марганцовкалы ҡорос ҡойоу производствоһын ойоштороу, йомшаҡ бойҙай тарттырыу тирмәнен реконструкциялау һәм Сибай элеваторы базаһында көнбағыш эшкәртеү заводын төҙөү буйынса килешеүҙәр бар. Был проекттарҙың уңышлы тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә төбәктә 1300-ҙән ашыу яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк, тип планлаштырыла. 
Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестицион мөхитте яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының өсөнсө ултырышы үтте. Көн тәртибенә ҡуйылған төп мәсьәлә – Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең республика иҡтисадына йоғонтоһо, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә уңайлы инвестицион мөхитте тәьмин итеү буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандартын индереү һөҙөмтәләре.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беренсе булып һүҙ алды. Артабан Александр Галушка, Андрей Назаров, Юрий Пустовгаров һ.б. сығыш яһаны.
Форум сиктәрендә төрлө темаларға дискуссия клубтары, “Түңәрәк өҫтәл”дәр ойошторолдо, секция ултырыштары үтте.
Сибайҙа үткән форум – ул халыҡты эш менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итеү юлындағы аҙымдарҙың береһе.  Уның һөҙөмтәһендә киләсәктә урындағы тәбиғәт ресурстарын, производство һәм транспорт инфраструктураһын, кадрҙар потенциалын иҫәпкә алып әҙерләнгән территорияларҙы үҫтереү буйынса айырым маҡсатлы программалар бойомға ашыр, инвесторҙар күпләп йәлеп ителер, тигән ышаныс бар.

Сәлимә Кейекбирҙина.


Килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды


Мәғлүм булыуынса, 11-16 апрелдә муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге Баймаҡ районы делегацияһы Ханты-Манси автономиялы округына ҡараған Сорғот районының Түбәнге Сортым ҡасабаһында булып ҡайтҡайны. Эшлекле сәфәр сиктәрендә Түбәнге Сортым ҡасабаһы, “Түбәнге Сортым-нефть” нефть һәм газ табыу идаралығы һәм беҙҙең район араһында урындағы үҙидараның эшен өйрәнеү, социаль-иҡтисади йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү, мәҙәниәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында килешелгәйне.
 
Һөҙөмтәлә, 9 июндә, һабантуй көнөндә районыбыҙҙың социаль-иҡтисади үҫешенә яңы импульс бирәсәк әһәмиәтле ваҡиға булды – “Түбәнге Сортым-нефть” нефть һәм газ табыу идаралығы етәксеһе С.А. Слюсаренко, Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районы Түбәнге Сортым ҡасабаһы ауыл биләмәһе башлығы П.В. Рымарев һәм Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
 
Нефть һәм газ табыу идаралығы өсөн белгестәр әҙерләү тураһында ла килешеү төҙөлдө. Уға “Түбәнге Сортым-нефть” нефть һәм газ табыу идаралығы етәксеһе С.А. Слюсаренко һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы директоры Т.М. Ғәниев ҡул ҡуйҙы.
Шулай уҡ ошо көндә тағы ла үҙ-ара отошло хеҙмәттәшлек тураһында килешелде –  оҙаҡламай “Талҡаҫ” шифаханаһында “Түбәнге Сортым-нефть” нефть һәм газ табыу идаралығы эшселәренең ялы һәм дауаланыуы ойоштороласаҡ. Был хаҡтағы документ идаралыҡтың беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе К.С. Нәсибуллин һәм “Талҡаҫ” шифаханаһы” ДУП-ы директоры Г.Р. Ғәлиеваның ҡултамғалары менән нығытылды.

С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.