1 июн. 2012 г.

“Шөгөр” малсыларҙы йыйҙы

Салауат исемендәге АХК-ла
малсыларҙың район конкурсы үтте

Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы предприятиеларының иң яҡшы һауынсылары һәм техник-осеменаторҙары сираттағы район конкурсына йыйылды. Йыл да ойошторолған был сара Салауат исемендәге АХК-ның “Шөгөр” йәйләүендә үтте. 

Ғ.Кәримов, Э.Ишмырҙина, М.Кашапов.
Әйтергә кәрәк, хужалыҡ конкурсҡа етди әҙерләнгән. Күптән түгел хужалыҡҡа рәйес булып тәғәйенләнгән И.М. Мөхәмәтғәлиевтың һәм уның командаһының тырышлығы менән йәйләү тулыһынса яңырыу кисергән. Һыйыр һауыу өсөн майҙансыҡ профнастил менән ябылған һәм көпләнгән, тулыһынса асфальт йәйелгән, 320 мең һумлыҡ һөттө һыуытыу ҡоролмаһы ултыртылған. Һыу менән тәьмин итеү системаһы ла яңыртылған. Майҙансыҡ биләмәһе лә яңынан кәртәләп алынған. Ғөмүмән, һауынсылар өсөн бында бөтә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Дөйөм алғанда, ремонт-төҙөкләндереү эштәренә 750 мең һум аҡса тотонолған.

М.Азаматова, М.Иҫәндәүләтова, М.Ҡотлоғужина.

Быйылғы конкурста ҡатнашыу өсөн бөтәһе 12 һауынсы һәм 11 техник-осеменатор килгәйне. Ярыш флагын күтәреү хоҡуғы былтырғы район чемпиондары – Салауат исемендәге АХК һауынсыһы Нурия Утарбаева менән Ленин исемендәге АХК-ның техник-осеменаторы Шамил Үҙәнбаевҡа бирелде. Конкурсты ойоштороусылар уның шарттары менән таныштырғандан һуң, бәйге старт алды.

Ярыш бер нисә этап буйынса барҙы, конкурсанттар үҙҙәренең теоретик һәм практик белемдәрен күрһәтте. Бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, “Аҡморон” АХК-һы һауынсыһы Мәймүнә Азаматова район чемпионы булып танылды. Уға 5 мең һум премия һәм I дәрәжә диплом тапшырылды. Икенсе урынды “Байҡара” агрофирмаһының алдынғы һауынсыһы Мәүсирә Иҫәндәүләтова (3 мең һум, II дәрәжә диплом), өсөнсөнө Ленин исемендәге АХК-нан  күп тапҡыр районда һөнәре буйынса иң яҡшыһы булып танылған Мөнирә Ҡотлоғужина (2 мең һум, III дәрәжә диплом) алды. Дәртләндереү призы иң йәш һауынсыға – Салауат исемендәге АХК-ла яңыраҡ эш башлаған Нуриҙә Мортазинаға бирелде. Әйткәндәй, конкурсҡа килгәндәрҙең береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы.
Техник-осеменаторҙар араһында ла ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Бер нисә тапҡыр район, республика конкурстары еңеүсеһе “Баймаҡ” ҒПБ-һынан Ғәфүр Кәримов был юлы ла һынатманы – “район чемпионы” таҫмаһына, 5 мең һум премияға һәм I дәрәжә дипломға лайыҡ булды (әйткәндәй, быйыл хаҡлы ялға китеүе уңайы менән уны ойоштороу комитеты 3 мең һум премия менән бүләкләне). “Байҡара” агро- фирмаһынан Эльвира Ишмырҙина һәм Салауат исемендәге АХК-нан Мирас Кашапов артабанғы урындарҙы бүлеште.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында “Мәләүезһөт” комбинатының “Баймаҡ һөтө” ЯСЙ-һы директоры Т.З. Юнысов Ленин исемендәге һәм “Аҡморон” АХК-лары һәм уларҙың етәкселәренә даими партнерлыҡ мөнәсәбәттәре өсөн ҡиммәтле приздар тапшырҙы.
Һуңынан ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм зооветеринария белгестәре өсөн семинар-кәңәшмә ойошторолдо. Малсылыҡтың биш айлыҡ  эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы М.Ғ. Кайниев, район-ҡала ветстанцияһы начальнигы урынбаҫары Р.М. Аҡсаров, Баймаҡ төбәк ветбаклабораторияһы мөдире В.Р. Рәмиев, ауыл хужалығы бүлегенең баш белгесе З.М. Тимербулатов сығыш яһаны.
Дөйөм алғанда, малсылыҡта хәлдәр яҡшынан түгел. Һөт һәм ит етештереү артһа ла, мал һанының кәмеүе (һыйыр малы үткән осор менән сағыштырғанда – 78,1, һыйыр һаны – 79,5, йылҡы һаны 78,2 процент тәшкил итте) дауам итә, быҙауҙарҙы тәрбиәләү тейешле кимәлдә түгел, ойоштороу мәсьәләләре аҡһай. Күп хужалыҡтарҙа малсылар өсөн кәрәкле эш шарттары тыуҙырылмаған, уларҙы дәртләндереү өсөн ябай ҡағиҙәләр үтәлмәй. Байтаҡтарында техник хәүефһеҙлек буйынса инженер, профсоюз ойошмалары эшләмәй. Шул уҡ ваҡытта эш хаҡы буйынса бурыстар арта. Ғөмүмән, тармаҡта проблемалар быуа быуырлыҡ. Был тәңгәлдә Ленин исемендәге АХК бөтә позициялар буйынса ла башҡа хужалыҡтарға өлгө булып тора, производствоны үҫтереүгә лә, коллективтың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә лә берҙәй ҙур иғтибар бүлә.
Семинар-кәңәшмәнең эшенә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм уның урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров йомғаҡ яһаны. Илшат Хәмит улы мал һанын тергеҙеү, хеҙмәтсәндәр тураһында даими хәстәрлек күреү, зооветеринария эшен яйға һалыу, һабантуйға етди әҙерләнеү бурысын ҡуйҙы. Малды тәләфләүгә юл ҡуйған етәкселәр менән бынан ары һөйләшеү ҡаты буласаҡ.

Азамат Мөхәмәтшин.
Г. Мирзина фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.