1 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

Юлдар төҙөкләндерелә

Яҙ етеү менән юлсылар өсөн ҡыҙыу осор башлана. Быйыл улар Сәрмән – Амангилде – Баймаҡ автомобиль юлының Түбә ҡасабаһы эргәһендә 2 км, Магнитогорск – Ира юлының Сибай – Баймаҡ араһында 1,6 км оҙонлоғонда асфальт юл һалған. Әлеге ваҡытта ДРСУ эшселәре ҡаланың Коммунистик урамындағы юлға 1,7 км арауыҡта асфальт түшәй. Күптән инде тик соҡор-саҡырҙан торған был юлды тәртипкә килтереүҙәре ошо биҫтәлә йәшәүселәрҙең оло шатлығына әйләнде.

Ҡуянтауҙа төҙөлөш ҡайнай

Быйыл апрель айында Ҡу-янтау ауылында 80 уҡыусыға тәғәйенләнгән ике ҡатлы мәктәп төҙөлөшө башланды. Объекттың подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы. Әлеге ваҡытта предприятиеның Риф Ирназаров етәкселегендәге ташсылар бригадаһы бинаның икенсе ҡатын һалыуҙы тамамлай.

Лагерҙар балаларҙы ҡабул итергә әҙер

Мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп яны лагерҙары, йәғни көндөҙгө ял итеү үҙәктәре район һәм ҡала мәктәптәрендә ойоштороласаҡ. 1 июндә эш башлаған был лагерҙарҙа уҡыусылар бер заезда, йәғни 21 көн ял итәсәк.
Ә “Орленок” һәм “Граф күле” лагерҙарында дүртешәр заезд буласаҡ. Улар тәүгеһен 2-3 июндә ҡабул итәсәк.

“Ирәндек батыры” саҡыра

1-2 июндә Сибайҙа “Ирәндек батыры” республика конкурсы үтәсәк. Унда баймаҡ-тар ҙа ҡатнашасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.