3 июн. 2012 г.

КӘҢӘШМӘЛӘР

     ҠЫШҠА ӘҘЕРЛЕК ЯҘҘАН БАШЛАНА


     30 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Президиумының сираттағы ултырышы үтте, ул видеобәйләнеш режимында алып барылды. Президиум ултырышы торлаҡ, социаль һ.б. объекттарҙы киләһе көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерләү мәсьәләләренә арналды. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры С.И. Афонин алып барҙы.
     Төп доклад менән БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Кислицын сығыш яһаны. “Киләһе йылытыу миҙгеле башланғансы республика буйынса 74 км оҙонлоғонда йылылыҡ, 247,5 километрҙа һыу үткәргес торбаларын алмаштырыу талап ителә.  Шулай уҡ 1500 ҡаҙанлыҡты һәм 62 үҙәкләштерелгән йылылыҡ пунктын ҡышҡылыҡҡа тейешенсә әҙерләргә кәрәк. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды программаһы сиктәрендә 2012 йылда 831 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Ошо аҡсаға дөйөм майҙаны 375 мең квадрат метрҙы тәшкил иткән 114 йортто ремонтлау талап ителә. Бынан тыш, урамдарҙы яҡтыртыуҙы модернизациялау программаһы тарафынан 227,2 миллион һум аҡса бүленә. Дөйөм йортҡа энергия ресурстарын иҫәпләү приборҙары ҡуйыу өсөн тағы ла 65 миллион һум бирелә. Көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә коммуналь хужалыҡ объекттарын әҙерләүгә 617,4 миллион, коммуналь инфраструктура системаһын үҫтереүҙең комплекслы программаһын бойомға ашырыуға – 632,6 миллион һум аҡса күсәсәк. Республика буйынса 44 коммуналь объект төҙөүгә һәм реконструкциялауға ағымдағы йылда республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 740,9 миллион һум бүленә”, - тине ул. Проблемаларға туҡталып, республиканың ҡайһы бер райондарында йылылыҡтың күпләп юғалыуын, газ һәм йылылыҡ өсөн бурыстарҙың ҙурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, әлеге ваҡытта тәбиғи газ өсөн бөтәһе 641 миллион һум (май айында был күрһәткес 12 процентҡа артҡан), йылылыҡ энергияһы өсөн 1,7 миллиард һум (май айында 33 процентҡа артҡан) бурыс йыйылған.
     Артабан йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышы, планлаштырылған ремонт эштәре, тиҙ арала хәл итергә кәрәкле көнүҙәк мәсьәләләр тураһында “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Газпром”дың “Межрегионгаз” асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре, БР мәғариф министры Ә.С.Ғаязов сығыш яһаны. Шулай уҡ ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән видеобәйләнеш булдырылды. Үҙҙәрендә был тәңгәлдәге хәл-торош менән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Изотов, Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Борис Беляев һ.б. таныштырҙы.
     Һуңынан   Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры, БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары 15 сентябргә тиклем әҙер булырға тейеш, тип белдерҙе. Бынан тыш, билдәләнгән нормативтарға ярашлы, йылына селтәрҙәрҙең кәм тигәндә 5 проценты яңыртылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

     Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.