3 июн. 2012 г.

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА

    «МӘК-2012» операцияһы бара


     2012 йылдың 28 майында Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йыл да үткәрелеп килгән “Мәк” комплекслы ведомство-ара оператив-профилактика операцияһы башланды. Ул законһыҙ рәүештә сәселгән һәм ҡырағай наркотик матдәле үҫемлектәр үҫкән участкаларҙы асыҡлау һәм юҡҡа сығарыу маҡсатында бойомға ашырыла. Был операцияла Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, федераль именлек хеҙмәте, федераль таможня хеҙмәте, наркотиктар  әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәт идаралыҡтары, властың федераль, төбәк һәм муниципаль органдары ҡатнаша.
   
     Башҡортостан Республикаһында тәбиғәт шарттарында наркотик матдәләре булған киндер һәм мәк кеүек үҫемлектәр күпләп үҫә. Законһыҙ әйләнештән наркотиктарҙы алыу буйынса эшмәкәрлектең төп йүнәлеше – ул наркотиктар етештереүҙең сеймал базаһын юҡ итеү.
     2004-2011 йылдарҙа “Мәк” операцияһы барышында 2586 тонна мәк һәм киндер юҡ ителгән, был яҡынса 255 миллион дозаға тиң, йәғни ул наркоманға 25 йыл дауамында көнөнә өс тапҡыр ҡабул итеүгә етә. Тартып алынған наркотик матдәләрҙең дөйөм күләмендә атап үтелгән үҫемлектәр 85 процент тәшкил итә, был үҫкән урындарында мәк һәм киндерҙе юҡ итеү мөһимлегенә тағы ла бер дәлил.
     РФ-ның ғәмәлдәге ҡануниәте тарафынан наркотиклы үҫемлектәр үҫтереүгә дәүләт монополияһы билдәләнгән. 1998 йылдың 8 ғинуарындағы 3-сө федераль Закондың 29-сы статьяһының 3-сө өлөшө физик һәм культуралар үҫтереүгә лицензияһы булмаған юридик берәмектәргә атап үтелгән үҫемлектәрҙе юҡ итергә ҡуша.
     Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһы һәм БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәте наркотиктар буйынса хәл-торош мониторингы сиктәрендә ҡырағай һәм сәсеп үҫтерелгән наркотиклы үҫемлектәрҙе юҡ итеү буйынса анализ эшләй. Практика күрһәтеүенсә, күп кенә ауылдарҙа бер үк участкалар йыл да күрһәтелә, был урындағы муниципаль берәмектәр хакимиәттәре проблемаға тейешле иғтибар бирмәй, тигәнде аңлата.
     Шул уҡ ваҡытта “Мәк” операцияһын үткәргәндә асыҡланған участкаларҙа үҫемлектәрҙе юҡ итеү һөҙөмтәле башҡарылмай. Әлеге мәлдә ҡырағай киндер сабыла. Шуға ла уның һөҙөмтәһе юғары түгел, сөнки тәрән итеп һөргән хәлдә лә киндерҙең тамыр системаһы әллә ни ҙур зыян күрмәй. Бынан тыш, ергә уның орлоҡтары һибелә һәм киләһе йылда тағы ҙурыраҡ “уңыш” бирә. Был йәһәттән Кушнаренко районы хакимиәте тәжрибәһе иғтибарға лайыҡ. Унда дөйөм тәьҫир итә торған гербицидтар менән киндер үҫкән ерҙәргә химик эшкәртеү яһала. Хәҙерге көндә Башҡортостанда наркотик матдәләре булған үҫемлектәрҙе асыҡлау һәм табыуҙа яңы технологияларҙың төрлө варианттары өйрәнелә һәм үҙләштерелә. Шуларҙың береһе – спутник аша киндер үҫкән участкаларҙы карталау.
     Икенсе яҡтан, наркотиклы матдәләре булған үҫемлектәр үҫкән урындар йылдар буйы асыҡланмаһа ла, урындағы халыҡтан мәк һаламы һәм каннабис тартып алыу факттары шулай уҡ урындағы власть органдарының эшләп еткермәүе тураһында һөйләй.
     Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аңлатыу эштәре алып барыу ыңғай һөҙөмтәләр килтерҙе. Граждандарҙың шәхси участкаларының (ер бүлемдәренең, ихата яны участкаларының) 3 процентында мәк һәм киндер үҫеүе асыҡланды. “Мәк” операцияһы барышында 2011 йылда муниципаль үҙидара органдары ҡырағай мәк һәм киндер үҫкән 855 баҫыуҙы асыҡлаған һәм юҡ иткән. Был тәңгәлдә Саҡмағош, Нуриман, Бәләбәй райондары алдынғылар рәтендә. Үҙаллы юҡ ителгән наркотик сеймалы үҫкән участкаларҙың дөйөм майҙаны 167 га.
     Башҡортостан Республикаһының наркотиктарға ҡаршы комиссияһы һәм БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәте республика йәмәғәтселеген һәм муниципаль хакимиәттәрҙе “Мәк-2012” операцияһы сиктәрендә үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
     Мәк һәм киндер үҫкән урындар, атап үткән үҫемлектәрҙе законһыҙ үҫтереү, наркотиктар әҙерләү һәм һатыу факттары буйынса  БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәте идаралығының “Ышаныс телефоны”на – 8-800-347-20-30 (шылтыратыу бушлай) хәбәр итә алаһығыҙ. Шылтыратыусының исем-шәрифе сер итеп һаҡланасаҡ.

     БР буйынса наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.