29 июн. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Матур кеше матур бар яҡтан


Хөснә Әнүәр ҡыҙы Рыҫбаева 1947 йылдың май айында Баймаҡ районының Ғәҙелбай ауылында тыуған. Ата-әсәһе уны матур итеп тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙ бик теремек була. 1965 йылда Беренсе Этҡол урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Һәләтле ҡыҙҙы шул йылда уҡ Шүлкә башланғыс мәктәбенә уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. 


Әйтергә кәрәк, Хөснә Әнүәр ҡыҙы 44 йыл дауамында һайлаған һөнәренә тоғро ҡала. Ситтән тороп Өфөләге 1-се педагогия училищеһын тамамлағас, Баймаҡ интернат-мәктәбенә тәрбиәсе булып эшкә күсә. Тәрбиәсе өсөн иң кәрәкле булған ябайлыҡ, алсаҡлыҡ һәм ихласлыҡ сифаттары Хөснә Әнүәр ҡыҙына тәбиғәт тарафынан бирелгән. 1989 йылда ул “Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы” знагы менән бүләкләнә. Күп һанлы Маҡтау ҡағыҙҙары уның һәләтле белгес булыуы хаҡында һөйләй. Ул эшләй башлағанда интернат-мәктәптә пионер, комсомол эштәре гөрләй ине. Хөснә Әнүәр ҡыҙы етәкләгән класҡа Әҙеһәм Әлибаев исеме бирелде. Ул исемде уҡыусылары комсомол сафына ингәнсе алып барҙы. Отряд Ә.Әлибаевтың ҡатынын, балаларын, туғандарын осрашыуҙарға саҡырҙы, уларҙы үҙ отрядтарына ҡабул иттеләр. Уҡыусылары геройҙың тормош юлын ентекле өйрәнде. Һәләтле педагог үҙенең 20 йыл ғүмерен Баймаҡ интернат-мәктәбенә арнаны. Төп эшенән тыш бик күп йәмәғәт эштәрен башҡарҙы, 10 йыл буйына профсоюз ойошмаһын етәкләне. Шулай уҡ ике тиҫтә йыл дауамында урындағы һәм мәктәп яны интернаттары тәрбиәселәренең район методик берекмәһе етәксеһе, биш йыл хеҙмәт һәм ял лагеры начальнигы булды.
 
1993 йылда Беренсе Этҡол ауылында республика башҡорт компьютер лицей-интернаты асылғас, тәжрибәле белгес өлкән тәрбиәсе итеп унда күсерелде. Бөтә күңелен биреп, эскерһеҙ ижади эшләүе арҡаһында Хөснә Әнүәр ҡыҙы үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелә, лицей уҡыусыларын милли рухта тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә.
 
2002 йылда ул “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип табыла, шул йылда уҡ II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат итеп һайлана. Милләт, халыҡ, телебеҙ яҙмышы хәл ителгән оло ҡорҙа ҡатнашыуын ҙур бәхеткә һанай.
 
Ауыл биләмәһендә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, ауыл Советы депутаты итеп һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, район ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы була.
 
Уның уҡыусылары араһында кемдәр генә юҡ?! Ләкин ниндәй генә һөнәр һайламаһындар, тәрбиәселәре өйрәткән бер хәҡиҡәтте онотмай улар: төп һөнәр – кеше булыу. Тыуған төйәгебеҙҙең героик үткәне, тарихи традициялары өлгөһөндә уҡыусыларҙа ватансылыҡ, хеҙмәткә һөйөү, хеҙмәт кешеһенә ихтирам, милли аң, кешелекле аҡыл тәрбиәләү зарур, тип иҫәпләй Хөснә Әнүәр ҡыҙы. Үҙенең шәхсән өлгөһө менән раҫлай ул йәшәүҙең мәғәнәһен. Әсәһенә оҙаҡ йылдар ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, баҡыйлыҡҡа оҙатты. Балаларына – ғәзиздәренә матур тәрбиә биреп, бер үҙе үҫтерҙе. Әйткәндәй, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, ошо көндәрҙә уның ейәнсәре тыуҙы, бәхетле, тәүфиҡлы бала булһын, тип теләйек.
 
Хөснә Әнүәр ҡыҙы – мәғариф ветерандарының “Һаҡмар” фольклор ансамблен ойоштороусы һәм “Ағинәйҙәр” клубы рәйесе. Әлеге ваҡытта үҙенең ауылында ветерандар советын да етәкләй. Улар менән һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Күптән түгел Рәсәй тарихына бағышлап концерт менән сығыш яһанылар, күргәҙмәлә ҡатнашып, район буйынса өсөнсө урын яуланылар. Яңыраҡ донъя күргән Фәниә Кәримованың “Халыҡ хәтере” китабында уның тураһында ла яҙма бар, сөнки Хөснә төрлө таҡмаҡтар сығарыуға ла маһир.
 
Ошо көндәрҙә РФ-ның мәғариф алдынғыһы, хеҙмәт ветераны Хөснә Әнүәр ҡыҙы Рыҫбаева үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уға бәрәкәтле мул тормош, бәхет-именлек, иҫәнлек-һаулыҡ, балалар изгелеге насип булһын. Гел шулай дәртле, көслө рухлы булып ҡал!
Ҡала, район ветерандар советы исеменән – Гөлкәй Яҡупова, йәмәғәт хәбәрсеһе.
 
Һүрәттә: Х.Рыҫбаева (уңдан икенсе) сираттағы саранан һуң әхирәттәре менән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.