8 июн. 2012 г.

Йылы һүҙ — йән аҙығы

Һинең янда тормош йәйғор төҫөндә



 Беҙҙең Ишбирҙе ауылы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ошо матур ауылда минең ҡәҙерлем – өләсәйем Фәриғә Аликбаева донъяға килгән. Ул бәләкәйҙән ауырлыҡты күреп, иңендә күтәреп үҫкән: 17 генә йәшендә леспромхоз пилорамында эшләгән. Бүрәнәләр ауыр бүлһа ла, ул уфтанмай, баш эймәй, һәр саҡ көслө рухлы, сабырлы була. Алтындарҙан алтын өләсәйемдең ҡулдары ла алтын: матур-матур ойоҡбаштар, кофталар бәйләй, өй тултырып гөл, баҡса тултырып сәскә үҫтерә ул. Уның 7 ейән-ейәнсәре араһында мин  дүртенсе ейәнсәр булам. Беҙ барыбыҙ ҙа һөйөклөбөҙҙө яратабыҙ, уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Рәхмәт һиңә, өләсәйем,
Барыһы өсөн дә.
Беҙ бәхетле һинең янда,
Тормош – йәйғор төҫөндә.

Айгизә Айытбаева, Баймаҡ лицей-интернатының 5-се класс уҡыусыһы.


 

Шәп күршеләрем бар!

Беҙ ауылдан киткәндә мәктәптә генә уҡып йөрөгән күрше малайҙар тураһында яҙмаҡсымын. Улар – Илшат Әхмәров, Рафаэль Йәрмөхәмәтов, Рифат Йәрмуллин, Илшат Ҡансурин. Хәҙер инде улар эшлекле, өлгөлө атайҙар. Күршеләрем Тыуған илгә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Ишмөхәмәт ауылында эшкә ҡалғандар. Ғаилә ҡороп, уңған килендәр менән балалар үҫтерәләр, матур итеп донъя көтәләр. Улар бер ҡасан да эш юҡ, тип тормайҙар. Яҙын – сәсеүҙә, йәйен – бесәндә, көҙөн – ашлыҡ йыйыуҙа. Кәрәк икән – тимерселәр ҙә. Ҡулдарында ут, осҡон уйнаталар! Ә Илшат Ҡансурин Өфөлә институтта уҡып, аспирантураны тамамлап, журналист булып эшләй, Сибай ҡалаһында йәшәй.
Был егеттәр ололарға ла ярҙам итергә өлгөрәләр, онотмайҙар. Бына шундай минең яҙыусы, тимерсе, механизатор һөнәрле шәп күрше егеттәрем бар! Бындай уңған йәштәр тағы ла ишәйгәндер, тип ышанғы килә.

Гүзәл Әхмәрова.
Төмән өлкәһенең Нефтеюганск ҡалаһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.