22 июн. 2012 г.

Һин тереһең беҙҙең күңелдәрҙә, Герой!

Тәфтизан Миңлеғоловтың тыуыуына
90 йыл тулыу тантанаһы үтте


        Күсей ауылы халҡы үҙҙәренең арҙаҡлы яҡташы – Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов тураһында иҫтәлектәрҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Йыл һайын тыуған көнөн билдәләп, геройҙың рухы алдында баш эйә.

     Быйылғы сара бигерәк тә тантаналы шарттарҙа үтте, юғары кимәлдә ойошторолдо. Был байрамда бөтә ауыл халҡы, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Уларҙы арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың батырлығына һоҡланыу һәм ғорурланыу хистәре берләштерҙе. Һәүәҫкәр рәссам, шиғри йыйынтыҡтар авторы Миҙхәт Байрамғолов үҙенең сығышында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты: “Минән 6 йәшкә өлкән булһа ла, уны яҡшы хәтерләйем. Бәләкәй сағында бик шаян, шуҡ малай булды, ат яратты. Беҙ уның атта шундай оҫта йөрөүенә, төрлө күнекмәләр яһауына һоҡлана торғайныҡ. Уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгәс, ҙурайғас төшкән фотоһүрәте булмауы асыҡланды. 18 йәшендә фронтҡа киткән, бәләкәй сағында ғына бер тапҡыр фотоға төшкән. Шул фотоһына һәм туғандарына ҡарап, һүрәтен эшләнем. Ошоға тиклем бөтә рәсми документтарҙа ла шул һүрәте бирелә килде. Тик яңыраҡ ҡына бер фотоһы табылды”, – тип сығыш яһаны. Башҡортостандың Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе Әмир  Сәйғәфәровтың сығышы ла бик мауыҡтырғыс булды. Ул: “Тәфтизан ағай йәш кенә сағында руда сығарыу идаралығына эшкә йөрөнө, эшенә бик яуаплы ҡараны. Балаларға бик иғтибарлы, кеселекле булды. Һуңынан мин Төркмән ауылында партком секретары булып эшләгәндә, Ленин бюстарын тараттылар. Ошо мәлдә Магнитогорск ҡалаһынан скульптор менән таныштым һәм беҙгә Тәфтизан Миңлеғоловтың һынын эшләүен һораным. Тәфтизан ағайҙың фотоһы булмау сәбәпле, уға оҡшаған бер һеңлеһен табып, уға ҡарап эшләтергә тура килде. Геройҙың һәйкәле шулай эшләнде һәм тыуған ауылында урынлаштырылды”.
     Күсей мәктәбен һалыуға үҙ өлөшөн индереүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Азамат Байназаров та бик тулҡынланып ауылдаштарына фекерҙәрен еткерҙе: “Ауылдашыбыҙға Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе тураһында ишеткәндә, беҙ бәләкәй малайҙар инек, һәм бына ошо көндән алып Күсей ауылының рухи тормошонда ҙур үҙгәреш, күтәренкелек башланды. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уның патриотизмы, батырлығы өлгөһөндә тәрбиәләнде. Геройҙың ауылдашы булыу беҙгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Ауылыбыҙҙан бик күп билдәле кешеләр сығыуын да мин Тәфтизан Миңлеғолов менән бәйләр инем. Талантлы яҙыусылар, артистар менән бер рәттән Күсейҙән бик күп етәкселәр, төҙөүселәр үҫеп сыҡты”, – тип ғорурланыу хистәрен белдерҙе.
     Юбилей тантанаһында Әбйәлил районы Хәлил ауылынан да ҡунаҡтар ҡатнашты. Хәлил ауылы егете, Советтар Союзы Геройы Дәүләтов Әбдрәүф Тәфтизан Миңлеғолов менән бер полкта хеҙмәт итә. Бер үк ерҙә, бер үк мәлдә (29 һәм 30 сентябрҙә) һәләк булалар. Күрше ауылдарҙа ғына тыуып үҫкән егеттәрҙең алыҫ Белоруссияла осрашыуы, бер көндәрҙә һәләк булыуы һәм бер үк Гомель өлкәһе Брагин районының Галки ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнеүе, икеһенә лә Советтар Союзы Геройы исеме бирелеүе уларҙы мәңгелеккә туған иткән. Әбдрәүф Дәүләтовтың бер туған ҡустыһының улы Руслан һәм уның тормош иптәше, яҡташыбыҙ, Өмөтбай ауылы ҡыҙы Флүрә Низамованың ҡатнашыуы һәм сығыш яһауы тантанаға йәм өҫтәне. Флүрә Низамова үҙенең сығышында ҡайнағаһының рухы алдында бурысын үтәп, китап сығарыуы һәм тағы 4 герой тураһында китап әҙерләүе тураһында белдерҙе. Кисәлә ҡатнашыусы һәр кемде Тәфтизан Миңлеғолов тураһында әле бер китап та яҙылмауы уйландырғандыр.
     Кисәлә шулай уҡ Тәфтизан Миңлеғоловтың бер туған һеңлеһе Зәйтүнә апай һәм Муллаҡай ауылынан ике туғаны Һылыубикә Миңлеғолова ҡатнашты. Һылыубикә апай ошо арала Белоруссияға барып зыярат ҡылырға әҙерләнеүе тураһында белдерҙе. Юбилей тантанаһында ҡатнашыусы ҡунаҡтар музейҙа булып, ундағы бай мәғлүмәттәр менән танышты, геройҙың бюсына сәскәләр һалды. 

     Л. ДӘҮЛӘТШИНА,
     Баймаҡ биләмә-ара китапхана директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.