20 июн. 2012 г.

Рәсми бүлек

Янғынға ҡаршы айырым режим индерелде

“Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы, “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Закондарға, “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы БР Законына ярашлы, оҙайлы ваҡыт ямғыр яумауын иҫәпкә алып, район биләмәһендә урман һәм башҡа янғындарға юл ҡуймау маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итә:


1.Баймаҡ районы муниципаль районы биләмәһендә 2012 йылдың 15 июненән янғынға ҡаршы айырым режим индерергә;
2.“Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы һәм “Баймаҡ-урман” дәүләт унитар предприятиеһы етәкселәренә урман массивтарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса күҙәтеүҙе көсәйтергә, урмандарҙы патрулләргә, урман сиктәре ерҙәрен һөрөүҙе ойошторорға;
3.“Баймаҡ районы муниципаль районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте” МКУ-һы етәксеһенә (Иҫәндәүләтов И.Р.) район биләмәһендә урман һәм башҡа эре янғындарҙы һүндереүгә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүгә ойошмаларҙы йәлеп итеү өсөн оператив план-графигы әҙерләргә һәм ғәмәлгә индерергә;
4.Район биләмәһендә урынлашҡан ойошмалар етәкселәренә:
  • булған ирекле янғын һағы подразделениеларының тәүлек әйләнәһенә дежурлығын ойошторорға, янғын һүндереү техникаһын даими әҙерлектә тоторға;
  • янғын һүндереү маҡсатында һыу ташыу, ҡойоу һәм ер ҡаҙыу техникаһын файҙаланыу мөмкинлеген ҡарарға;
  • биләмәләрҙә ҡоро үлән, ағас ҡалдыҡтары, башҡа янып китерлек сүп-сар ҡыйлыҡтарын булдырмаҫҡа;

5.Ҡала һәм ауыл биләмәләре хакимиәттәренә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн түбәндәге саралар комплексын тормошҡа ашырырға:
  • граждандарҙың урманға инеүен сикләргә, урманға илткән юлдарға шлагбаумдар ҡуйырға, траншеялар ҡаҙырға һ.б.
  • “Торлаҡ” операцияһы сиктәрендә профилактик сараларҙы әүҙемләштерергә;
  • “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт учреждениеһы менән берлектәге планға ярашлы, барлыҡ ауылдарҙа, урман массивтарында урынлашҡан объекттарҙа минераль һыҙаттар барлыҡҡа килтерергә, уларҙы сүп-сарҙан һәм ҡоро ҡыйҙан таҙартырға;
  • ҡуртымға бирелгән ерҙәрҙә юридик берәмектәр һәм шәхси эшҡыуарҙар тарафынан янғынға ҡаршы саралар үтәлешен контролдә тоторға;
  • киң мәғлүмәт саралары аша, шулай уҡ автомобиль юлдарына, сауҙа майҙандарына һәм халыҡ күп йөрөгән башҡа урындарҙа реклама щиттары ҡуйыу юлы менән янғынға ҡаршы агитация һәм пропаганданы көсәйтергә;
  • барлыҡ янғын һүндереү подразделениеларына тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, янғын һүндереү техникаһын төҙөк тоторға һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итергә;
  • шәхси йорттар хужаларына үҙ хужалыҡтарында һыу менән тулы һауыттар, янғынға ҡаршы инвентарҙар булдырырға;
  • барлыҡ ауылдар менән телефон элемтәһе тәьмин итергә;
  • усаҡ яғыуҙы, ҡый һәм үлән үртәүҙе тыйырға;
  • ҡаланы һәм ауылдарҙы патрулләү маҡсатында хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, янғынға ҡаршы ирекле формированиелар ағзалары, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре составындағы төркөмдәр ойошторорға;
  • ауылдарҙа һәм коллектив баҡсаларҙа янғын сыҡҡан осраҡта халыҡҡа хәбәр итеү өсөн тауыш сигнализацияһы саралары ҡуйырға;
  • янғын техникаһы һыу алһын өсөн тәбиғи һәм яһалма һыу ятҡылыҡтарында махсус юлдар һәм урындар билдәләргә;
  • янғынға ҡаршы көрәш буйынса комиссиялар эшен әүҙемләштерергә;
  • талап ителгәндә усаҡ, мейес һ.б. яғыуҙы, билдәле урындарҙа янғын хәүефе менән янаған эштәрҙе башҡарыуҙы ваҡытлыса туҡтатырға;

6.“Баймаҡ-ТВ” муниципаль учреждениеһына янғынға ҡаршы тематика буйынса видеороликтар трансляцияһы ойошторорға, район гәзиттәренә ошо хаҡта мәҡәләләр әҙерләргә тәҡдим ителде.
7.Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары К.П. Замотаевҡа йөкмәтергә.

И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.