24 июн. 2012 г.

Яңылыҡтар

    Эшҡыуарлыҡҡа – субсидия

    2012 йылда Баймаҡ районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм инфраструктура ойошмаларына субсидия биреү өсөн документтар ҡабул итеү ойошторолғайны. Ошо шаршамбыла махсус комиссия тапшырылған ғариза һәм документтарҙы өйрәнеп, үҙ ҡарарын сығарҙы: быйыл биш эшҡыуар һәм крәҫтиән-фермер хужалығы 100 мең һум күләмендә субсидия аласаҡ.
    Ҡалған ғаризалар үҙ сиратын көтәсәк.

    Гүзәлиә – беренсе

    Башҡортостандың “Юлдаш” радиоһы республика буйынса Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата уҡыусылар араһында иншалар конкурсы иғлан иткәйне. Бик күп хаттар араһынан һигеҙен генә һайлап алып, финалға сығаралар. Улар араһынан Баймаҡ ҡалаһы 1-се мәктәбенең 9-сы класс  уҡыусыһы Морапталова Гүзәлиәнең “Иман нурына сорналған ғаиләм” иншаһы беренсе урынға лайыҡ булды.

    Абитуриенттар иғтибарына

    Өфө урман техникумы Башҡортостан Республикаһы буйлап студенттарҙы күсмә ҡабул итеүҙәр ойоштора. Комиссия 29 июндә – Йылайыр, 30 июндә Бөрйән райондарында эшләйәсәк. Документтар Йылайыр районының Йылайыр мәктәбендә, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбендә иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем ҡабул ителә.
    Урман техникумында белем алыу бюджет нигеҙендә башҡарыла, мохтаждарға ятаҡтан урын бирелә.
    Өҫтәмә мәғлүмәттәр алыу өсөн түбәндәге телефондар буйынса мөрәжәғәт итергә: 8 (347) 228-80-30, 228-80-34.

    “Сауҙа – 2012” фестивале

    19 июлдә “Тыуған ереңдә етештергәнде һатып ал!” акцияһы сиктәрендә беренсе тапҡыр “Сауҙа – 2012” республика фестивале үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ҡарамағында эшләп килгән Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы ойоштора.
    Республиканың иң яҡшы етештереүсеһе һәм сауҙа предприятиеһы билдәләнәсәк. Фестивалдә Баймаҡ эшҡыуарҙары һәм етештереүсе предприятиелары ла ҡатнашасаҡ. Әле әҙерлек эштәре бара.

    Комиссия ултырышы үтте

    Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияның сираттағы  ултырышы үтте. Унда 13 ғариза һәм ялыу ҡаралып, тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.