6 июн. 2012 г.

Иҡтисад


Билдәле булыуынса, 8-9 июндә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2012” төбәк-ара инвестиция форумы үтәсәк.
Фекер алышыу өсөн һорауҙар тематикаһы киң: иҡтисадтың юғары технологиялы һәм традицион тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыу маҡсатында сәнәғәт үҫешен стимуллаштырыу, экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү, ауыл хужалығы кооперацияһын һәм сауҙаны киңәйтеү: туризмды, бәләкәй эшҡыуарлыҡты, коммуникацияларҙы (транспорт, энергетика, мәғлүмәт) һ.б. үҫтереү.
Шулай уҡ форум сиктәрендә БР Президенты ҡарамағындағы инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советының өсөнсө ултырышы ла үтәсәк. Уға Совет ағзалары, федераль һәм төбәк власы вәкилдәре саҡырыла. Ултырышта Рәсәй Федерацияһының Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенең Башҡортостан иҡтисадына тәьҫире, муниципаль берәмектәрҙә уңайлы инвестицион климат булдырыу буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандарты индереү һөҙөмтәләре кеүек мәсьәләләр күтәреләсәк.
“Урал аръяғы сәнәғәте: ресурстар һәм технологиялар интеграцияһы” тигән темаға секция ултырышы, “ХХI быуат ауылы: инвестициялар, инновациялар, инфраструктура” тигән семинар-диалог, “Агломерация – территорияларҙың үҫеше менән идара итеү һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү алымы” темаһына дискуссия клубы ойоштороласаҡ.
 Инвестиция проекттары күргәҙмәһе стендтар форматында буласаҡ һәм түбәндәге тематик секцияларға бүленәсәк: төбәк, муниципаль берәмектәр, лидер компаниялар, айырым инвестицион проекттар, инвесторҙарға дәүләт ярҙамы саралары.
Бынан тыш, форумда Көньяҡ Уралдың туристик потенциалы презентацияһы буласаҡ. Унда туристик-рекреацион кластерҙы үҫтереүҙе стимуллаштырыу механизмы, шулай уҡ Урал аръяғы биләмәһендә банк кредиттарын йәлеп итеп, инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса фекер алышыу планлаштырыла. 
Форумдың икенсе көнө беҙҙең районда үтәсәк. Унда ҡатнашыусыларҙы “30-ға тиклем Көньяҡ Урал. Киләсәк проекттары” тигән темаға йәштәр секцияһы көтә. Был сарала йәштәр эшҡыуарлығының актуаль мәсьәләләре күтәреләсәк.
Инвестиция форумын бай концерт программаһы, спорт саралары булған район һабантуйы тамамлаясаҡ, ҡунаҡтар Башҡортостан халыҡтарының аш-һыу традициялары менән танышасаҡ.

С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.