29 июн. 2012 г.

Хәтер

Мөхәббәткә ваҡыт һынау түгел...


Һәр дәүләттең, йәмғиәттең нигеҙе – татыу ғаилә. Никахтың ныҡлығы парҙарҙың бер-береһен ихтирам итеүенә, терәк-таяныс була белеүенә, ышанысына һәм мөхәббәтенә бәйле. Ошо матур хис-тойғоларҙың барыһы ла беҙҙең ғаиләгә хас булды.
Мин – ябай ауыл малайы – тормоштан бик уңдым. Сөнки Әминә Әхмәҙулла ҡыҙы менән ярты быуаттан ашыу таныш булдым һәм 46 йыл бергә йәшәү бәхетенә ирештем.

Беҙ алыҫ 1955 йылда, статтехникумдың бер төркөмөндә уҡығанда таныштыҡ. Ул миңә бар эштә, айырыуса дәүләт имтихандары ваҡытында, ярҙам итә торғайны. Беҙгә диплом тапшырғанда Әминә Әхмәҙулла ҡыҙы директор янында президиумда ултырҙы. 80 студент араһынан тик Әминә генә ҡыҙыл диплом алыуға өлгәште.
1957 йылда ул, мин һәм тағы 6 кеше Красноярск крайына йүнәлдек. Беҙгә бергә эшләргә эш табылмағас, статистика идаралығы начальнигы Точеный: “Күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, мөхәббәтте ваҡыт һәм алыҫ ара менән дә һынарға кәрәк”, – тине. Был һүҙҙәр хәтеремдә мәңгегә уйылып ҡалды. Мин бер йылға яҡын Красноярск крайында эшләнем, унан өс йыл хеҙмәт иттем, дүрт йылдан һуң  өйләнештек. Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә хаттар яҙҙыҡ.
Баймаҡта ярты йыл йәшәгәндән һуң Әминә: “Миңә бындағы халыҡ ныҡ оҡшай. Улар бик ябай һәм аралашыусан. Ә тәбиғәтегеҙ ниндәй матур! Ундай ерҙәрҙе мин хатта Красноярск крайында ла күрмәнем”, – тине. Ҡатынымды минең ата-әсәйем дә, туғандарым да, дуҫтарым да яратты.
Беҙ һәр саҡ бер-беребеҙгә таяныс булдыҡ. Туй үткәргәс тә, Әминә минең күптәнге хыялымды тормошҡа ашырып, БДУ-ла уҡыуымды дауам итеүемде үтенде. Мин 1967 йылда университетты тамамланым. Унан һуң Әминә лә Мәскәү ҡалаһының планлаштырыу-иҡтисади институтының дипломын алды. Ҡыҙҙарыбыҙ һәм ейәнебеҙ ҙә беҙҙең юлды һайлап, юғары белемле белгестәр булып сыҡты.
Беҙ уҡып-эшләп, шул уҡ ваҡытта ял итеп тә өлгөрә инек. Районыбыҙҙың бар матур урындарында булдыҡ, Сырлыбаев, Арыҫланғәлиндар менән Шүлгән-ташҡа ла барып ҡайттыҡ. Әлбиттә, һәр саҡ бергә ял итеп булманы. Әммә бер-беребеҙгә ышанғас, Ҡырым, Кавказ курорттарында, Мәскәү, Ленинград, Екатеринбург ҡалаларында, Урта Азия республикаларында ла ял иттек. Бер мәл беҙҙә ҡунаҡта райкомдың икенсе секретары Ф.Ш. Шәрифуллин булды. “Мин  Әминә Әхмәҙулла ҡыҙы кеүек принципиаль кешене тәүге тапҡыр осраттым”, – тине ул. Уларға планды үтәү өсөн берәмектәр өҫтәргә кәрәк булған, әммә Әминә өгөтләүҙәргә бирелмәгән икән. Райондың элекке етәксеһе Р.И. Имамов Баймаҡҡа килгәндә һәр саҡ ҡатынымды күреп китә торғайны, ә Х.Ш. Кашапов беҙҙең менән һөйләшеп алыу өсөн, йоҡларға ҡала торғайны. Был уларҙың Әминә Әхмәҙулла ҡыҙын ни тиклем хөрмәт итеүҙәрен күрһәтә ине.
Әминә партияның ҡала башҡарма комитеты секретары, артабан район хакимиәтенең эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде. Шул мәлдә уның ойоштороу һәләте лә асылды.Ул кадрҙар әҙерләү, улар өсөн семинар дәрестәр үткәреүгә ҙур иғтибар бирҙе. Шуға күрә Әминә Әхмәҙулла ҡыҙын үҙенең остазы итеп һанаған кешеләр бик күп. Һайлау үткәреүҙә лә уның роле ҙур булды. БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Ф.В. Солтанов уның эшен ҙур маҡтау һүҙҙәре менән телгә алды.
Әминә Әхмәҙулла ҡыҙы хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй, яҡшы ҡатын, ҡунаҡсыл хужабикә булды. Баҡсасылыҡ менән шөғөлләнде, гөл-сәскә үҫтерергә яратты. Уҡыу йылы башланыр алдынан ул бик матур гөлләмәләр таратыр ине.
Район-ҡаланың тарихында тәүге тапҡыр Әминә Әхмәҙулла ҡыҙын һуңғы юлға ҡала майҙанынан оҙаттылар. Уның менән хушлашырға бихисап кеше йыйылды. Шул саҡта сығыш яһаусыларҙың береһе күрше Татарстан  республикаһы ҡыҙының Баймаҡ ҡыҙына әүерелеүе тураһында әйткәйне. Хаҡ һүҙҙәр. Әле Әминә Әхмәҙулла ҡыҙының ҡәберлегендә уны ихтирам иткән, яратҡан кешеләре тере сәскәләр ҡалдыра.
Ҡәҙерле кешемә бағышлап “Тормош, бәхет һәм мөхәббәт” тип аталған китабымды ла сығарғайным.
27 июндә Әминә Әхмәҙулла ҡыҙы вафат булғанға алты йыл булды, әммә ул беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр.
И. МӨХӘМӘТЙӘНОВ, хеҙмәт ветераны, ҡаланың Почетлы гражданы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.