30 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Программа ғәмәлгә ашырыла

Республика социаль туризмды үҫтереү буйынса маҡсатлы программаһы буйынса быйыл беҙҙең районға 75 квота бүленде. 51 кеше республика, ә 24 кеше Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә ҡараған ҡалаларҙа ял итеү хоҡуғына эйә. 1 августан 1 кеше “Йоматау” шифаханаһына юлланасаҡ та инде. Рәсәй Федерацияһы буйынса Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Мәскәү ҡалаларында ял итергә теләктәр белдерелгән.

Акция дауам итә

Мәғлүм булыуынса, республикала һәм беҙҙең районда ла 1 июлдән 31 августҡа тиклем “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” шәфҡәтлелек акцияһы иғлан ителгәйне. Унда тупланған мәктәп кәрәк-яраҡтары ауыр шарттарҙа йәшәгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға тапшырыласаҡ. Әйберҙәр Баймаҡ халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә (Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 37) ҡабул ителә. Изге Ураҙа айында шәфҡәтлелек ҡулы һуҙып, мәктәпкә барырға йыйынған балаларҙы ҡыуандырырға ашығығыҙ!

Буласаҡ табиптарҙың практикаһы тамамланды

БДМУ студенттарының ике айлыҡ практикаһы тамамланып, бөгөн улар үҙәк ҡала дауаханаһында имтихан тапшырҙы. Уны дауахана врачтары менән медицина университеты уҡытыусылары ҡабул итте. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына практиканттар йыш килә, бында күп нәмәгә өйрәнә. Уларҙың күпселеге – Баймаҡ районы студенттары.

Хроника

Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп быға тиклем Аҡморон урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләгән Азаматова Гөлназ Мөхәмәҙиә ҡыҙы һайланды.
Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе Советы ҡарарына ярашлы, Передельский Сергей Константинович үҙ теләге менән Аҡморон ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатылды

Ураҡ-2012

Баҫыу эштәре көндәлеге


Ауыл хужалығы бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, кисәге көнгә район буйынса 12501 гектарҙа үлән сабылған (планға ҡарата 56 процент), 4308 тонна бесән (30 процент), 7566 тонна сенаж (30 процент), 500 тонна силос, 122 тонна һалам әҙерләнгән. Иң күп мал аҙығы Ленин исемендәге (шартлы һәр баш малға ҡарата 12,9 ц), “Рассвет” (7 ц), “Союз” (5,9 ц), “Уңыш” (4,5 ц) хужалыҡтарында тупланған.
 
Иген культуралары 1994 гектарҙа сабылған, 1149 гектарында урып-һуғылған. Гектар ҡеүәте – 9,5 ц, тулайым йыйым 1091 тонна. Урып-йыйыу эштәре Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Аҡморон”, “Йылайыр”, “Алғаҙы” хужалыҡтарында, “Баймаҡ” ҒПБ-һында, МТС-та бара.

Кәңәшмәләр

Банкирҙар осрашты


“Талҡаҫ” шифаханаһында Башҡортостан Республикаһының иҫәп-касса үҙәктәре етәкселәренең күсмә кәңәшмәһе үтте. Унда ағымдағы йылдың алты айлыҡ эш һөҙөмтәһе ҡаралды һәм киләһе йылға бурыстар ҡуйылды, маҡсаттар билдәләнде. Кәңәшмәне Башҡортостан Республикаһының Милли банк рәйесе Рөстәм Хәбиб улы Марданов алып барҙы.
 

Хәүефһеҙлек өсөн

Сигнал тауышын ишетһәгеҙ


26 июлдә Башҡортостан Республикаһында үҙәкләштерелгән хәбәр итеү системаһының әҙерлеге тикшерелде. Был сараға республикала урынлаштырылған 380 берәмек электр сиреналары йәлеп ителде. Дөйөм сигнал барып етмәгән райондарҙа тауыш көсәйткес ҡорамалдар урынлаштырылған автомобилдәр эшләне.

Һайлау – 2012

Баймаҡ район Советы ҡарары


Өсөнсө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутаттар һайлауҙары тураһында
Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһындағы Кодексының 10-сы статьяһына, Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Уставының 9-сы статьяһына ярашлы, Баймаҡ районы муниципаль район Советы ҡарар итә:
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советына депутат һайлауҙарын 2012 йылдың 14 октябренә тәғәйенләргә.
Д. Сәйғәфәрова,
Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль район Советы рәйесе.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Оло йөрәкле ағайым


Был мәҡәләне яҙыр алдынан ауыр бала сағыбыҙ күҙ алдынан үтте. Әсәйебеҙ мәрхүмә яңғыҙы өс балаһын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бөтә көсөн һалды, көнө-төнө эшләне, бирешмәй донъяһын да көттө, беҙгә белем алырға ла ярҙам итте. Үҙебеҙгә күрә һөнәр һайлап, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәп ятабыҙ. Йәнйегет ауылында йәшәгән ағайым Рифат Риф улы Табаков хаҡында бәйән итмәксемен.

Эш биреүселәр иғтибарына

Сит ил граждандарына страховка иғәнәһе

2012 йылдан алып эш биреүселәр Рәсәй Федерацияһына ваҡытлыса ингән һәм алты айҙан да кәм булмаған ваҡытҡа срогы сикләнмәгән килешеү төҙөгән сит ил граждандары-хеҙмәткәрҙәре өсөн мотлаҡ рәүештә Пенсия фондына страховка иғәнәләре түләргә бурыслы.

Коммуналь хужалыҡтарҙа

Йәйҙең ҡиммәткә төшкән йылыһы


Тышта йәйҙең иң ҡыҙыу, иң эҫе көндәре хакимлыҡ итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе предприятие эҫе көндәрҙә лә был хеҙмәт өсөн түләү талап итә. Ни өсөн? Һүҙ юҡ, күптәрҙе ошо һорау борсой. Шунлыҡтан был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап “Йылылыҡ селтәре –  Баймаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бухгалтеры Ф.Р. Яҡуповаға мөрәжәғәт иттек.

27 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Эштәр тамамланыуға бара

Темәс ауылында һөт комбинаты төҙөлөшө йылдам бара. Әлеге ваҡытта объекттың генераль подрядсыһы – “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы эшселәре тарафынан бинаның стеналарын күтәреү тамамланған. Түбә һалына, ошо арала ҡыйығын ябыу башланасаҡ. Дөйөм алғанда, төҙөлөшкә 186 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән, комбинат август айында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
 

Һөт һауыу

Кисәге көнгә районда көндәлек тулайым һауым 274 центнер тәшкил итә. Ленин ис., “Мырҙаҡаев”, “Байҡара”, “Октябрь”, “Союз”, “Баймаҡ” ҒПБ-һында көндәлек уртаса һауым район кимәленән юғарыраҡ. Һөттөң ҡуйылығы Ленин ис., Салауат ис., “Рассвет”, “Баймаҡ” хужалыҡтарында, тауарлылығы “Союз”, Салауат ис., Ленин ис., “Рассвет” АХК-ларында яҡшы кимәлдә.
 

Һауаларҙа ҡоштай осоп

Яңыраҡ Әбйәлилдә, Асҡар ауылы янында урынлашҡан “Иҙәш-Ҡусҡар” дельтадромында  дельтаплан һәм параплан спорты буйынса Башҡортостан Республикаһы асыҡ чемпионаты уҙғарылды. Сара ике мәртәбә Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған ине. Баймаҡ ДОСААФ-ын күрһәткән Урал Салихов дельтапланда осоуҙа шәхси беренселектә 4-се урын яуланы.
 

Туҡталыштар ҡорола

Ҡалала йәмәғәт транспорты хеҙмәтен яҡшыртыу дауам итә. “БРСУ” МУП-ы тарафынан профилле ҡалайҙан яһалған заманса павильондар ҡуйыла, эргә-тирәләре төҙөкләндерелә. Әлеге ваҡытта автовокзал янында, Ленин урамындағы туҡталыштарҙа ошондай эштәр башҡарылған. 
 

«Салют, Еңеү!»

Ошо исем аҫтында 26-31 июлдә Башҡортостанда автоуҙыш үтә. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 67 йыл тулыуға һәм Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәрен булдырыуға 82 йыл тулыуға арнала, уны республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү үҙәге тарафынан ойоштора. Автоуҙыш Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш һәм төньяҡ райондары буйлап ике маршрут буйынса үтә. Сарала ҡатнашыусылар ҡала һәм ауылдарҙа туҡтап, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре менән осрашасаҡ. Ике маршруттың да старты һәм финишы – Өфөлә.

Хроника

Муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире итеп Исхаҡова Әлмира Рамаҙан ҡыҙы тәғәйенләнде. Быға тиклем муниципаль район хакимиәтенең опека һәм попечителлек секторы мөдире булып эшләгән Байтурина Клара Батыр ҡыҙы үҙ теләге менән биләгән вазифаһынан бушатылды.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Кооператив ойоштор һәм аҡса ал!

Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында төбәктә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ойошторола башланы.

Хужалыҡтарҙа

“Алғаҙы” – ауылдың тотҡаһы


Илдең төрлө төбәктәрендә күмәк хужалыҡтар тарҡалған, бәләкәй ауылдар яҙмыш ҡарамағына ташланған бер мәлдә, беҙҙең райондың Алғаҙы ауылы халҡы тыуған еренә берегеп йәшәүен дауам итә, бәләкәй предприятие ойоштороп малын да үрсетә, игенен дә сәсә, гөрләтеп донъя көтә. Ошо көндәрҙә шул тарафтарҙа булып, алғаҙыларҙың уңғанлығына, бөтмөрлөгөнә, иртәнге көн хәстәре менән йәшәүҙәренә һоҡланып ҡайттыҡ.

Кәңәшмәләр

Проблемаларҙы уртаға һалып


Кисә халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советының 45-се ултырышы үтте. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
 

Экспедициялар

Ҡурғандарҙа – боронғолоҡ һулышы

Археологтар районда уникаль ҡомартҡылар тапты

 


Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яңыраҡ Семеновск ауылы янында археологик экспедиция боронғо ҡурғандарҙы ҡаҙып, ике аҙна дауамында тикшеренеү эштәре алып барҙы. БР Мәҙәниәт министрлығы янындағы Башҡортостан Республикаһының Күсмәй торған мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса ғилми-производство үҙәгенең ғилми хеҙмәткәрҙәре, БДУ, БДУ-ның Сибай институты студенттары, 24-се һөнәрселек лицейы уҡыусылары – барлығы 25 кеше – үткән аҙнала бар эштәрҙе тамамланы һәм бай тарихи экспонаттар менән Өфөгә юлланды.

Эҙләйбеҙ!

Яугирҙарҙың кәүҙәләре табылды


Чернигов өлкә Советының (Украина) “Хәтер китабы” һәм “Тарих менән реабилитацияланыусылар” фәнни-документаль серияһын әҙерләү маҡсатында ойошторолған эҙләнеүселәр агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эҙләнеү эштәрен алып барыуҙа әүҙем ҡатнашыусы, Чернигов өлкәһенең Сосницк районы юридик бүлеге начальнигы Конятин ауылы үҙәгендәге туғандар ҡәберлегендә Башҡортостан Республикаһынан Бөйөк Ватан һуғышына алынған, бөгөнгө көнгә тиклем хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә булған ике яугирҙың кәүҙәләре ерләнеүен асыҡлаған.

Тәбиғәт һәм беҙ

Һунар итеү миҙгеле башлана


2011/12 йылғы һунар итеү миҙгелендә Баймаҡ Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан законһыҙ һунар итеү осраҡтары теркәлде. Браконьерҙар ҡулынан бер илек, дүрт мышы һәләк булды. Һөҙөмтәлә, дәүләт 521 мең һум зыян күрҙе. Был аҙымға барыусылар енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылды. Суд ҡарары буйынса улар 241 мең һум штраф түләне. Һунар итеү тәртибен боҙған өсөн өс административ протокол төҙөлдө, законһыҙ һаҡланған һәм ҡулланылған 1 винтовка тартып алынды.
 

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Ауылдаштарына өлгө булып


Була бит шундай өйҙәр – әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып,  ылыҡтырып, ымһындырып торалар. Үҙенең бөхтәлеге, күркәмлеге менән айырылып тороусы “Өлгөлө йорт” хужаларын күреп китеү теләге көслө булһа ла, уларға инеп сығыуҙы ваҡыт тығыҙлығы арҡаһында гел дә һуңға ҡалдыра килдем. Бына, ниһайәт, мин уларҙа ҡунаҡта.

Дин һәм иман

“Асылыбыҙға ҡайтайыҡ”


Заманалар булған элгәре,
Булған илдең батыр улдары...
Ошо шиғыр юлдарын уҡыған ваҡытта халыҡтың яҙмышына битараф булмағандарҙың йөрәктәре әрнемәй ҡалмайҙыр. Сөнки халыҡтың күркәм холҡо, эске һәм тышҡы байлығы, иманы юғала барыуы бер кемгә лә сер түгел. Был ҡыҙғаныс күренеш ныҡлап XX быуат дәүерендә күҙәтелә. Мосолман булмаған халыҡтарға эйәреп “Заманса йәшәйек”, “Был донъянан барыһын да татып, алып ҡал” тигән яңылыш принциптарға таянып йәшәгән ҡәрҙәштәрем, ҡыҙғанысҡа күрә, әле лә бар. Ундайҙарға һорау биргән ваҡытта: “Бер мәртәбә йәшәйбеҙ, барыһын да татып ҡалырға кәрәк”, “Ожмах менән тамуҡты кем күргән дә, кем булған”, – тигән аҙғын яуаптар ишетергә тура килә. Быуат дәүерендә Рәсәй халыҡтарын ағыулауға, аҙҙырыуға ҡарамаҫтан, әлеге көндә Илем, Халҡым, Динем тип янып-көйөп йәшәгән апай-ағайҙарыбыҙ, әлхәмдүлилләһ, байтаҡ. Халыҡ араһында дәғүәт эштәре алып барыу өсөн уларҙың йөрәктәре аша күпме уйланыуҙар, һыҙланыуҙар, һыҡтаныуҙар үткән. Ҡан-ҡәрҙәштәрен тамуҡ утынан һаҡлау маҡсаты менән үҙҙәрен сетерекле хәл аҫтына ҡуйыусылар ҙа бар. Иншаллаһ, ундайҙар Аллаһ Сөбхана Тәғәлә ризалығын алырҙар!

Табип иҫкәртә

“Ашығыс ярҙам” саҡыртҡанда


“Ашығыс ярҙам” һорап мөрәжәғәт иткән кеше, ауырыуға дөрөҫ һәм сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн, диспетчерҙың һорауҙарына аныҡ яуап бирергә тейеш. Медицина хеҙмәткәрҙәрен ҡаршы алыу ҙа мөһим. Шулай уҡ ишек алды, бүлмә яҡшы итеп яҡтыртылырға, йорт хайуандары бикләнергә, табипҡа ҡул йыуырға мөмкинлек бирелергә тейеш, таҙа таҫтамал элеп ҡуйырға кәрәк. Медицина ярҙамын тиҙ күрһәтеү һәм шәхси гигиена күҙлегенән сығып, бригаданың аяҡ кейемен сисеп инеүен талап итергә ярамай. Шулай уҡ “Ашығыс ярҙам” килеп етмәҫ борон, унан баш тартып булыуы хаҡында ла онотмағыҙ.

25 июл. 2012 г.

 Яңылыҡтар

     Яңы рекорд ҡуйылды

     Ошо көндәрҙә Ырымбур ҡалаһы ипподромында үткән Бөтә Рәсәй ат спорты ярыштарында Иҫке Сибайҙан “А.Шөгөрөв” КФХ-һы Баймаҡ намыҫын яҡлап сығыш яһаны һәм ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты. Иҙел Бикбулатов идара иткән Мәҙинә ҡушаматлы сабыш аты 2400 метр араға уҙышыуҙа “Элита” призын яуланы. Был арғымаҡ дистанцияны 2,4 минутта үтеп, Рәсәй кимәлендә яңы рекорд ҡуйҙы. Ошо уҡ хужалыҡтың Ренуар Ремикс ҡушаматлы менге аты көсөргәнешле бәйгелә өсөнсө урынды алды.
    

     Күсмә семинар үтәсәк

     Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләре башлыҡтарының сираттағы күсмә семинары Билал һәм Ҡолсора ауыл биләмәләрендә үтәсәк. Төп иғтибар төҙөкләндереү барышына, шулай уҡ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, ауыл клубтарында һәм башҡа социаль объекттарҙа алып барылған ҡышҡа әҙерлек эштәренә биреләсәк.
     Әйткәндәй,ауыл биләмәләрен төҙөкләндереүгә булған иғтибар кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Ошо арала ауылдарҙа урынлашҡан сауҙа, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү объекттары тикшереләсәк.
    

     “Трактор” операцияһы бара

     БР Хөкүмәтенең 896-р һанлы бойороғона ярашлы, 2012 йылдың 23 июленән 24 авгусҡа тиклем республикала үҙйөрөшлө машиналар һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялағанда хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында “Трактор” операцияһы үткәрелә. Был айлыҡ Башҡортостан Республикаһы Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы менән берлектә Эске эштәр министрлығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһының дәүләт идаралығы тарафынан ойошторола.
    

     Уҡырға килегеҙ!

     Өфө китапхана эше һәм киң коммуникациялар колледжы “Китапхана эшен алып барыу”, “Идараны документтар менән тәьмин итеү һәм архив эшен алып барыу”, “Реклама” һөнәрҙәренә 9, 11-се класс нигеҙендә уҡырға саҡыра. Документтар 15 авгусҡа ҡәҙәр ҡабул ителә, имтихандар 17-һенән. 1-15 авгусҡа тиклем әҙерлек курстары үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон 8-347-228-47-77, сайт www.ukbdmk.ru. Колледждың адресы: Өфө ҡалаһы, Красноводская урамы, 18, “Кондитер фабрикаһы” туҡталышы.

БОРСОУЛЫ ХӘЛ

     УҢЫРБЫҘМЫ, ТУҢЫРБЫҘМЫ?..

    
     Үткән йома БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов  етәкселегендә үткән республика видеоселектор кәңәшмәһендә аномаль эҫелек һәм аяуһыҙ ҡоролоҡ менән бәйле 18 районда ғәҙәттән тыш хәл индерелде.
 

ХАЛЫҠ ИҒТИБАРЫНА



         Кубанда зыян күреүселәргә гуманитар ярҙам посылкаларын һәм  аҡсаны почта аша бушлай ебәрергә мөмкин

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

    
     Рәил Әхмәт улы Буранбаев хеҙмәт юлын 1988 йылда Баймаҡ АТП-һының пассажирҙар колоннаһында водитель булараҡ башлай. Ошо дәүерҙә ул үҙен техник яҡтан грамоталы, эшһөйәр һәм намыҫлы эшсе итеп күрһәтә. Пассажирҙарға һәр ваҡыт изгелекле һәм иғтибарлы.

РӘСМИ БҮЛЕК

     ӘСӘЛЕК (ҒАИЛӘ) КАПИТАЛЫН УРЛАТМАҒЫҘ!


  Һуңғы ваҡытта әсәлек (ғаилә) капиталын ниндәй маҡсатта файҙаланыу кәрәклеге хаҡындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны артты. Шул уңайҙан был мәсьәләгә тағы ла бер тапҡыр асыҡлыҡ индереү кәрәктер, тип уйлайым.

ХЕҘМӘТ КОЛЛЕКТИВТАРЫНДА

     Ҡаҙанлыҡтар ремонтлана


     Йылы өйҙә ултырыуы рәхәт: тышта әсе елдән ағастар бөгөлһә лә, ямғыр йәки ябалаҡлап ҡар яуһа ла, һиңә барыбер. Беҙҙең йылыла, бар уңайлыҡтар менән кинәнеп йәшәп ятыуыбыҙ иң тәүге сиратта ҡаҙанлыҡтар эшенән тора.
 

ЯНҒЫНҒА ҠАРШЫ

     УРМАНДЫ УТТАН ҺАҠЛАЙЫҠ!


     Республика биләмәһендә, шул иҫәптән Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш эҫе булыуы, ямғыр яумауы менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 13 июлендәге 920-се ҡарары менән тау-урманлы һәм дала зонаһындағы 17 районда янғынға ҡаршы айырым режим индерелде.

УҢҒАНДАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

     Атҡаҙанған элемтәсе лә ул


     Мәреүәр Һиҙиәт ҡыҙы Иҙелбаева Ишбирҙе ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Тәүге бала булғанғамы, ул ата-әсәһенә, туғандарына оло терәк-таяныс. Мәреүәр инәй урта мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Хеҙмәт юлын Лакинский ҡалаһында тауар һатыусы булып башлай. Унда эшләп ҡайтҡандан һуң Баймаҡ үҙәк почтаһына урынлаша. Һәм бына 30 йыл инде ошо ойошмала ал-ял белмәй хеҙмәт итә. Тәүҙә почтальон, хәҙер складта кладовщик булып эшләй.

ЙӘЙГЕ ЯЛ

     Йәш спортсылар көс йыя


     14 июлдән “Граф күле” турбазаһы биләмәһендә спорт профилле палаткалар лагеры эш башланы. “Йәш спартансы” тип аталған был лагерь муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор тарафынан ойошторолдо.

ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫ

     Яҙмыштарҙа ете йәйғор төҫө


    Әсмә инәй Ырғыҙбаева менән танышыуыбыҙ бынан 14 йыл элек ҡәйнәм мине күрһәтергә килен сәйенә табын тултырып күрше-күләнен саҡырғанда булды. Күңелем менән был инәйҙе яҡын күреп ҡабул иттем.

2012 ЙЫЛ – РӘСӘЙ ТАРИХЫ ЙЫЛЫ

     Башҡорттар 1812 йылғы Ватан һуғышында

     Башҡорттар француздарға ҡаршы көрәшеп арыу уҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Улар 1805-1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 1805 йылдың декабрендә көнбайыш сик буйына, урыҫ армияһын нығытыу маҡсатында, 7000 башҡорт, 600 ҡалмыҡ, 1000 Ырымбур һәм Силәбе казактары ебәрелгән. Офицер Роберт Вильсон әйтеүенсә, Пруссия һәм Польша ерендә барған бәрелештәрҙә 1500 башҡорт ҡатнаша. Улар тәғәйен урынға килеп етеү менән ял да итмәйенсә Аллер йылғаһын сығып, үҙҙәренең “тауышһыҙ ҡоралы” менән атып, шәп аттарҙа йәһәт кенә француздарҙы ҡамап, уларҙың бер эскадронын тар-мар итә. Атаканы кире ҡаҡҡан ваҡытта: “Башҡорт атлылары дошманды үҙҙәренә ныҡ яҡын ебәреп, команда буйынса уҡ менән ҡаршы залп яһай, ә икенсе резерв өлөшө ике яҡтан уратып сабып, флангыларҙы ҡыра башлай һәм ҡасҡан француз кавалерияһын пехоталары урынлашҡан ергә тиклем тын алдырмай ҡыуалай”. (А.И. Михайловский-Данилевский. Описание второй войны имп. Александра с Наполеоном в 1806-1807 гг. Спб. 1846. с.343-344).

23 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

 Дәүләт ярҙамы күрһәтелә

    Республика Хөкүмәте мәрхәмәтлелек һәм мәрхәмәтлелек эшмәкәрлеге тураһында закон проекты әҙерләне. Проектҡа ярашлы, мәрхәмәтлелек менән шөғөлләнеүсе ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡарала. Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға артабан үҫергә мөмкинлек бирелә: бөгөнгө көндә уларҙың 126-һының 40-ына аныҡ ярҙам күрһәтелгән дә инде. Коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмаларҙың эшен әүҙемләштереү ниәтенән финанс яҡтан субсидия бүлеү, милекте, ҡоролмаларҙы ҡуртымға биреү сифатында, шулай уҡ мәғлүмәт, консультацион-методик, һалым вычеттары рәүешендә ярҙам күрһәтеү күҙаллана. Бындай ойошмаларҙың эшмәкәрлеген көсәйтеү өсөн йылына бер тапҡыр грант бүлеү ҙә ҡарала.
 

    Йәштәргә – ваҡытлыса эш

    Баймаҡ районының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге профессиональ лицей, училище, урта махсус белем биреү йорттарын 2012 йылда тамамлаусы 18-ҙән 20 йәшкә тиклемге йәштәрҙе түләүле ваҡытлыса эштәрҙә ҡатнашырға саҡыра. Белешмәләр өсөн телефон: 3-11-13.
 

    Хроника

    Муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп ошоға тиклем “Һаҡмар” редакция-нәшриәт дәүләт унитар предприятиеһының директоры (баш мөхәррире) булып эшләгән Йәндәүләтов Илһам Миңлеғәле улы тәғәйенләнде.
    Быға тиклем муниципаль район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары булып эшләгән Зәйнуллин Илдус Әдиф улы икенсе эшкә күсеү сәбәпле биләгән вазифаһынан бушатылды.
 

Район Советы ултырышы үтә

    25 июлдә сәғәт 10-да халыҡ ижады үҙәгендә Баймаҡ районы муниципаль район Советы ултырышы үтәсәк.

Ярҙам ҡулы һуҙайыҡ

    Беҙҙең редакцияға Йылайыр ауыл биләмәһенә ҡараған Комсомол ауылынан пенсионер Фәнүзә Салауат ҡыҙы Алиулова мөрәжәғәт итте. Уның ҡыҙы 33 йәшлек Альбина Испанияла эшләп йөрөгән ерендә вафат булып ҡалған. Мәрхүмәне кремациялау һәм уның 12 йәшлек Алмаҫ исемле улын Рәсәйгә ҡайтарыу өсөн байтаҡ ҡына сумма аҡса талап ителә.
 
    Мөмкинлектәре булған яҡташтар изге Рамаҙан айында ауыр хәлгә ҡалған райондашыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙһа ине.
 
    Счет №42301810400220008317
    Банк Филиал ОАО “УралСиб” в г.Уфе
    БИК: 048073770
    Кор/счет: 30101810600000000770
    ИНН: 0274062111
    КПП: 027802001
    ФИО клиента: Алиулова Фануза Салаватовна

КӘҢӘШМӘЛӘР

    ҒӘҘӘТТӘН ТЫШ ХӘЛ ИНДЕРЕЛДЕ

     БР Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов етәкселегендә үткән республика видеоселектор кәңәшмәһендә мал аҙығы әҙерләү, урып-йыйыу, урман янғындарына бәйле хәлде яйға һалыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын ҡышҡа хәстәрләү, республика адреслы инвестиция программаһының урындарҙа үтәлеше, социаль торлаҡ төҙөү мәсьәләләре көн үҙәгенә сығарылды.

ЙӘЙГЕ ОСОРҘА – КҮБЕРӘК ПРОДУКЦИЯ

    АУЫРЛЫҠТАР КӘРТӘ ТҮГЕЛ


    Аяуһыҙ ҡоролоҡ, аномаль эҫелек ауыл хужалығы тармағын ауыр хәлгә ҡуя. Шуға ҡарамаҫтан, район аграрийҙары мөмкин тиклем күберәк продукция етештереү, малсылыҡты ҡышҡа әҙерләү, урып-йыйыу эштәрен ойошҡанлы атҡарыу өсөн барыһын да эшләй.
 

ҠАЛА ХАЛҠЫ ИҒТИБАРЫНА

    Мал көтөү тәртибе тураһында


    2011 йылдың 30 майындағы “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малдарын көтөүҙе тәртипкә һалыу тураһында”ғы 404-се БР Законына ярашлы, ветеринар именлекте тәьмин итеү, ауыл хужалығы ерҙәрен, сәсеүлектәрҙе мал тапауҙан һәм зыян килтереүҙән һаҡлау, мал урлау осраҡтарын профилактикалау маҡсатында Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы ҡарар итте:

БЕҘҘЕҢ ИНТЕРВЬЮ

ЯБАЙЛЫҠ, ЫШАНЫСЛЫЛЫҠ ҺӘМ АСЫҠЛЫҠ –

клиенттар менән эшләүҙә төп принциптар

   
    Сағыштырмаса йәш булыуына ҡарамаҫтан, “Рәсәй ауыл хужалығы банкы” ААЙ-һы ышаныслылыҡ буйынса иң эре өс Рәсәй банкы рәтенә инде. Банктың Башҡортостан төбәк филиалының Баймаҡтағы өҫтәмә офисы идарасыһы Ә.Һ. Байсурин менән ойошторолған әңгәмәлә коллективтың бөгөнгө эшмәкәрлеге, халыҡты хеҙмәтләндереүҙең яңы төрҙәре, кредит биреү үҙенсәлектәре тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.

ЗАКОН ҺӘМ БЕҘ

    КӨН ТӘРТИБЕНДӘ – ХЕҘМӘТТЕ ҺАҠЛАУ


    Хеҙмәт кешеһенең ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау маҡсатында хеҙмәтте һаҡлау буйынса дәүләт системаһын камиллаштырыу талап ителә. Бына шуның өсөн дә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “2012-2016 йылдарға хеҙмәтте һаҡлау һәм эш шарттарын артабан яҡшыртыу маҡсатлы программаһын раҫлау тураһында”ғы 340-сы ҡарары булды.

РӘСМИ БҮЛЕК

    Бушлай ер бүлеме биреү тураһында

    2012 йылдың икенсе яртыһында республикабыҙ райондарының барыһында ла тиерлек күп балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары күпләп бирелә башлаясаҡ.

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ

    ХЕҘМӘТТӘ СЫНЫҠҠАН ЙӨРӘК

   
    Насар һөнәр булмай, яратып башҡарһаң, барыһы ла яҡшы, тиҙәр. Әммә: “Төпкөл ауыл ерендә иң кәрәкле һөнәр ҡайһыһы?” – тигән һорау тыуа ҡалһа, минең: “Фельдшер-акушер!” – тигән яуабым менән, моғайын, күпселек килешер ине. Сөнки яңы тыуғанынан алып оло йәштәгеһенә тиклем саҡ ҡына сирләп киттеме – барыһы ла медиктар ярҙамына мохтаж. Эйе, һүҙем ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған эшһөйәр, сабыр, кешелекле йән хаҡында.
Халыҡты тәбиғәтте, эскән һыуҙы бысратмаҫҡа, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә өндәй. “Шул арҡала “Урыҫ Минсылу” исеме лә алдым”, – тип көлә ул. Бөтә урында ла бәҙрәф, йәйләүҙәрҙә мунса, эш урындарында таҙалыҡ, тейешле шарттар булдырыуҙы талап итә, һөттөң таҙалығын аҙнаһына 2 тапҡыр тикшерә. 4 йәйләүҙәге һауынсыларҙың, балаларының һаулығын тикшергән арала агитбригада менән концерттар ҡуйырға ла өлгөрә тынғыһыҙ хеҙмәткәр. Шундай талапсанлығы, егәрлелеге арҡаһында халыҡтың ышанысын, абруйын яулап ҡына ҡалмай, һәр кем унда үҙенең яҡлаусыһын, һаҡлаусыһын күреп, үҙ итә.
   
    Миңсылыу Баймөхәмәтова Үрге Иҙрис ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән. Иҙрис, Ҡолсорала – башланғыс белем ала, артабан уға Муллаҡай ете йыллыҡ һәм Түбә урта мәктәптәрендә уҡырға тура килә. Ошо көндәрҙә 75 йәшен тултырған инәй был мәктәптәрҙә белем һәм артабанғы тормош юлында һабаҡ биргән барлыҡ уҡытыусыларын да яҡшы хәтерләй, һәммәһенә лә рәхмәтле ул.

АФАРИН!

Беҙҙекеләр һынатмай


    Яңыраҡ Владимир өлкәһенең Владимир ҡалаһында РФ Эске эштәр министрлығының йыйылма командалары араһында хәрби ҡоралдан (Макаров пистолеты, Калашников автоматы) атыу буйынса ярыш үтте. Ул йылына ике тапҡыр эске эштәр бүлектәре хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү, мәргәнлектәрен тикшереү маҡсатында ойошторола.

ОСРАШЫУҘАР

    ҺҮҘҘӘРЕНДӘ — фәһем һәм аҡыл


    Шүлкә ауылында район китапханаһы ойошторған “Яҡташ яҙыусылар” аҙналығы буйынса Бикташевтар ғаиләһенең юбилей кисәһе үтте. Төрлө темаларға ҡоролған йәнле һөйләшеү араһында, кисәнең биҙәге булып, был парҙы ауылдаштарҙың сиратлап ҡотлауы, матур һүҙҙәре һәм йырҙары яңғыраны
 

ТӘРБИӘ

    Музыка һәм балалар


    Бала аҡыллы, шат, көләс, миһырбанлы булып үҫһен өсөн беҙ, өлкәндәр, уны матурлыҡ һәм һөйөүгә сорнайбыҙ. Театр, музыка, һынлы сәнғәт – бындай матурлыҡтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ шишмәһе булып тора. Нәҡ сәнғәт баланың хис-тойғоларын үҫтерә, фантазияһын байыта.

19 июл. 2012 г.

Беҙҙең интервью

“Райондың киләсәге ҙур һәм яҡты”


“Баймаҡ районы – республиканың иң эре, етди һәм бик көслө төбәге, уның киләсәге бик ҙур. Быны яҡшы иҡтисади күрһәткестәр ҙә асыҡ дәлилләй. Бөгөн райондың халыҡ хужалығы тармағы үҫеш кисерә, был иһә ҙур өмөт уята”, – тип белдергәйне быйыл район һабантуйындағы сығышында БР Президенты Р.З. Хәмитов. Республика башлығы был фекере менән район хакимиәтенең төбәкте үҫтереүҙәге ролен юғары баһаланы.
Ысынлап та, һуңғы осорҙа ҡала һәм район ҙур төҙөлөш майҙансығына әүерелде, яңы производстволар асыу буйынса маҡсатлы эш алып барыла, үҙенсәлекле проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Халыҡ хужалығы тармағының күп өлкәләрендә үҫеш динамикаһы күҙәтелә. Быларҙың барыһы ла тыуған төйәгебеҙҙең яҡты киләсәгенә ҙур өмөт уята.
Хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов менән ойошторолған сираттағы актуаль интервьюла беҙ райондың ярты йыл эсендә социаль-иҡтисади өлкәһендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһау, бойомға ашырылаһы уй-ниәттәрҙе барлау, перспектив йүнәлештәрҙе билдәләү, проблемаларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙыҡ.

Абитуриенттар иғтибарына

Урта махсус белем алыуға йүнәлтмәләр

Башҡортостан Республикаһы буйынса урта махсус уҡыу йорттарына инеү өсөн маҡсатлы йүнәлтмәләр алырға ашығығыҙ:
 
1. Аҡъяр тау колледжы:
- Асыҡ тау эштәре; файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫтында эшкәртеү; электр һәм электромеханик ҡорамалдарҙы техник эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү; автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау; файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу.
 
2. Сибай педагогия колледжы:
- Башланғыс кластарҙы уҡытыу; музыкаль белем биреү; ғәмәли информатика; мәктәпкәсә белем биреү.
 
3. Бөрө медик-фармацевтика колледжы:
- Фармацевтика.
 
4. Сибай сауҙа-иҡтисади колледжы:
- Коммерция; банк эше, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе.
 
5. Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжы:
- Янғын хәүефһеҙлеге.
 
6. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы:
- Ветеринария; ауыл хужалығын механизациялау; иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе.
 
7. Өфө китапханалар эше һәм киң коммуникациялар колледжы:
- Китапхана эшен алып барыу.
 
8. Сибай сәнғәт колледжы:
- Һынлы сәнғәт; Рәсәй халыҡтарының (башҡорт) милли уйын ҡоралдары.
 
9. Өфө дәүләт профессиональ педагогия колледжы:
- Ҡунаҡхана сервисы; хоҡуҡ һәм социаль тәьмин итеүҙе ойоштороу.
 
10. Башҡорт медицина колледжы:
- Фармация.
 
Бөтә һорауҙар менән муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлегенә 2012 йылдың 23 июленә тиклем 208-се бүлмәгә йәки 2-14-16 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә.

Кәңәшмәләр

Таулыҡай һәм бикештәргә – яҡшы баһа


Дүшәмбелә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары, төрлө ведомство етәкселәре Таулыҡай һәм Бикеш ауыл биләмәләрендә сираттағы күсмә семинар-кәңәшмәлә булды. Уны муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкләне.
 

Иман үә Дин

29 шәғбан, кесе йома, 19 июль, ҡояш байыу менән изге Ҡөрьән Кәрим индерелгән Рамаҙан шәриф айының беренсе кисе 22 сәғәт 36 минутта башлана. Ислам диненең биш терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү айы, сабырлыҡ, сәләмәтлек һәм тәрбиә айы булған Рамаҙан шәриф мөбәрәк булһын! Ошо изге кистә йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих намаҙы уҡыла.
 
«...Эй, һеҙ, иман килтергән кешеләр! Һеҙгә ҡәҙәр ғүмер һөргән бәндә-ләргә, үткән бәйғәмбәрҙәрҙең өммәттәренә бойоролған кеүек, һеҙгә лә ураҙа ғибәҙәте фарыз ителде, моғайын, һеҙ тәҡүәләрҙән (Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарына итәғәт итеүсе, бойорғандарын үтәүсе, тыйғандарынан тыйылыусы) булырһығыҙ». (Әл-Баҡара сүрәһе).
 

Ураҙа айы мөбәрәк булһын!


Мөхтәрәм дини ҡәрҙәштәр! Ер йөҙөндәге бөтә мосолмандар Изге Рамаҙан айын ҙур һөйөнөс менән ҡаршы ала. Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡәҙер ителгән айҙа гонаһтарҙың ғәфү ителеүенә һәм дәрәжәләр күтәрелеүенә сәбәп булған оло ураҙа ғибәҙәте үтәлә.
 
Мосолман ай буйына Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн ураҙа тота, йәғни көндөҙ ашау-эсеүҙән, енси яҡынлыҡтан тыйылып, үҙ нәфсеһен тәрбиәләй. Ураҙа арҡылы йыуашайып ҡалған нәфселә Аллаһы Тәғәләнең биргән аҙ ғына ниғмәттәренән ҡәнәғәтләнеү, Уға рәхмәтле булыу тойғоһо уяна. Шәфҡәтле Аллаһына шөкөр итә-итә аңлы-аңһыҙ рәүештә эшләгән гонаһтарына үкенеп тәүбә-истиғфар ҡыла. Мәрхәмәтле Аллаһынан ғүмере буйына изге ғәмәлдәр үтәргә ярҙам итеүен, үҙенең киң рәхмәте менән тамуҡ ғазабынан һаҡлауын һорап доға ҡыла-ҡыла тәүлегенә биш тапҡыр фарыз намаҙҙарына тора, ә Рамаҙан айы кистәрендә тәрәүих намаҙҙарына баҫа.
 
Әйҙәгеҙ, Аллаһы алдындағы бурысын үтәгәндә ялҡауланған, харам юлда йөрөгәндәр Изге Рамаҙанда тәүбәгә килһен! Хәләл менән харамды таныр өсөн Рамаҙан айының Ҡәҙер кисендә күктән ергә индерелгән Аллаһының китабы Ҡөрьәнгә мөрәжәғәт итһен! Ураҙалы ваҡытында өйрәнеп, үҙенә изгелек күрһәтһен! Дөрөҫлөктә, Ҡөрьән менән Ураҙа әхирәтебеҙҙә тамуҡ утына төшөргә ирек бирмәгән пар ҡанат шикелле һаҡлаусы-шәфәғәтселәребеҙ буласаҡ, иншә Аллаһ! Аллаһы Тәғәлә Изге Рамаҙан шәриф айы бәрәкәтендә ил-йортобоҙға тыныслыҡ, тәнебеҙгә һаулыҡ-сәләмәтлек, йәнебеҙгә иман байлыҡтары биреп, тәүфиҡ-һиҙәйәт юлында йәшәргә насип итһен! Ил-йорт тыныслығы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүселәргә һәм хеҙмәтсән халыҡҡа көс-дарман, түҙемлектәр һәм тормошобоҙға бәрәкәттәрен бирһен!
 
Бөтәбеҙгә лә балаларыбыҙҙы иман-ихсан юлында тәрбиәләп, изгелектәрен күрергә яҙһын! Һәр кемгә Изге Рамаҙан нәфсе ҡоллоғонан ҡотолоп, иманға ҡайтыу һәм Аллаһы рәхмәтенә ирешеү айына әйләнһен!
 
Изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын!
 
Әссәләмүғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!
 
Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев.



Изге айҙа гонаһтар ғәфү ҡылыныр


Аллаһы Тәғәлә әйткән: Рамаҙан шундай бер айҙыр, ул айҙа һеҙгә Ҡөрьән индерелде. Тимәк, был шәриф айҙың һәр көнө, һәр кисе мөбәрәк һәм ҡәҙерлелер. Ифтар-ауыҙ асыу ваҡыты бигерәк тә ҡәҙерле.
 
Рамаҙан айының башынан алып ахырынаса байрам. Мосолмандар ай буйы Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа ғибәҙәтен үтәп, изге ғәмәлдәр генә башҡарып, ифтар мәжлестәренә саҡырышып, Ҡөрьән уҡып, зыярат ҡылып үткәрергә тырыша.
 
Рамаҙан айының һәр кисендә Аллаһы Тәғәлә өс тапҡыр әйтер ти: “Минән берәр нәмә һораусы бармы? Теләгәнен бирермен. Миңә тәүбә итеүсе бармы? Тәүбәһен ҡабул ҡылырмын. Минән гонаһтарының ярлыҡауын үтенеүсе бармы? Гонаһтарын ярлыҡармын!”

Рәхим ит, ғәфү итеү һәм сабырлыҡ айы

 Рамаҙан шәриф айында бирелгән саҙаҡа, ҡылынған изгелек башҡа айҙарҙа бирелгән саҙаҡанан мең мәртәбә сауаплыраҡ. Гонаһтарҙы яндырған өсөн был ай Рамаҙан тип исемләнгән.
 
Ураҙа тотоу ашау-эсеүҙән генә туҡталып, тыйылып тороу түгел, бәлки юҡбар һүҙ һөйләү, алдашыy, ялған эш менән шөғөлләнеү һәм бик күп төрлө насарлыҡтарҙан тыйылыу. Бер кеше урынһыҙға һине һүкһә, уның менән әрләшмә, бәлки: “Мин ураҙала, мин ураҙала”, – тип әйт.
 
Ҡөрьән инә башлаған ай булараҡ изге Рамаҙан шәриф бәндәләрҙе тәрбиә мәҙрәсәһенә алып инеүе, тәрбиә ҡыҫаларында тотоуы менән ҡәҙерле, йомартлыҡ, сабырлыҡ дәрестәре биреп, игелекле эштәргә дәртләндереп кенә тороуы менән – хөрмәтле ай.
 
Хәрәм ризыҡ, хәрәм эштәр, кешеләрҙең бер-береһенә ҡул күтәреп кенә тороуҙары, тел тейҙереүҙәре, боҙоҡлоҡтар артып киткән бер дәүерҙә тәрбиә, әҙәп мәҙрәсәһенә ихтыяжыбыҙ үтә лә ҙур. Ураҙа тотҡан көндәр бәндәләрҙе хәрәмгә һуҙылырға ғына торған ҡулдарҙы кире тартып алырға, үтеп кенә торған ғүмер тураһында уйланып алырға мәжбүр итә. Кешегә бирелгән ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле бүләк – ғүмер-заяға үтмәйме, эшләргә тейешле игелектәр эшләнәме, аҙашмайбыҙмы? Бына шуларҙы һәр кемдең иҫенә төшөрөп кенә тора ураҙа ғибәҙәте.
 
Үҙ ҡолдарының төрлө гонаһтарын ярлыҡап ҡалыу маҡсаты менән, Аллаһ игелекле миҙгелдәр – кисәләр, көндәр, айҙар бар иткән. Был ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, ололоғон аңлап, ғәфү итеүемде һорағыҙ. Мин һеҙҙе ғәфү итермен, – тигән Раббыбыҙ. Бындай ваҡыттарҙы мосолман ғибәҙәттәрҙә күберәк булырға, игелектәрҙе күберәк эшләп ҡалырға тырыша.
 
Ураҙаның төп маҡсаты – кешеләрҙең ғәмәлендә – игелек, тәнендә – сәләмәтлек, күңелендә рухи камиллыҡ тәрбиәләү, тип аңлата динебеҙ. Шул уҡ дини ҡанундарҙан сығып фекер йөрөткәндә, Ураҙа – тыйғандарҙан тыйыла белергә өйрәтеп, бәндәлә иман ныҡлығын арттырыу юлы.
 
Ураҙа – тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа, үҙ-ара игелекле булыуға әйҙәп кенә тороусы оло бер ғибәҙәт. Исламдың оло бер терәге, ураҙа тотҡанда, Рамаҙан шәриф айындағы кис һәм көндәрҙе ғибәҙәт менән үткәрергә генә түгел, йыл буйы, ғүмер буйы тыныс тәбиғәтле, киң күңелле булып йәшәргә өйрәтә дин.
Хәҙисе-Ҡотдусиҙа Аллаһы Тәғәләнең: ”Әҙәм балаһының ураҙанан башҡа бөтә ғәмәле үҙе өсөн. Тотҡан ураҙалары ғына – Миңә. Уның сауабын да Мин үҙем бирәсәкмен!” – тигән һүҙҙәрен бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, беҙгә лә тапшырып ҡалдырған.
 
Ғибәҙәттең был төрө, Исламдың был терәге йәнде паклай, кешенең рухын юғары бейеклеккә күтәрә, тәнде таҙа һәм сәләмәт тоторға ярҙам итә.
 
Рамаҙан – тыйылыу айы, ураҙа тыйылырға өйрәтә торған ғибәҙәт. Ураҙа тотҡан кеше көн дауамында хәләл ризыҡ менән хәләл эсемлектәрҙән дә тыйылып торған кеүек, насар ғәҙәттәрҙән, насар һүҙҙәрҙән, ялғандан, ғәйбәттән, яла яғыуҙарҙан, һүҙ йөрөтөүҙән тыйылып тора. Тыйыла белеү – мосолмандың иң күркәм сифаты.
 
Ураҙаның төп маҡсаты – тыйылырға өйрәтеү. Тыйыла белеү ул – тәрбиәнең нигеҙе. Бойороуҙар һәм тыйыуҙар элек-электән булып торған. Бөтә илаһи китаптар: Тәүрәт, Иҫке Әхәд йәки Библия, Зәбүр, Ибраһимға, ғәләйһис-сәләмгә, бирелгән сәхифәләр – бөтәһе лә Рамаҙан айында индерелә.
 
Изге китаптар – бәндәләр өсөн ғилем сығанағы. Тимәк, Ҡөрьән инә башлаған Рамаҙан шәриф-ғилем алыу айы. Нәсихәт һәм ғилем алыуҙа дауам итеп торған күнекмәләр айы.
 
“Ураҙа ул – ҡалҡан”, – тигән бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. Әҙәпһеҙлектән, оятһыҙлыҡтан, боҙоҡлоҡтан, тәрбиәһеҙлектән ҡалҡан.
 
“Ураҙа ул – йәһәннәм ялҡынынан һаҡланыу юлы”, – тигән имам Садыҡ. Сөнки шайтан тигән нәмә кешене утҡа тартып ҡына тора. Ғәли хәҙрәт һөйләп ҡалдырған бер риүәйәттә бәйғәмбәребеҙҙән, ғәләйһис-сәләмдән, шайтандан ҡотолоу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һорауҙары тураһында һүҙ бара. 

”Мосолмандың ураҙаһы шайтанды оятҡа ҡалдыра, – ти бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм. – Мосолман эшләп кенә торған игелектәр уны тәкә мөгөҙө һымаҡ итеп бөгөп ташлай, Аллаһуға булған һөйөү, игелектәр эшләүҙәге тырышлыҡ уның арҡа һөйәген һындыра, тәүбә итеп Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылыуы боғаҙын ҡырҡып ташлай”.
 
“Ураҙаны Аллаһ бәндәләрҙең ихласлыҡ дәрәжәһен тикшереү өсөн фарыз иткән”, – тип аңлатҡан мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт. Рамаҙан айы – кешеләр менән яҡшы мөғәмәләлә булырға һәм сабырлыҡҡа өйрәтә. Сабыр кешенең барасаҡ урыны – Йәннәт, тип өйрәтә динебеҙ.
 
Рамаҙан айының көндәре Аллаһ ҡаршыһындағы көндәрҙең иң яҡшыһы, төндәр – төндәрҙең, сәғәттәр – сәғәттәрҙең иң яҡшылары. Был айҙа бәндә – Аллаһ ҡунағы, ҡунаҡтың хужа ризалығына иң лайыҡлы сағы. Шуға ла мөьмин – мосолмандың һәр һулышы – Аллаһты данлау, хатта йоҡоһо ла изгелек менән тулы була.
 

Рамаҙан шәриф айының өҫтөнлөктәре

 Рамаҙан – мосолмандарҙың ай календары буйынса 9-сы ай. Йылдағы ун ике айҙың иң күркәме, иң гүзәле, иң мәртәбәлеһе – Рамаҙан айы. Был айҙа ураҙа тотоу бәләғәткә еткән, балиғ булған ир-атҡа ла,ҡатын-ҡыҙға ла – фарыз.
 
Был мөбәрәк Рамаҙан айы Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, өммәте өсөн бик ҡаҙанышлы, мәғәнәүи ҡәҙриәттәр менән тулы бер рәхмәт үә ғуфран (ғәфү) итеү миҙгеле. Илаһи хазиналарҙың береһе. Рамаҙанда даими ҡылынған 5 ваҡыт намаҙҙан тыш ҡеүәттәребеҙҙе нығытҡан бер сөннәт булған тәрәүих намаҙҙарыбыҙ, мең айҙарҙан да хәйерле Ҡәҙер кисебеҙ бар.
 
Рамаҙан айында ожмахтың бөтә ҡапҡалары асыла, ә тамуҡтыҡы ябыла.
Рамаҙан айында ураҙа тотоу, тимәк, бәндәнең элекке гонаһтары ярлыҡана тигән һүҙ.
 
Аллаһы Тәғәлә ураҙа тотоусының, әгәр ул ураҙаһын боҙмаһа, доғаһын ҡабул итә.


Ураҙаның сөннәттәре

 Ураҙа ваҡытында:
 
Ифтарҙы (ауыҙ асыуҙы) һуҙмайҙар, йәғни ҡояш байығас та ауыҙ асалар.
Ифтарҙа яңы бешкән йәки киптерелгән хөрмә, финик емешен ашайҙар. Хөрмә емеше булмаһа, һыу эсәләр. Ифтарҙа бер, йәки өс, йәки биш хөрмә емеше, йә булмаһа, бер, йәки өс, йәки биш йотом һыу эсергә кәңәш ителә.
 
Ифтарҙан һуң доға ҡылына. Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, былай тип доға ҡылған:
 
“Әй, Аллаһым! Ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм мин Һиңә генә иман килтерҙем. Һиңә генә тәүәккәлләнем һәм Һинең ризығың менән ауыҙ астым”.
 
Төндөң һуңғы өлөшөндә сәхәргә торалар, йәғни таң атыр алдынан ураҙа тотоу ниәте менән ашап-эсәләр.
 
Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн күберәк ғибәҙәт ҡылырға тырышалар.
 
Махсус битте Рауилә Базикова әҙерләне.




Рамаҙан
Аҙна көндәре
Июль-август
Сәхәрҙең ахырғы ваҡыты
Ауыҙ асыу, Аҡшам намаҙы
Тәрәүих,
Йәстү намаҙы
1
Йома
20
04.08
22.35
00.10
2
Шәмбе
21
04.10
22.33
00.10
3
Йәкшәмбе
22
04.12
22.32
00.05
4
Дүшәмбе
23
04.13
22.30
00.05
5
Шишәмбе
24
04.15
22.29
00.00
6
Шаршамбы
25
04.16
22.27
00.00
7
Кесе йома
26
04.18
22.26
00.00
8
Йома
27
04.20
22.24
23.55
9
Шәмбе
28
04.21
22.22
23.55
10
Йәкшәмбе
29
04.23
22.20
23.50
11
Дүшәмбе
30
04.25
22.19
23.50
12
Шишәмбе
31
04.26
22.17
23.50
13
Шаршамбы
1
04.28
22.15
23.45
14
Кесе йома
2
04.30
22.13
23.45
15
Йома
3
04.32
22.11
23.45
16
Шәмбе
4
04.33
22.09
23.40
17
Йәкшәмбе
5
04.35
22.07
23.40
18
Дүшәмбе
6
04.37
22.05
23.35
19
Шишәмбе
7
04.39
22.03
23.35
20
Шаршамбы
8
04.41
22.01
23.35
21
Кесе йома
9
04.42
21.59
23.30
22
Йома
10
04.44
21.57
23.30
23
Шәмбе
11
04.46
21.55
23.25
24
Йәкшәмбе
12
04.48
21.52
23.25
25
Дүшәмбе
13
04.50
21.50
23.20
26
Шишәмбе
14
04.52
21.48
23.20
27
Шаршамбы
15
04.53
21.46
23.20
28
Кесе йома
16
04.55
21.44
23.15
29
Йома
17
04.57
21.41
23.15
30
Шәмбе
18
04.59
21.39
23.10
Хәҙис: «Сәхәр ваҡытында сәхәр ашын ашағыҙ,
сөнки сәхәр ризығында һәм сәхәр ваҡытында бөйөк бәрәкәт бар».