2 июл. 2012 г.

ӘРМЕ — 2012

     Баймаҡ егеттәре Ватан һағына баҫты

    
     28 июндә, Рәсәй йәштәре көнөнә арнап, буласаҡ һалдаттарҙы әрмегә тантаналы оҙатыу ойошторолдо. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, район ветерандар советы рәйесе Т.Ш. Бикҡолов, йәштәр комитеты белгесе Г.Ғ. Баййегетова, реабилитациялау үҙәгенең педагог-психологы Н.М. Хажина ла ҡатнашты.

     Был көндө Ватан һағына 10 егет оҙатылды. Буласаҡ һалдаттарҙы тәбрикләп И.Ә. Зәйнуллин: «Ватанды һаҡлау – ир-егеттәрҙең изге бурысы. Һеҙ уны намыҫ менән үтәрһегеҙ, тыуған яғыбыҙға тап төшөрмәҫһегеҙ, тип ышанам», – тине. Т.Ш. Бикҡолов тантанаға йыйылыусыларға һалдат өсөн хат алыу ни тиклем мөһим булыуын, шуға күрә уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмауҙарын, ә ҡыҙҙарҙың оҙатҡан егеттәрен көтөп алыуҙарын теләне. Г.Ғ. Баййегетова хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға Баймаҡ йәштәренең наказдарын уҡып ишеттерҙе. Н.М. Хажина иһә әрме тормошо йәш егеттәр өсөн ҙур һынау булыуын, уны уңышлы һәм тетрәнеүҙәрһеҙ үтеү өсөн психолог кәңәштәре яҙылған иҫкәрмәне лә бүләк итте. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар исеменән Айнур Байдәүләтов сығыш яһап, ата-әсәләргә, тантананы ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе.
     Артабан хәрби комиссар Х.Х. Хәмитов егеттәргә хәрби билеттар тапшырҙы. Быйылғы яҙғы саҡырыу ваҡытында районыбыҙҙан 92 егет оҙатылған икән. Ошо көндәрҙә тағы бер нисә Баймаҡ егете Ватан һағына баҫасаҡ. 
    Халыҡ ижады үҙәге артистары әҙерләгән бейеү, йырҙар тантанаға йәм өҫтәне. Буласаҡ һалдаттар, уларҙы оҙатыусылар ҙа Илшат Ғүмәров, Руслан Тимербулатов, Руслан Хисамиевтарҙың сығышын яратып ҡабул итеп, көслө алҡыштарға күмде.
     Ил һағына оҙатылған йәш һалдаттарҙың тыуған яғына ысын ир-егет булып, имен-һау ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.   
     Автор фотоһында: хәрби билет тапшырыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.