11 июл. 2012 г.

2012 – Рәсәй тарихы йылы


«Перовский» бейеү көйөнөң килеп сығышы
Был риүәйәтте мин үткән быуаттың 30-сы йылдарында Баймаҡ колхоз-совхоз театрының директоры Ғиниәт Ушановтың ауыҙынан ишеткәйнем. Яҙғандарымдың тәүге өлөшө уның һүҙҙәре, ҡалғандары – минең фекерҙәрем.
Ғиниәт Ушанов һуңыраҡ М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы булды.


1812 йылдың ҡышы уртаһында Рәсәй ҡораллы көстәре баҫҡынсы француз императоры Наполеон Бонапарттың ғәскәрен, Рәсәй биләмәләренән ҡыуып сығарып, Парижға тиклем сигендерәләр. Былар Францияның баш ҡалаһына инер алдынан Сена йылғаһы ярҙарында туҡтап ҡалалар. Сөнки йылға ныҡ туңған була, боҙ өҫтөнән аттар үтә алмай. Һорау тыуа: боҙ аша нисек аттарҙы үткәрергә?
Рәсәй ғәскәре составында егерме һигеҙ башҡорт атлылар полкы ла була. Ошо полктарҙың береһе менән Ҡаһым түрә етәкселек итә. Ул аттарҙы тимер даға менән дағаларға кәңәш итә. Шулай эшләйҙәр ҙә.
Башҡорттарҙың даны Парижға алдан килеп етә. Имеш, урыҫ ғәскәре менән ҡуша ниндәйҙер ҡырағай кеше ашаусы халыҡ та килә икән. Ошоно ишеткән Париж халҡы ҡалаға бәреп ингән ғәскәрҙән ҡурҡып, тәҙрә ҡапҡастарын ябып, йәшенеп бөтә.

Ҡайһылай ғына булһа ла, «Перовский» бейеүе бөгөнгәсә үҙенең популярлығын юғалтмай, Ҡаһым түрә бейегән хәрәкәттәре менән сәхнәләрҙә бейелә һәм дан ҡаҙана.

Башҡорттар француздарҙың тағы ла нығыраҡ ҡотон алыр өсөн ҡалаға инмәҫ борон араларынан баһадир кәүҙәле ир-егетте, ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, биленә тиклем сисендерәләр ҙә тәнен тимер сынйырҙар менән уратып бәйләйҙәр. Сынйырҙың ике осон ике яғында торған һыбайлыларға тотторалар. Ошо килеш иң алдан сынйырланған башҡорт, енен сәсә-сәсә, ауыҙына ни килә – шуны аҡырып, Париж урамдарына барып инә. Шунан һуң ҡала кешеләре ҡурҡыштарынан бер аҙна буйы тышҡа сығып күренмәгән, тиҙәр.
Ошонда, баш ҡалала, урыҫтар Наполеонды еңеү байрамы үткәрергә булып, генералдар, полк командирҙары ҙур мәжлескә йыйыла. Унда бер-береһен ҡотлайҙар, наградалар таратыла, батырҙар хөрмәтләнә. Бейеү, уйын-көлкө башлана. Башҡорт полктары башлыҡтары Ҡаһым түрәне уртаға ҡурай уйнарға сығаралар. Ҡаһым түрә уйнап туҡтағас, бейеүен үтенәләр. Әммә араларында башҡа ҡурайсы булмай. Бер йәш кенә урыҫ офицеры: «Фортепьянола уйнаһам, бейейһеңме?» – тип һорай. Ҡаһым түрә риза була. Теге йәш офицер фортепьяно артына ултырып шәп итеп ят бейеү көйөн уйнай башлай. Әммә бейергә төшкән полк башлығы көйҙөң тиҙлегенә аяҡтарын ҡыбырлатып өлгөрә алмай. Шуға ул бейеүенән туҡтап, икенсе бер яй көй уйнауын һорай. Офицер талғын ғына бейеү көйөн уйнай башлай. Бейеүсегә был көй оҡшай. Бына ошонда Ҡаһым түрә күрһәтә лә инде үҙенең бейеүгә оҫталығын. Мәжлестә ҡатнашыусылар барыһы ла бейеүсене хуплап, дәррәү ҡул саба. Фортепьянола уйнаусының фамилияһы Перовский була. Бына ошо бейеү көйөн ҙур мәжлестә булған башҡорттар отоп ҡайталар ҙа, «Перовский» көйө тип атайҙар һәм шул көйгә бейейҙәр.
Күрәһең, Перовский украин милләтенән булғандыр. Сөнки «Перовский»ҙы ҡыҙыу итеп уйнаһаң, украиндарҙың «Гопак» бейеү көйө килә лә сыға. Башта, Ҡаһым түрәне бейетер алдынан, Перовский тиҙ-тиҙ итеп «Гопак»ты уйнағандыр, тип уйлайым.
Данлыҡлы Ҡаһым түрәнең яҙмышы аяныслы тамамлана. Ул үҙ иленә ҡайтып етә алмай. Еңеүселәр менән бергә Рәсәйгә ҡайтып килгәндә юлда фажиғәле үлеп ҡала.
Эш былай була. Александр Беренсе (аҡ батша) Франциянан ҡайтып килеүсе еңеүселәрҙе ҡаршы алырға юлға сыға. Улар Владимир губернаһы ерендә осраша, мәжлес ҡора. Ана шунда урыҫ генералдары батшаға Ҡаһым түрәгә яла яға. Йәнәһе, ул полк еңеүселәренең командиры һуғышта бер нисә тапҡыр приказдарҙы үтәмәй, танымай, ғәскәрҙәребеҙҙе еңелеүгә дусар итте, уңышһыҙлыҡтарға тарытты. Генералдар уны яуапҡа тарттырыуҙы һорағандар.
Ҡаһым түрә, аҡ батша алдында баҫып торған да, генералдарының хәрби белемһеҙлектәрен асҡан да һалған. Батша тарафынан бер нисә генералға ныҡ ҡына эләккән. Башҡорттар ошо ваҡиғанан һуң уны маҡтап ошолай тип йыр сығарғандар:
Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның
Маңлайында булыр урайы.
Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта
Уң ҡулында булыр ҡурайы.
Батша менән һөйләшкәндән һуң, уның генералдары Ҡаһым түрәгә кенә тоталар, нисек тә уны юҡ итергә булалар. Илгә ҡайтырға сыҡҡас, Ҡаһым түрә ҡапыл вафат була. Берәүҙәр уны ағыулағандар, икенселәре атып үлтерелгән, ти. Ни булһа ла, тура һүҙле, ҡара тырыш, ғорур башҡорт батыры Ҡаһым түрәнең ғәзиз башҡайы сит-ят ерҙәрҙә ятып ҡала.
1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң егерме йыл үткәс, ҡырҡ йәштә әлеге лә баяғы Перовский Ырымбур губернаһының генерал-губернаторы булып китә. Үҙенең элекке яуҙаш башҡорттары менән күрше йәшәй һәм аралаша. Сөнки башҡорттарҙың һуғышсан, батыр халыҡ икәнлеген ул бик яҡшы белә. Заманында Перовский башҡорт полктары менән бер ҡатар Наполеонды үҙенең ояһына, Парижға еткереп дөмөктөрҙө бит.
Ырымбурға килгән башҡорттарҙың туҡтар һәм ятыр урындары булмағас, Перовский улар өсөн махсус Ҡарауанһарай төҙөргә тәҡдим итә. Тирә-яҡтағы башҡорт ырыуҙарынан иғәнә йыялар. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең биҙәнеү әйберҙәрен йәлләмәй, ошо изге эшкә тапшырған. Ҡарауанһарай алты йыл буйына (1838 – 1844) төҙөлгән һәм башҡорттарҙыҡы булып тора. Шуныһы йәл: башҡорттарҙың иғәнә аҡсаһына йыйылған изге ҙур йорт мәсете әлегәсә Башҡортостандыҡы түгел.
Генерал-губернатор Перовский, һыбайлылар полктары ойоштороп, 1839 – 46 йылдарҙа башҡорттарҙы Һырдаръя буйы халыҡтарын баҫып алыу походына алып сығып китә. Унда Аҡмәсет һәм Хива ҡалаларын баҫып ала. Шуға микән, «Перовский» көйөн «Аҡмәсет» тип тә әйтәләр. Быныһы ул бейеү көйөнөң икенсе варианты.
Ҡайһылай ғына булһа ла, «Перовский» бейеүе бөгөнгәсә үҙенең популярлығын юғалтмай, Ҡаһым түрә бейегән хәрәкәттәре менән сәхнәләрҙә бейелә һәм дан ҡаҙана.
Вара Буранбаев,
республика крайҙы өйрәнеү йәмғиәтенең Почетлы крайҙы өйрәнеүсеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.