17 июл. 2012 г.

2012 – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Һоҡланғыс ғүмер

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек. Әммә һәр кемдең был ерҙә һоҡланып, маҡтанып һөйләрлек эше, эҙе ҡала.


Ауылдашым Флүрә инәйҙең тормошо күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ул Ниғәмәт ауылында Хәнифә менән Ғәлиәскәр  Йосоповтар ғаиләһендә тыуған.
Бөйөк Ватан һуғышына атаһының туғандарынан 6 кеше китә, әммә икәүһе генә әйләнеп ҡайта. Етемлектең бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый Флүрә. 7-се класты тамамлағас та эшләй башлай. Иң тәүҙә бесән күбәләүгә сығаралар. Ҡыш көнө иген таҙарталар, картуф айыралар. Үрге Нуғайҙа элек тауыҡ фермаһы була, уға шунда 2 йыл эшләргә тура килә. 1959 йылда ошо ауыл егете Рифҡәт Вәлиевҡа кейәүгә сыға. Ҡайныһы Ҡәнзәфәр шулай уҡ һуғыштан ҡайтмаған. Ҡәйнәһе Һәҙиәгә ул саҡта 39 йәш кенә була. Алты балаға ғүмер бүләк итә Вәлиевтар. Колхозда ире менән тырышып эшләйҙәр, күп маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәргә лайыҡ була улар. Алты бала өҫтөнә үлеп ҡалған ҡайынһеңлеһенең 3 йәшлек ҡыҙын тәрбиәгә алалар, уҡытып кеше итәләр. Балаларын етем итеп, Рәфҡәт олатай 49 йәшендә генә был донъя менән хушлаша. Быҙау ҡараусы, һауынсы булып эшләгән Флүрә бөгөлөп төшмәй, балаларын да кеше итә, һәр береһенә туй үткәреп, кейәүгә бирә, килен төшөрә. Ҡәйнәһе 82 йәшенәсә ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итеп, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешеп, эйәле-башлы итешеп, баҡыйлыҡҡа күсә ул.

– Ҡәйнәм яҡшы холоҡло булды. Һәр бер балам менән өс ай ғына ултырып эшкә сыҡтым. Ҡәйнәм мине әсәйем кеүек яратты, балаларымды үҫтереште, йәне йәннәттә булһын.
Бөгөнгө көндә Флүрә Вәлиева матур итеп донъя көтә, 12 ейән-ейәнсәре, 2 бүләсәре үҫеп килә. Йәй етһә, Себер тарафтарында эшләгән кинйә ҡыҙы Наилә ҡайтып төшә. Баймаҡтағы ғүмер буйы һатыусы булып эшләгән ҡыҙы Рәмзиә, рәссам-биҙәүсе Фирүзә лә атай йортона ашҡыналар. Малайҙары Радик, Ринат, Рауил тыуған ауылында төпләнделәр. Алдынғы механизаторҙар, ураҡ мәлендә ал бирмәҫ комбайнсылар тип тә беләбеҙ уларҙы. Өйҙәге бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, еңеүсе таҫмалары ла ошо хаҡта һөйләй.
Йәштәргә үҙенең теләген дә еткерҙе хөрмәтле ағинәй:
– Бөгөнгө килендәр әҙерәк кенә түҙемле, ә ир-ат үҙ урынында булһын. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә татлы тамаҡ йүнәтеүсе, ғаиләнең өҫтөн бөтәйтеүсе, йорттоң ҡотон һаҡлаусы, балалар бағыусы. Элек-электән килгән ошо ҡағиҙә боҙолмаһын ине. Ҡәйнә менән бер төптән тартһаң, тормош та еңелерәк, йәшәүе лә күңеллерәк. Ҡәйнәмә ғүмер буйы рәхмәтлемен. Рәфҡәтем генә иртә китте...
Ауылдаштарының абруйын яулаған Флүрә инәйгә матур, бәрәкәтле тормош теләйем, балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләсәрҙәрен ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Зилә Ғәйетҡолова.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.