17 июл. 2012 г.

Ураҡ-2012

Урып-йыйыу эштәре башланды

Ленин исемендәге АХК игенселәре иң беренсе булып ураҡҡа төштө
 

Ленин исемендәге АХК райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урынды биләй. БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғ.Б. Сәлимов етәкләгән коллектив барлыҡ ауыл хужалығы кампанияларын ойошҡанлы, тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып, юғары күрһәткестәргә өлгәшә, барлыҡ йүнәлештәрҙе рентабелле эшләтеү өсөн бар көсөн һала.
 

Белеүебеҙсә, элекке йылғы ҡоролоҡ йәнә ҡабатлана, ул аграрийҙар алдына ҡаты һынау ҡуя. Малсылыҡ тармағын ҡыш сығарырҙай аҙыҡ әҙерләү, етерлек фураж, аҙыҡ-түлек игене йыйып алыу бик ауырға төшә. Ә бына алдынғы хужалыҡ коллективы быйыл да үҙен-үҙе тәьмин итерлек ашлығын да, аҙыҡ запасын да әҙерләп һаласаҡ. Хужалыҡта мал аҙығы һәм иген культураларының йылына күрә төшөмө яҡшы булыуы һәм эштәрҙең юғары ойошҡанлыҡ менән барыуы тап шул хаҡта һөйләй. Быйылғы аяуһыҙ ҡоролоҡ шарттарында кооператив быға нисек өлгәшә алды һуң?
 
Шуныһы үҙенсәлекле, предприятие яҙғы баҫыу эштәрен йыл да аныҡ технологияға ярашлы атҡарып сыға. Был – бер. Икенсенән, күп хужалыҡтар сәсеүҙе бер айға тиерлек һуҙған ваҡытта, Ленин исемендәге АХК уны башҡаларҙан күпкә иртә башлай һәм оптималь сроктарҙа башҡара. Тупраҡтағы дымды мәлендә файҙаланып ҡалыу үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай, әлбиттә. Бөгөн хужалыҡтың мал аҙығы һәм иген культуралары майҙандары йылына күрә яҡшы уңышы менән һөйөндөрә. Быға беҙ кисә кооператив баҫыуҙарында урып-йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәре менән танышҡанда ла шаһит булдыҡ.
 
Ленин исемендәге АХК ҡеүәтле матди-техник базаһы менән дан тота. Бында йыл да яңы техника-агрегаттар алыуға маҡсатлы иғтибар бүләләр. Бөгөн хужалыҡта ҡеүәтле һәм яңы комбайн паркы уңышлы эшләй, мал аҙығы әҙерләү комплексы быйыл юғары етештереүсәнле “Полесье” үҙйөрөшлө комбайны менән тулыланды. Уларҙың барыһы ла үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле механизаторҙар менән комплектланған.
 
 Иген культуралары хужалыҡта 1650 гектарҙы биләй, шуның 376-һын – бойҙай, 520-һен – арпа, 349-ын – һоло, 355-ен – ҡарабойҙай, 50-һен һоло һәм 500-өн ужым арышы тәшкил итә. Үткән йома хужалыҡ игенселәре арыш сабыуға төштө.
 
Страховка культураһы булараҡ, бында арыш сәсеүгә йыл да етди иғтибар бүләләр. Күп хужалыҡтар был культуранан баш тартҡанда Ленин исемендәге АХК унан һәр яҡлап файҙа күреү ысулдарын таба. Ҡоролоҡ йылдарында арыштың баһаһы айырыуса ҙур. Быны хужалыҡ үҙ тәжрибәһенән сығып белә һәм был юлы ла арыш сәсеү үҙен аҡланы. Уның 190 гектарын урып-йыйып алыуға ҡалдырып, ҡалған майҙандарҙан бесән һәм сенаж әҙерләнде, был иһә аҙыҡ запасын тулыландырыуға тос өлөш индерҙе.
 
Әле игенселәр “Нурый утары” тип йөрөтөлгән баҫыуҙа эшләй. Игенде яҫмаларға һалыуға ЖВП-9,2 тағылмалы урғысында Мостафа Салихов йәлеп ителгән. Был эш 60 гектарҙа башҡарылған. Ашлыҡты урып-һуғыуға иң беренселәрҙән булып Закир Балхин төштө. Бөгөн-иртәгә башҡа комбайнсылар ҙа баҫыуға йүнәләсәк.
 
Бер үк ваҡытта кооперативта мал аҙығы әҙерләү, малсылыҡ тармағын ҡышҡа хәстәрләү, яңы игенде ҡабул итеүгә әҙерләнеү эштәре дауам итә. Әлегә 615 тонна бесән, 2500 тонна сенаж тупланған. Йәйге осорҙа мөмкин тиклем күберәк продукция алыу өсөн барыһы ла эшләнә, һөҙөмтәләр ҙә юғары.
Ҡатмарлы шарттарҙа ла кооператив үҙ позицияларын һаҡлап, иртәнге көнгә яҡты өмөт менән аяҡ баҫа. Производствоны оҫта ойоштороу, заман менән йәнәш атлау, коллектив ағзалары хаҡында даими хәстәрлек күреүҙең асыҡ һөҙөмтәһе был.
 
Азамат Мөхәмәтшин.
 
Һүрәттә: хужалыҡтың алдынғы комбайнсылары Рауил Сәғәҙәтов менән Шәһит Дәүләкәнов.
 
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.