17 июл. 2012 г.

Дәүләт янғын күҙәтеүе барлыҡҡа килеүгә — 85 йыл

Янғынды һүндереүгә
ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк


Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге начальнигы И.И. Әбүбәкиров
менән осрашып һөйләштек.

– Иршат Исҡужа улы, үҙегеҙҙең идаралыҡ структураһы һәм уның территориаль бүлектәре тураһында бер аҙ һөйләп үтегеҙ әле...
– Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт янғын күҙәтеүе идаралығы 2004 йылда барлыҡҡа килде. Ул 2010 йылда Күҙәтеү эшмәкәрлеге идаралығы тип үҙгәртелде. Бөгөн был идаралыҡ РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының үҙаллы оператив органы булып тора һәм республика буйынса күҙәтеү эшмәкәрлегенең 60 подразделениеһы менән етәкселек итә. 2005 йылға тиклем янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә күҙәтеү һәм контролдә тотоу буйынса дәүләт функцияларын янғын һүндереү отрядтары составына ингән янғын күҙәтеүе инспекторҙары башҡара ине.
– Һеҙҙең бүлек ниндәй эш менән шөғөлләнә?
– Янғын күҙәтеүе барлыҡҡа килеү һәм үҫешеүҙең бихисап этабын үткән. Әлеге ваҡытта инспектор составы янғын хәүефһеҙлеге өлкәһендә саралар күреү менән бер рәттән граждандар оборонаһы һәм тәбиғи, техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән халыҡты яҡлау мәсьәләләре менән дә шөғөлләнә. Был эш биләмәләрҙе, объекттарҙы, халыҡты, милекте һаҡлауҙан һәм янғындарҙың, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең кире эҙемтәләрен сикләүҙән ғибәрәт.
– Һеҙҙең бүлек яңыраҡ ҡына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙең ветерандарығыҙ ҙа бар бит әле.
– Эйе. Бүлек барлыҡҡа килгәнгә тиклем һәм унан һуң был структурала эшләп өлгөргән бер нисә ветераныбыҙ бар. Оҙайлы хеҙмәт стажы булыуға ҡарамаҫтан, күптәре әле лә эшләп йөрөй. Ул – Әбделҡәүи Риза улы Дусыев, 15-се дәүләт янғын хеҙмәтенең элекке начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы. Ул отставкаға 30 йылдан ашыу эш стажы менән сыҡты. Әлеге көндә Дыуан районында  федераль янғын хеҙмәтенең 32-се отрядын етәкләй. Эске хеҙмәт майоры Зиннур Йыһаннур улы Аҫылбаев 15-се дәүләт янғын хеҙмәтенең начальник урынбаҫары булып эшләне, әлеге мәлдә урындағы ҡаҙналыҡта РФ Финанс министрлығының 92-се отряды дежурныйы. Әминев Альберт Ғәбдрәшит улы, эске хеҙмәт майоры,  15-се дәүләт янғын хеҙмәтенең начальник урынбаҫары булып эшләне, хәҙерге көндә федераль янғын хеҙмәтенең 15-се отрядын етәкләй. Эске эштәр майоры Аҡбулатов Рәмил Йәҙгәр улы дәүләт янғын күҙәтеүе бүлегенең өлкән инспекторы, аҙаҡ начальнигы булды, 20 йылдан ашыу эшләне. Әлеге мәлдә федераль янғын хеҙмәтенең 15-се отряды начальнигы урынбаҫары. Мортазин Зөфәр Әхмәҙулла улы Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса 2002 йылдан 2009 йылға тиклем дәүләт янғын күҙәтеүе бүлеге инспекторы, дознаватель булды.
– Бөгөн халыҡтың именлеге һағында кемдәр тора?
– Беҙҙең бүлектә дуҫ һәм мобиль коллектив тупланған. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла үҙ эшен яҡшы белә, һынатҡандары юҡ. Улар – эске хеҙмәт капитаны, дознаватель И.Х. Хәмитов, өлкән лейтенант, инспектор Р.И. Баталов. Оҙаҡламай РФ Ғәҙәттән тыш министрлығы ведомствоһындағы юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы йәш егеттәр беҙҙең команданы тулыландырасаҡ.
– Йола буйынса ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Барлыҡ коллегаларымды, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы дәүләт янғын күҙәтеүе барлыҡҡа килеүгә 85 йыл тулыу айҡанлы ихлас ҡотлайым. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләйем.
– Беҙ ҙә һеҙҙең теләктәрегеҙгә ихлас ҡушылабыҙ. Мәшәҡәтле һәм бик кәрәкле эшегеҙҙә артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

Яҡшылар иҫәбендә

Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса күҙәтеү эшмәкәрлеге бүлеге хеҙмәткәрҙәренең эш һөҙөмтәләре янғындарҙы иҫкәртеү һәм профилактикалау өлкәһендәге күрһәткестәрҙә сағыла. Мәҫәлән, 2006, 2007 йылдарҙа дәүләт янғын күҙәтеүе бүлеге коллективы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге йомғаҡтары буйынса республика подразделениелары араһында – өсөнсө,  2008 йылда – икенсе урынды алды.
2005 йылда дәүләт янғын күҙәтеүе барлыҡҡа килгәндән алып хәҙерге көнгә тиклем район һәм ҡала буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешелде. Шулар иҫәбенән халыҡ күпләп йыйылған белем биреү, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында, социаль объекттарҙа һәм башҡа йәмәғәт урындарында янғын хәүефһеҙлеге торошо яҡшыртылды. Барлыҡ мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, тәүлек әйләнәһенә халыҡ йыйылған башҡа учреждениелар биналарында һәм социаль объекттарҙа автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы һәм янғын сыҡҡан осраҡтарҙа халыҡҡа хәбәр итеү системаһы ҡуйылды. Янғынға ҡаршы һаҡланыу саралары кеше ғүмере һәм һаулығы һағында ғына түгел, матди ҡиммәттәрҙе һаҡлап алып ҡалыуға ла булышлыҡ итә. Ошо осорҙа янғындарҙа һәләк булыусылар һәм тән йәрәхәттәре алыусылар, шулай уҡ торлаҡ йорттарҙа янғындар  һаны кәмене.
И. Хәмитов,
күҙәтеү эшмәкәрлеге  бүлеге дознавателе.

Халыҡтың именлеге һағында

1927 йылдың 18 июлендә РСФСР-ҙың власть органдары тарафынан Дәүләт янғын күҙәтеүе тураһындағы положение раҫлана. Был янғын һағы үҫеше тарихында һынылышлы ваҡиға була. Атап үткән Документта беренсе тапҡыр законлы нигеҙҙә дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәте функциялары билдәләнә.
Әлеге көндә Рәсәй Федерацияһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғын күҙәтеү хеҙмәте ҡеүәтле һәм һөҙөмтәле эшләүсе система булып тора. Уның эшмәкәрлеге янғындарҙы иҫкәртеү һәм профилактикалауға, халыҡты, төҙөлөш объекттарын һәм матди ҡиммәттәрҙе уттан һаҡлау буйынса тейешле сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Дәүләт янғын күҙәтеүе органдары тарафынан көндәлек башҡарылған эш ут сығыуҙы иҫкәртеү өлкәһендә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә ирешеүгә, янғындарҙа һәләк булыусылар һанын һәм матди юғалтыуҙар күләмен кәметеүгә булышлыҡ итте.
Хәҙерге мәлдә ут тоҡаныу осраҡтарын иҫкәртеү һәм һүндереү системаһын камиллаштырыу, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеүҙе ныҡлы контролдә тотоу буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Ил институттарында янғынға ҡаршы оборона инженерҙары факультеттары асылды, уларҙа ошо өлкәлә профессионал белгестәр әҙерләнә.

Әбүбәкиров Иршат Исҡужа улы

Баймаҡ районының Күлйортау ауылында 1963 йылда тыуған. Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбен тамамлаған. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Өфө ҡалаһында геология экспедицияһында эшләгән. 1990 йылда Баймаҡ ҡалаһына ҡайта һәм янғын һүндереү машинаһы водителе булып эшкә урынлаша. Ситтән тороп Йылайыр ауыл хужалығы техникумын, һуңынан Магнитогорск дәүләт университетын тамамлай. 1998 йылда дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторына аттестациялана, һуңынан дознаватель була. 2005 йылда дәүләт янғын күҙәтеүенең Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Тормош иптәше Илүзә Исмәғизәм ҡыҙы менән ике ул тәрбиәләй. Илдар менән Илнур икеһе лә юғары белемле. Әйткәндәй, Илдар атаһының эшен дауам итмәксе.
Эшендә юғары һөҙөмтәләргә ирешкәне өсөн БР Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса министрлыҡтың Почет грамотаһы, Рәхмәт хаттары, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының I, II, III дәрәжәләрҙәге “За отличие в службе” миҙалы, РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “За заслуги” билдәһе, “РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 20 йыл” миҙалы менән наградланған.

Илдар Хәлит улы Хәмитов


Баймаҡ ҡалаһында 1984 йылда тыуған. Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбен тамамлағандан һуң, 2002 йылда  РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте академияһының Екатеринбург филиалына уҡырға инә. 2005 йылда уны тамамлай һәм йүнәлтмә буйынса  Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса дәүләт янғын күҙәтеүе бүлегенә инспектор булып эшкә ҡайта.
2009 йылда дәүләт янғын күҙәтеүе бүлегенең дознавателе итеп үрләтелә. Әлеге ваҡытта БДУ-ның Сибай институтында юридик белем дә ала.
Материалдарҙы С. Кейекбирҙина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.