2 июл. 2012 г.

КОНКУРСТАР

     Мөғжизәле тыуған яғым

    
     Һөйәм һине, ғәзиз тәбиғәтем,
     Мөһабәт тау, алтын һыуҙарың.
     Бары һиндә күрәм киләсәгем,
     Бары һинең хаҡта уйҙарым.


     Тәбиғәте ғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, төрлө мәғдәнгә, ризыҡҡа ифрат бай илаһи еребеҙҙе, иҫ киткес күркәм төйәгебеҙҙе, ата-бабаларыбыҙ йәшәү урыны иткән, ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ғүмер баҡый донъя көткән еребеҙҙе үҙен хөрмәт иткән һәр кеше һаҡларға тейеш. Яҡташтарыбыҙҙа, бигерәк тә киләсәк быуындарҙа илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү маҡсатында район китапханаһы “Мөғжизәләргә бай тыуған яғым” фотоконкурсы иғлан иткәйне. Бәйгенең шарты буйынса һәр ҡатнашыусы тыуған еренең, төйәгенең мөғжизәле урынын фотоһүрәткә төшөрөп, тарихын бәйән итергә тейеш ине.
     Конкурсҡа күп кенә матур эштәр килде. Яҡташтарыбыҙҙың тирә-яҡҡа иғтибарлы булыуы, мөғжизәләргә битараф түгеллеге һоҡландырҙы. Ә бит һәр ерҙең, һәр төйәктең үҙ хозурлығы, үҙ күркәмлеге. Байыш еренең ҡабатланмаҫ “Йомортҡа ташы”, “Һарыҡташ”ы, Үрге Яйыҡбайҙағы Ҡалтаташ мәмерйәһе, Билал яҡтарының ғорур Тағанташ, Һаңғала тауҙары, Мерәҫтең данлыҡлы ҡарағастары, Талҡаҫ, Яугүл күлдәре, Ғәҙелша шарлауығы һәм башҡа бихисап мөғжизәләр тураһында бәйән иткән эштәрҙе ебәргән һәр конкурсантҡа оло рәхмәт әйтке килә. Матурлыҡҡа табынған, киләсәк хаҡында ҡайғыртҡан илһөйәрҙәребеҙҙең булыуы ҡыуандыра.
     Ә бит кешегә иң ғәзизе – Әсә, иң ҡәҙерлеһе – тыуған тупраҡ, иң татлыһы – тәү эскән һыуың, иң йылыһы – һине йылытҡан өй усағы, иң күркәме – тыуған өйөң, иң йәмлеһе – тыуған ер тәбиғәте. Шуны тойоп үҫкән кешенең күңел ҡото бар. Шуларҙы ҡәҙерләгән кеше әсәләрҙең ғәзизлеген, оло һыуҙарҙың татын, ҙур уттарҙың ҡайнарлығын, яҡты донъяның ҡәҙерен, Тыуған ил тойғоһоноң ололоғон нығыраҡ белә һымаҡ.
     Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙе китапхана янында ойошторолған «Дар» (“Матурлыҡҡа ғашиҡ күңелдәр”) клубы ағзалары баһаланы. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды Үрге Яйыҡбайҙан Фирүзә Баййегетова һәм Сибай ҡалаһынан Илүзә Вәхитова яуланы. Икенселә – Байыштан Сөмбөл Ибраһимова, Регина Таштимерова һәм Күлтабандан Ислам Тләүсин. Өсөнсө урынға Күгиҙелдән Зифа Мәүлитова, Билалдан Зөлфиә Байраҡаева, Мерәҫтән Дилбәр Хоҙайбирҙина сыҡты. Дәртләндереү призына Яраттан Нәзилә Йәнбирҙина һәм Рәфил Ишҡыуатов лайыҡ булды.
     Конкурсанттарҙың эштәре китапхана сайтына индерелде. Йомғаҡлау кисәһе август айында китапханасылар семинарында үтәсәк. Тормошобоҙға ҡот, йәм, нур өҫтәп йәшәүсе илһөйәрҙәргә уңыштар, тормош һәм ижад ҡыуанысы теләп ҡалабыҙ.
     Нәсимә СОЛТАНОВА,
     район китапханаһының методик бүлек мөдире.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.