2 июл. 2012 г.

ЙЫЛЫ ҺҮҘ – ЙӘН АҘЫҒЫ

     Рәйсә – һоҡланғыс уҡытыусы


     Тормошта шундай һоҡланғыс кешеләр осрай, улар һис ҡасан онотолмай, мәңгелеккә һинең күңелеңде биләп ала. Шундайҙарҙың береһе – Иҫке Сибай урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Р.Ә. Хәмитова.

     Рәйсә Әбделхай ҡыҙы – Әбйәлил районының Дәүләт ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас та, 17 йәшендә үк туған мәктәбендә пионервожатый булып эшләй башлай. 1976 йылда Магнитогорск педагогия институтына уҡырға инә һәм 1982 йылда математика һәм физика уҡытыусыһы булараҡ ҡулына диплом ала. Студент йылдарында тормош иптәше Вәзих Әғзәм улы менән таныша һәм йәш ғаилә Иҫке Сибай урта мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Хәҙер бына 30 йыл инде Рәйсә Әбделхай ҡыҙы уҡыусыларҙы математика серҙәренә төшөндөрә. 1986-2003 йылдарҙа тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары булып эшләне. Уның етәкселегендә мәктәптә төрлө осрашыуҙар, кисәләр, ҡыҙыҡлы йыйылыштар үткәрелде. Төрлө темаларға арналған был саралар һәр кемдең күңелендә бөтмәҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ауылдың күренекле шәхестәренә арналған альбомдар бөгөн мәктәп музейында һаҡлана.
      Рәйсә Әбделхай ҡыҙын ата-әсәләр ҙә берҙәй ярата, яҡын күрә. Сөнки ул – уҡыусыларҙың серҙәше лә, кәңәшсеһе лә. Үҙенең мауыҡтырғыс итеп үткәргән дәрестәре аша һәр кемгә лә еңел бирелмәгән математиканы яратырға өйрәтә. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының: “Уҡытыусыбыҙ һәләтебеҙҙе төрлө яҡлап үҫтереүгә күп көс һалды, әүҙем булырға өйрәтте. Уның уҙғарған һәр кисәһе мәктәп йылдарының матур бер осоро булып хәтеребеҙҙә һаҡланасаҡ”, – тип әйтеүҙәре Рәйсә Әбделхай ҡыҙының тынғыһыҙ эшенә оло баһа. 
     Р.Хәмитоваға уҡытыусы булыу тәбиғәттән бирелгәндер. “Изге лә, абруйлы ла һөнәрҙе һайлауыма һис үкенмәйем. Уҡытыусы – ауыр, ҡатмарлы, ләкин яуаплы эш, – ти ул. – Уҡытыусының бар уңышы – балаларҙы яратыу, улар менән уртаҡ тел таба белеү”. Ысынлап та, нурлы йылмайыуы, ябайлығы, ихласлығы уның ысын уҡытыусы исемен аҡлай. Рәйсә Әбделхай ҡыҙының мәҡәләләрен “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында, гәзиттәрҙә күрергә мөмкин. Мәктәптә математика түңәрәге менән бер рәттән шахмат түңәрәген дә етәкләй. Сәләмәт тормош менән йәшәгән уҡытыусы волейбол командаһы ағзаһы ла.
     Рәйсә Әбделхай ҡыҙының уҡыусылары араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ: уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, бухгалтерҙар, артистар, технологтар, эшселәр... Йылдар дауамында ҙур тәжрибә туплаған педагог Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, Баймаҡ районы хакимиәтенең, мәғариф бүлегенең һәм профсоюз ойошмаһының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, дипломдар менән бүләкләнде.
  
   Рәйсә Әбделхай ҡыҙының һәр уңышы нигеҙендә тәрән эҙләнеүҙәр, талапсанлыҡ, түҙемлек менән һуғарылған намыҫлы хеҙмәт ята. Ошо көндәрҙә 55 йәшен тултырған уҡытыусы уңған хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Өлкән улдары Динис Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, бөгөн үҙ ғаиләһен булдырған. Кесе улдары Фәнис тә хәрби бурысын үтәп ҡайтып эшләп йөрөй.
     Бына шундай кешелекле, мөләйем, шул уҡ ваҡытта ғәжәп ябай ҙа уҡытыусы ул  Рәйсә Әбделхай ҡыҙы Хәмитова.
     Рәзинә ҒӘЛИНА,
     Иҫке Сибай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.