9 июл. 2012 г.

АКЦИЯЛАР

     Иң изге теләктәр менән


     Йәштәрҙең аҡыллы, уңған булыуына, ял итә лә, кешеләрҙең ялын ойоштора белеүенә лә хайран ҡалырһың. Ошо көндәрҙә Баймаҡта бер төркөм йырсылар “Иң изге теләктәр менән” тигән концерт ҡуясаҡ. Һеҙҙең иғтибарығыҙға йәштәрҙең кумирына әүерелгән Илгиз Абдрахманов менән әңгәмә.
 

     – Илгиз, баймаҡтар өсөн бушлай концерт әҙерләүегеҙ ысынмы?
 
     – Эйе, беҙ 13 июль – Баймаҡта, 14-ендә Темәстә, 16-һында Ишмөхәмәттә сығыш яһаясаҡбыҙ. Концерт БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәре Советы ярҙамында “Ислам экстремизмға ҡаршы” акцияһы сиктәрендә үткәрелә. Билдәле булыуынса, 19 апрелдә Өфөлә мосолмандарҙың форумы булғайны. Шунда беҙ 2012-2013 йылдарҙа терроризмға ҡаршы йүнәлтелгән акциялар менән сығыш яһарға тигән тәҡдим индергәйнек. Президентыбыҙ Р.З. Хәмитов был фекерҙе хупланы һәм һәр яҡлап ярҙам итте.
 
     – Концертта тағы кемдәр сығыш яһаясаҡ?
 
     – Тимур “ZинDан” Вәлитов, Хәсән Усманов, Фәнис Солтанғолов, Роберт Юлдашев һәм “Ҡурайсы” төркөмө, Ләйсән Моталлапова, Зилиә Бәхтиева (Ailiz). Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов та сығыш яһаясаҡ.
 
     – Белеүемсә, йәштәрҙе дәртле йырҙар ғына түгел, ә башҡа сюрприздар ҙа көтә?
 
     – Эйе, концерт ваҡытында төрлө конкурс-викториналар ойоштороласаҡ, еңеүселәргә приздар биреләсәк. Шулай уҡ “Әмәл” кадрҙар агентлығы анкеталар ҡабул итәсәк. Улар эш таба алмаусыларға ярҙам күрһәтәсәк.
 
     – Һәләтле, йыр-моңға әүәҫ йәштәр һеҙгә мөрәжәғәт итә аламы?
 

  – Үҙҙәрен сәхнәлә күргән, йырсы, бейеүсе булырға теләгән ҡыҙҙар һәм егеттәр өсөн дә анкеталар әҙерләгәнбеҙ. Ысынлап та, үҙен сәнғәткә бағышларға теләгән, әммә ҡайҙа барырға, эште ниҙән башларға икәнлеген белмәй аптыранған йәштәр күп. Шуға күрә беҙ уларға ярҙам итәсәкбеҙ. Был башҡорт эстрадаһының йондоҙҙарын тағы ла арттырһа, бик шәп буласаҡ, минеңсә.
 
     – Илгиз, концерттың төп маҡсаты ниҙә?
 
     – Кешеләрҙең мейеһен ағыулаған дини ағымдарҙан халҡыбыҙҙы, бигерәк тә йәштәрҙе айырып алыу. Ислам – тыныслыҡ дине. Унда экстремизмға ла, терроризмға ла урын юҡ. Беҙҙең халҡыбыҙ элек-электән дин тотоп, иманлы булып, башҡа милләттәр менән һәр саҡ дуҫ-татыу йәшәгән. Кешеләргә иң матур хис-тойғоларыбыҙҙы еткереп, уларҙың дингә яҡын булыуын, тик изгелек ҡылып, Хоҙай Тәғәлә бүләк иткән мөғжизәле ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәүҙәрен үтенгебеҙ килә.
 
     – Сығыш яһаясаҡ йырсылар барыһы ла тамашасыларға яҡшы таныш...
 
     – Эйе, бигерәк тә Роберт ағай Юлдашевтың ни тиклем талантлы булыуы һәр кемгә билдәле. Ул бер үҙе тотош бер шоу ойоштора ла ҡуя. Уны республикала ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә яҡшы беләләр. Шуға күрә концертҡа килегеҙ – үкенмәҫһегеҙ. Рәхәтләнеп ял итеп, яҡшы кәйеф алып, шатланып ҡайтырһығыҙ.
 
     – Илгиз, беҙҙең өсөн шундай матур байрам сараһы әҙерләгәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Киләсәктә һеҙгә тик уңыштар юлдаш булһын!
 
     Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.