4 июл. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

“Китапхана – һәр ауылдың биҙәге”


Үҙ эшенә ғүмер буйы тоғро ҡалған, уны яратып башҡарған кешеләрҙе генә бәхетлеләр рәтенә индереп булалыр.

Ишбирҙе ауылы ҡыҙы Сәрүәр Юнысова Өфөлә китапхана техникумын тамамлап, 1978 йылда тыуған ауылына эшкә ҡайта. Йәш китапханасы эшенә ең һыҙғанып тотона. Ауыл халҡына кәрәкле китаптарҙы һәм мәғлүмәтте еткереп тә, төрлө кисәләр ойоштороп та, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашып өлгөрә. Үҙ ишен табып, кейәүгә сыға. Үкенескә ҡаршы, бер улына – 6, икенсеһенә 1 йәш кенә булғанда ғаилә башлығы вафат була. Йәш ҡатын тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, юғалып ҡалмай, балаларын наҙға ғына сорнап, аяҡҡа баҫтыра. Әлбиттә, ҡыйынлыҡтар күп була. Кескәй генә улының ир-ат туғандарына, башҡаларға эйәреп, “Атай” тип өндәшергә ынтылыуын ишетеп-күреүе бигерәк тә йөрәген һыҙлата. Улдары әсәһен ҡыуандырып, аҡыллы, эшһөйәр, кешелекле һәм кеселекле булып үҫә. Ауылдаштарының, яҡындарының, әхирәттәренең: “Балаларың шул тиклем һәйбәт!” – тигән маҡтау һүҙҙәрен Сәрүәр Салауат ҡыҙы ҡыуанып та, ғорурланып та ҡабул итә.
Хәҙерге ваҡытта ике улы ла Сибай ҡалаһында донъя көтә, тормоштарын полиция хеҙмәтенә бағышлаған. Улар өй һалып, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп әсәһен шатландыра.
Сәрүәр Салауат ҡыҙы китапханасы ғына түгел, ә “Атайсал”, “Шоңҡар”, “Таңсулпан” клубтары, ағинәйҙәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып, тырышып эшләй. Төрлө район сараларында ла ҙур теләк менән ҡатнаша, йәштәрҙе лә әҙерләй. Китапханасы ил өсөн мөһим ваҡиға – һайлауҙар  ваҡытында ла әүҙем эшләй. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ла өс тапҡыр ҡатнашҡан.
“Китапхана – һәр ауылдың биҙәге ул. Унда кешеләр төрлө әҫәрҙәр уҡып, төрлө кисәләрҙә ҡатнашып ял итә. Шуға күрә һәр ауылда китапхана гөрләп эшләргә тейештер, тигән фекерҙәмен”, –ти Сәрүәр Салауат ҡыҙы.
Ошо көндәрҙә алтын юбилейын билдәләгән китапханасыға тик уңыштар, һаулыҡ, бәхет юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.