11 июл. 2012 г.

Ҡыңғырауҙар


Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина

 
Вәлиева-Ҡарасурина Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы 1953 йылдың 3 декабрендә Сәксәй ауылында тыуған. Ғаиләһе 1954 – 57 йылдарҙа Ҡырғыҙстандың Фрунзе (хәҙерге Бишкек) ҡалаһында йәшәй. 1957 йылда Ишей ауылына күсеп киләләр. 1969 йылда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия училищеһында белем ала. 1973 йылда Ишей мәктәбендә эш башлай, ә 1974 – 2010 йылдарҙа Байым мәктәбендә башҡорт һәм рус телдәренән уҡыта, уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары була. Педагогик эшмәкәрлеге лайыҡлы баһалана – район, республика, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы Рәсәй Федерацияһы мәғарифының дөйөм белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре.
Ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Таҡмаҡтар, ҡобайырҙар сығара. “Йәшлек” гәзитендә “Ҡатын сырағы”, “Үткән дә генә ғүмер ҡалған хәтер” тигән хикәйәләре баҫылып сыҡты.
Минең шиғырҙарымдың темаһы – ҡатын-ҡыҙ, әсә. Бөтә уй-кисерештәреңде, күңел төбөндәге серҙәреңде кешегә һөйләп булмай бит, шулар ҡағыҙға шиғыр булып төшә. Ә илһөйәрлек, эшһөйәрлек, тормош, йәшәү мәғәнәһе, һөйөү тураһында, эскелек, эшһеҙлек, йүнһеҙлек, бәйһеҙлек кеүек күңелһеҙ күренештәр хаҡында бер туҡтауһыҙ һөйләйҙәр, бик күп яҙалар – был өлкәлә мәғлүмәт минән башҡа ла артығы менән етәрлек. Шуға ла минең шиғырҙарым – бер кешенең генә күңел донъяһының сағылышы”, – ти Таңһылыу ханым үҙенең ижади булмышы хаҡында.



Баш, муйын
 
Ир – баш, ир – хужа, ти мәҡәл,
Ҡатын ни бары муйын.
Ҡабырғанан әүәләнгәс,
Муйын булыуы ҡыйын.
Ҡайҙа теләй – шунда бора,
Йәнәһе, башты муйын.
Ә һуң күҙҙәр ҡайҙа ҡарай –
Шуны белмәүе ҡыйын.
Ярай, башта аҡыл булһа,
Буш баштар, гүйә, суйын.
Шундай баштар алып йөрөп
Сейләнә елкә, муйын.
Донъя йөгөн тартҡан саҡта
Ҡамыт та кейә муйын.
Ә дан тажын баш кейә бит,
Ғәҙеллек ҡайҙа? Ҡыйын...
Көс еткеһеҙ ҡамыттарҙы
Баштар үҙҙәре кейһен.
Ә “муйындар” муйынына
Тик затлы сылбыр элһен!


Төнгө уйҙар
 
Ете төн уртаһы үтте микән?..
Таң һыҙылыр ине тиҙерәк.
Йоҡо алмай. Һанап та ҡарайым,
Һулҡ-һулҡ тибә арыған йөрәк.
Отоп алған бөтә доғаларҙы
Ятлап сыҡтым нисәнсе ҡабат.
Керпек ҡаҡмай таң аттырып киләм,
Ҡолһу Аллаһы... Әхәде... самад...
Көндәшлегә төн оҙон, тигәстәр,
Көнлөксөгә көн үтмәҫ кеүек.
Етмеш ете уйҙың осо – башына
Сығыу өсөн төн етмәҫ кеүек.
Таң аталыр. Тәҙрәм дә яҡтырҙы.
Уйҙарымды ситкә ҡуяйым.
Улар өсөн төндәр булыр әле...
Әтәстәр ҡысҡыра. Торайым.


Ямғыр
 
Өсөнсө көн тоташ ҡар, тигәндәй,
Өсөнсө көн ямғыр ҙа ямғыр.
Яуһын да ул, самай яуыр сағы,
Еүеш тупраҡ, һиңә ауырҙыр.
Ямғыр яратманың бит һин, әсәй,
Бигерәк тә оҙаҡ яуғанын.
Бала саҡтан үпкә һаҡлағанһың,
Сәбәптәрен әле аңланым.
Ямғыр яуған шомло төндә
Атайыңды ҡулға алғандар.
Әсәң яңғыҙ, һеҙ үҙегеҙ – дүрт ҡыҙ,
Ете йылға етем ҡалғандар.
Шунан – һуғыш. Хеҙмәт армияһы.
Атайығыҙ тағы өйҙә юҡ.
Күҙ йәше һәм ямғыр.
Тормош ауыр...
Атай кейеме һаман сөйҙә юҡ.
Сәйгә мәтрүшкә лә һалдырманың:
Танһыҡ булһа – һеҙгә танһыҡтыр.
Тоғо менән һөйрәп йөрөп эстек
Дүрт йыл буйы анау һуғыштың.
Илай-илай бакуй әйләндерҙек,
Һыҡтай-һыҡтай утын тумырҙыҡ.
Өләсәңде колхоз бушатманы,
Ҡайһы саҡта ас та ултырҙыҡ”.
Тышта ямғыр. Көҙ бит, яуа инде.
Тағы иҫемә төштөң, әсәйем.
Ауыр тупраҡҡайың еңел булһын...
Йәнең өсөн йәннәт теләйем.


* * *
Ҡайҙа ҡалды йәшлегем, тип
Шул юлдарҙан эҙләнем.
(Йырҙан)
 
Юғалтманым йәшлегемде
Үтелгән юлдарымда.
Өлөшләп бүлеп ҡалдырҙым
Йәшәлгән йылдарымда.
Иң гүзәл йәш сағым минең –
Ауылым кистәрендә.
Тәүге һөйөү тумалған мәл –
Көндәлек биттәрендә.
Сая йәшлек шау-гөр килде
Ятаҡ биләмәһендә.
Вәғәҙәләр биргән яҙым –
Сирень күләгәһендә.
Йәшлегемдә иң изге мәл –
Мин булдым ҡатын, әсә.
Һөйөү емештәрем хәҙер
Үҙҙәре орлоҡ сәсә.
Бөтмәй ул минең йәшлегем,
Тик сүрәтен үҙгәртә.
Телем-телем өлөш йәшлек
Күп ул минең йөрәктә.
Ҡалдырманым йәшлегемде,
Юлдан эҙләргә түгел.
Һәр саҡ йәш минең йөрәгем,
Һәр саҡ йәш минең күңел.




Иҫтә

 
Йәшел шәл ябына ҡайын
Һандуғаслы яҙ етһә,
Шәлен болғап оҙатып ҡалған
Серҙәш ҡайыным иҫтә.
Аяҙ күктә йондоҙҙарым
Йылмаялар һәр кистә,
Тыуған яҡтың зәңгәр күге
Иҫтә, һаман да иҫтә.
Саҡыра йәшлек ҡырҙарым,
Ал ҡояш нурын һипһә,
Күңелемдән сыҡмай һис тә –
Иҫтә тыуған яҡ, иҫтә.
 
Файза Булатова.
Әбделкәрим ауылы.


* * *
Оноторға теләп нисә йылдар
Ҡастым һинән, ҡастым үҙемдән,
Яндан үтһәң, һине күрмәҫ өсөн
Сытырлатып йомдом күҙемде.
Һине хәтерләткән бар нәмәне
Юйҙым уйҙан, юйҙым күңелдән,
Бергә үткән эҙҙәр һуҡмаҡтарҙа
Башҡа эҙҙәр менән күмелгән.
Һине яҡынлатмаҫ өсөн ян-яғыма
Өйҙөм таштар, ҡуйҙым кәртәләр,
Хәҙер ярһып-ярһып тулаһаң да
Емерә алмаҫ ныҡлы тәртәләр.
Тик йылмайыу, бары бер йылмайыу...
Шундай яҡын, шундай танһыҡһың,
Һинең күҙҙәреңдә онотолған
Йәшлегемде бөгөн таныным.
Ниндәй үкенес...


* * *
 
Миңә бөгөн шундай ҡыйын, йәнем,
Йөрәгемә урын тапмайым,
Хоҙай биргән йәрәбәнең ҡайһы
Остарынан икән тартайым?
Ҡайһы ғына осон тартып алһам
Өтмәҫ икән уты ҡулымды?
Бер осонан тотоп атлап китһәм,
Икенсеһе быуыр юлымды.
Эй, хоҙайым, һинең һынауҙарың
Ниңә әсе тәмле икән һуң?
Беләм, үкенеүҙәр, үтенеүҙәр өсөн
Үткән ваҡыт, хәҙер бигерәк һуң...
 
Тамсы.
Баймаҡ районы.


Ҡайтараһы ине үткәнде

 
Йөрәк һыҙлауҙарын баҫыр өсөн,
Уны ташлап алыҫ киткәнгә,
Тыуған ауылыңа ҡайтҡан кеүек
Ҡайтып булһа ине үткәнгә.
Әгәр ҡайтып булһа, ҡайтып булһа,
Осор инем бала сағыма,
Мин талпынып ҡайтып етер инем
Ҡайғы белмәҫ ғәмһеҙ сағыма.
Бетерә ярҙарына йүгереп килеп
Ташланыр ҙа инем йылғама,
Балыҡ кеүек уйнап йөрөр инем,
Һыу сәсрәтеп һаман көлөр инем
Күңелем шат, ғәмһеҙ булғанға.
Ҡайтып булһа ине... Йәки иһә
Ҡайтараһы ине үткәнде,
Мин ҡайтарыр инем ер аҫтынан
Әсәйемде, ғүмер биргәнде.
Алыҫтарҙа йөрөп, һағындырып
Ҡайтҡан кеүек күреп әсәмде,
Муйынына һырылып һөйләр инем,
«Үлгән» тигәндәргә ышанмайса,
Гел һағынып уны көткәнде.
Һөйләр инем бағып күҙҙәренә,
Һөйөр инем уның битенән.
Аһ! Ҡайтараһы ине үткәндәрҙе,
Ҡайтараһы ине киренән.
Әгәр ҡайта алһам йәшлегемдең
Аяҡ баҫҡан мәленә тормоштоң,
Ирек ҡуймаҫ инем ярһыуына
Ваҡытлыса булған һағыштың.
Ят берәүгә: “Һөйәм!” – тимәҫ инем,
Әгәр белгән булһам, йәшлегем
Дауылында шашып ярһыу менән,
Уттарында дөрләп яныу менән
Ысын һөйөү алда көткәнен.
Алмаштырмаҫ инем һис бер нигә
Алдағыны ярһып көткәнде,
Тик шулай ҙа бары бер минутҡа
Ҡайтараһы ине үткәнде.
Аһ! Ҡайтараһы ине үткәнде...
 
Айһылыу Ураҙгилдина.
Баймаҡ ҡалаһы.


* * *
 
Бер саҡ өйрәк бәпкәһенең
Булған, ти, тыуған көнө.
Инә өйрәк ҡош-ҡорттарҙы
Һыйлаған көнө-төнө.
Ҡоштарҙа ла була икән
Тәмленән-тәмле һыйлау,
Бигерәк тә тәмле булған
Игенле-тары былау.
Ҡунаҡтар ҙа буш килмәгән,
Бүләккә – һабын, йыуғыс.
Ап-аҡ булып таҙарынған
Бәпкә бер саҡ йыуынғас.
Инде үҙе ҡыуанған, ти,
Мин таҙа, пак-пак үҙем.
Шунан ҡалған өйрәктәрҙең:
«Баҡ-баҡ», – тигән бер һүҙе.
 
Зәйтүнә Күлдибаева.
Ишей ауылы.


Юлсы

Йыһан үҙе сикһеҙ диңгеҙ,
Диңгеҙ төбөндә нимә?
Йыһанда мин дә йөҙәмен,
Иҫкерә йыл да кәмә.
Йондоҙҙарҙы күҙәтәмен,
Ҡош Юлы – көмөш баҫма.
Йөрәк серен сисеп була,
Баҫманың сере башҡа.
Мөғжизәле Ҡош Юлы –
Сикһеҙ ғаләмдә дуға.
Мине үҙенә саҡыра,
Тимәк, кәрәкмен уға.
Ҡош Юлы – йыһан толомо,
Йондоҙҙар – алтын сулпы.
Йылдам ғына юртып барам,
Мәңгелектә мин – юлсы.
 
Әкрәм Ҡәйепҡолов.
Икенсе Этҡол ауылы.


Сабый монологы

...Тыңламағыҙ ҡолағығыҙҙы эскә ҡуйып! Ниндәй иҫәрҙәр һорауы ул? Кәрәкмәй! Малаймы мин, әллә ҡыҙмы? Малай мин, малай! Әллә ҡыҙыҡаймы? Бындай ҡараңғыла аңламаҫһың да. Әсәкәйем егет булыуымды бик теләй. Малай булыуы яҡшыраҡ – ул бер ҡасан да кейәүгә сыҡмаясаҡ, ти. Ә мин, ни өсөндөр, теләмәйем. Мужиктар бөтәһе лә нормаль түгелдәр кеүек. Олатайым, мәҫәлән. Ярты сәғәт һайын: “Башланды, башланды! Ярҙам саҡырығыҙ, тиҙ ярҙам!”, – тип ҡысҡыра. Бына бишенсе ай инде шулай көн һайын ҡабатлана. Атайым да эшкинмәгән. Мин яралып өс ай үткәндән һуң беҙҙе ташлап китте. Билдәһеҙ әле мин кемдең балаһы, тей. Нисек инде кемдеке? Нимә? Мин иҫләмәй, тип уйлайһығыҙмы? Белгегеҙ килһә, мин һәр ҡайһығыҙҙың тауышынан, аҙымынан таныйым – алдаша алмаҫһығыҙ!
Әллә мин ҡыҙыҡаймы? Бигүк ҡыҙыҡай ҙа булғы килмәй әле. Ярай, әйтәйек, өләсәйем әлегә нисауа. Ул ашханала эшләй. Ул булмаһа, әсәй менән беҙ әллә ҡасан уҡ астан үлгән булыр инек. Йомарт әбейем был турала беҙгә йыш ҡына иҫкәртеп тора. Ә әсәйемдең әхирәттәре һуң? Тс-с... Ишетеп ҡалмаһындар! Яратмайҙар улар мине! Әсәйемде минән арынырға ҡоторталар. Ниндәй насарлығым тейҙе һуң уларға? Әгәр ҡыҙ булып тыуһам, улар кеүек бәхетһеҙ буласаҡмын, тиҙәр. Әгәр мужик булһам, алдан уҡ был хайуанды юҡҡа сығарыу хәстәрлеген күрергә кәрәк, йәнәһе.
Ана, тағы минән ҡотолоу юлын өйрәтергә килделәр. Уларҙың кәңәше буйынса әсәй менән горчица ҡушылған ваннала ултырҙыҡ, бер ус дарыу йотоп ҡараныҡ. Тегеләр кисә хатта ен-пәрей булып кейенеп ҡурҡытып та алдылар. Әсәйем ҡурҡышынан тотлоға башланы, минең көлә-көлә эсем ауыртып бөттө, саҡ сығып османым. Ә бөгөн, серләшкәндән һуң, шкаф башынан һикерергә ҡарар иттеләр. Бер... Ике... Өс! Остоҡ! Хәтәр, әй! Самолеттағы кеүек. Тик әсәйем генә йәл – миңә рәхәт, ә ул “посадка” ваҡытында янбашын ауырттырып бөттө. Алйот бисәләр, бушҡа тырышаһығыҙ! Мин бынан һис ҡасан да сыҡмайым. Унда мин нимә күрмәгән? Нимә бар миңә һеҙҙең донъяла? Хәсрәттәрегеҙ, проблемаларығыҙмы? Ҡыҫҡаһы, ҡабырғаларға сат йәбештем. Һуңғы көсөмә ҡәҙәр торасаҡмын!
... Бына хәҙер әсәйем сиратта тора. Этешәләр, төртөшәләр, аяҡҡа баҫып бөттөләр, хаҡтарға ҡарайҙар ҙа күҙҙәрен ҡыҫа биреп: “Күпме тора? Күпме?” – тип ҡат-ҡат һорайҙар. Эй, артта торған әҙәм! Эткеләмә беҙҙе үҙеңдең ҙур ҡорһағың менән. Һин дә беҙҙең кеүек ауырлымы әллә? Шулай булһа, ниңә бәпәйең ҡыҙыҡ ҡына бүлкелдәй ул? Батып барамы әллә? Алда торған иптәш, һеҙ ҙә баҫмағыҙ әле эсемә! Минекенә түгел – әсәйемдекенә! Һе! Ғәфү үтенгән булды. Ул беҙҙән көлә лә баһа! Сумканы ҡулына алып беҙгә ярҙам итергә булды. Телефон һорай. Беренсе күреүҙән ғашиҡ булдым, тей. Беҙҙең заманда кемдең тәү ҡараштан ғашиҡ булғаны бар? Әгәр икенсе ҡараштан, йә өсөнсөнән булһа – аңларға булыр ине.
Ах! Әсәйем телефонын бирмәне! Өҫтәүенә алданы ла. Йәнәһе, ире уҫал һәм көнсөл. Ә минән һораныңмы? Бәлки, мин ошондай атай тураһында 9 ай буйы хыялланғанмындыр, ә уның артыҡ телефоны табылманы. Әй, иптәш, туҡта! Һин минең иҫәркәйгә ышанма, миңә ышан! Юҡ беҙҙең иребеҙ, юҡ! Беҙгә ир кәрәк! Атай! Атаҡайым!.. Зараза! Китте! Быныһы ла китте. Сумканы ла үҙе менән алып китте... Тулҡынланыуынандыр инде, моғайын.
Шул саҡ әсәйем ниңәлер тулҡынлана башланы. Ой, әсәкәйем! Башланды шикелле.. тегге ней... нисек әле? Тулғаҡ! Ана, әсәкәйем нисек ҡысҡыра! Ҡайһылай ыҙалай, бахырҡай! Юҡ, барыбер сыҡмайым!
Ә быныһы кем? Теймә беҙгә! Һинең гинеколог булыуың минең өсөн барыбер. Сығырға?! Хәҙер! Тотоғоҙ! Кемгә унда кәрәгем бар минең? Үҙең бында ин!
Ә был нимә? Йылы ғына, йомшаҡ ҡына... Әсәйемдең ҡулы! Ул мине һыйпай икән. Тимәк, әсәй мине ярата! Тимәк, мин кемгәлер кәрәкмен! Ә һин, гинеколог, ишетәһеңме? Ярай, һеҙҙеңсә булһын, мин сығам. Тик ҡулдарығыҙҙы алығыҙ! Алығыҙ, тим! Һин миңә нисек дөрөҫ тыуырға өйрәтмә, йәме! Ситкәрәк китеп торһаң, бигерәк яҡшы булыр. Атыу һинән спирт еҫе борҡоп тора, күҙҙе лә асып булмай. Йә инде, был ҡаңғырыҡта ҡайһылай сығырға икәнен дә онотоп торам: аяҡтар менән алғамы, әллә баш менәнме? Ә-ә, баш менән бит әле!
Шулай итеп, минең сығыш! Үә-ә-ә! Йә, нимә ҡарап ҡаттығыҙ! Үә-ә-ә! Ҡул сабығыҙ! Алҡышлағыҙ мине!!!
 
Рәмил Мәхмүтов.
Аҡморон ауылы.
Махсус битте Айгөл Иҙелбаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.