11 июл. 2012 г.

Күсмә ҡабул итеүҙәр


Ҡулланыусылар үҙ хоҡуҡтарын беләме?

 
Һәр кемебеҙ нимәнелер һатып алғанда йәки төрлө хеҙмәттәр менән файҙаланғанда закон буйынса ҡулланыусы булып тора. Ҡулланыусылар берлегенең бөтә донъя ойошмаһы билдәләүенсә, ҡулланыусыларҙың төп хоҡуҡтары түбәндәгеләр: мәғлүмәт алыу, хәүефһеҙлек, һайлау, һинең фекерең менән иҫәпләшеүҙәре, зыянды кире ҡайтарыу, ҡулланыусылар белеме алыу, төп ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү һәм тирә-яҡ мөхиттең таҙалығы. Күп ваҡыт ҡулланыусылар үҙ хоҡуҡтарын белмәү, кеше менән “яманлашырға теләмәү” йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында етештереүселәрҙән, һатыусыларҙан, төрлө хеҙмәт күрһәтеүселәрҙән отолоп ҡала.
 
Ошо тәңгәлдәге һорауҙар буйынса уҙған йомала Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе И.И. Әхмәтшин муниципаль район хакимиәтендә граждандарҙы шәхси ҡабул итте. Уның менән бергә дәүләт комитетының хоҡуҡи эштәр бүлегенең әйҙәүсе советнигы Ш.Ө. Ҡобағошева һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге начальнигы Н.Г. Николаева ла килгәйне. Бер көн алдан ғына эшҡыуарҙар өсөн махсус семинар үткәрелеү сәбәпле, ҡабул итеүгә кеше әҙ килде.
 
Ҡаланың Яр буйы, 11-се һанлы йортонда йәшәүсе пенсионер ҡатын һыу скважинаһы ҡаҙҙырып та, уның менән әле булһа ҡуллана алмауы хаҡында бәйән итте. “20 мең һум тирәһе аҡса түктем, тик һаман да скважиналағы һыу таҙармай, иҫке торбалар ҡуйылғайны, әллә шуның касафаты микән? Һыу ҡаҙған кеше – оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә эшләгән эшҡыуар – минең менән һөйләшергә лә теләмәй”, – тине ул. Илдар Илдус улы был хәлде мутлашыу факты, тип атаны һәм эште судҡа еткереү өсөн дәғүә ғаризаһы әҙерләшеүҙә һәм артабан оҙатып барыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.
 
Ҡабул итеүгә килгән икенсе бер апай йортоноң залына евротәҙрә ҡуйҙырыуы, тик унан һыуыҡ килеүе, һыуланыуы һәм боҙланыуы тураһында һөйләне. Евротәҙрәләр ҡуйыу менән шөғөлләнеүсе эшҡыуар был проблеманы белә, тик ул килеп тә ҡараманы, бер ниндәй ҙә яуап юҡ, тине ул. Дәүләт комитеты рәйесе һәм белгестәре был мәсьәлә буйынса ла ҡулланыусының хоҡуғы боҙолған, шуға ла кәрәкле документтар йыйырға һәм судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән фекергә килде.
 
Күсмә ҡабул итеүгә килгән шәхси эшҡыуар ҡалала асылған “Магнит” магазиндарының клиенттарҙы бары тик үҙенә йәлеп итеүе хаҡында һөйләне. “Был баҙар ҡануны, төрлө магазин селтәрҙәре алдан килешеүҙәр нигеҙендә башҡарыла, шуға бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ. Һеҙгә икенсе профилдә эшләргә, яңы хеҙмәт төрҙәре менән шөғөлләнергә кәңәш итер инем. Әйткәндәй, Баймаҡта 7 “Башспирт” магазины эшләүе мине аптыратты. Бәләкәй генә ҡалала шунса араҡы магазины?! Был бит бик етди мәсьәлә”, – тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты И.И. Әхмәтшин.
 
Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһында: хәл итәһе мәсьәләләр етерлек.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.