13 июл. 2012 г.

Мәҙәниәт

Көйөргәҙелә – ҡурайсылар йыйыны


Ҡурай әүәл-әүәлдән башҡорт халҡының ҡорҙа – моңдашы, яуҙа юлдашы булған. Ҡурай моңо быуындан-быуынға тапшырылып, халҡыбыҙҙың йөҙөн һәм йәшәйешен сағылдырып килә. Республикабыҙҙа милли музыка ҡоралы сәнғәтен артабан үҫтереү, яңы үрҙәргә күтәреү маҡсатында төрлө бәйгеләр, саралар йыш үткәрелә.

Шундай матур байрамдарҙың береһе ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Йәрмәкәй ауылы янында ойошторолдо. Ҡурайсылар йыйынын уҙғарыу 1912 йылдан матур йолаға әүерелә. Был тәүге йыйында 1000 ҡурайсы йыйылһа, бер быуат үткәс, 2012 йылдағы 11-се оло йыйында Башҡортостандың 30 районы, 8 ҡалаһынан, Ырымбур, Һамар өлкәләренән килгән 2356 ҡурайсы ҡатнашты.
Йыйын ҡурайсылар парады менән асылды. Көйөргәҙе яланын меңләгән ҡурайсы күкрәгенән сыҡҡан мәшһүр “Урал” моңо иңләп алды. Артабан театрлаштырылған тамаша аша тарихтың 1812 йылғы ваҡиғалары күрһәтелде. Съезда ҡурайсылар бер-береһе менән яңылыҡтар, фекерҙәр менән бүлештеләр, иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Әйтергә кәрәк, Баймаҡ районынан иң күп ҡурайсылар исемлеге төҙөлгәйне – 425 кеше. Йыйынға делегат булып 40  моң оҫтаһы барҙы. Шуныһы үҙенсәлекле, беҙҙең ҡурайсылар бик әүҙем. Республика кимәлендә уҙғарылған бәйгеләрҙә улар ҙур теләк менән ҡатнаша, һәр ваҡыт призлы урындарҙы яулай.
Район һәм ҡала ҡурайсылары йыйынға барыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн район етәкселегенә, шәхсән хакимиәт башлығы Илшат Хәмит улы Ситдыҡовҡа ҙур рәхмәт белдерә.
Ирек Мырҙаев,
Буранбай сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле етәксеһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.