4 июл. 2012 г.

Йылы һүҙ – йән аҙығы

Уңғандарға уңыш үҙе йылмая


Эшһөйәр ҡыҙҙар һәм улдарыбыҙ менән еребеҙ матур. Шундай гүзәл заттарҙың береһе – Мерәҫ мәктәбе уҡытыусыһы Фәниә Раева хаҡында һүҙем.

Ул гүзәл тәбиғәтле Буранбай ауылында Минниямал һәм Ғәйзулла Раевтар ғаиләһендә донъяға килгән. Ауылда 9 йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Сибай педколледжының башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү бүлегендә уҡый. Артабан Сибай институтында юғары белем ала.
2001 йылда Мерәҫ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә килә. Кирам Килдейәров исемле егетебеҙгә кейәүгә сығып, әлеге мәлдә ике бала үҫтерәләр. Улдары Ислам икенсе класты тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы, ә Илсиәгә ни бары 5 кенә йәш. Фәниә үҙе бәйләргә, бешеренергә ярата. Кирам Төмән өлкәһендә электр монтеры булып эшләй.
Фәниә Ғәйзулла ҡыҙы Мерәҫ мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Мәктәптә бәйләү буйынса “Оҫта ҡулдар”, әҙәбиәткә маһир уҡыусылар өсөн “Бөрөләр” түңәрәктәре алып бара. Уҡыусылары төрлө район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Республика “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә Ильяс Дауытбаевтың беренсе урын яулауы ауыл ғына түгел, районыбыҙ өсөн дә оло шатлыҡ булды. Фаяз Килдейәров “Республикама дан йырлайым”, “Урал батыр” эпосы буйынса сценарий яҙыу район конкурстарында  өсөнсө урындарҙы яуланы.
Ағаһы, күренекле шағир Рәйес Түләк иҫтәлегенә Фәниә Раева былтыр Буранбай мәктәбендә уның исемендәге премия булдырҙы – башланғыс һәм юғары кластарҙан берәр яҡшы уҡыусыға үҙе тапшыра. Был изге башланғыс мәктәптең матур йолаһына әүерелер, тип ышанабыҙ.
Фәниә Ғәйзулла ҡыҙы ауыл китапханаһы тарафынан үткәрелгән күп сараларҙа уҡыусылары менән әүҙем ҡатнаша. Бының өсөн мин уға ҙур рәхмәтемде белдереп, эштәрендә уңыштар, ғаиләһенә именлек теләйем.
Дилбәр Яхина, Мерәҫ ауылы китапханасыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.