4 июл. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Ауыл биләмәһе башлыҡтары
тәжрибә уртаҡлашты


30 июндә Ишмырҙа һәм Әбделкәрим ауыл советы биләмәләрендә район күсмә семинар-кәңәшмәһе үткәрелде. Унда ауыл биләмәһе башлыҡтары, район-ҡала етәкселәре ҡатнашты.

Әйтергә кәрәк, бындай саралар район өсөн мөһим тәжрибәгә әүерелеп, даими рәүештә үткәрелә. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тәүҙә Ишмырҙа мәктәбен ҡараны. Уны ошо ауылда тыуып-үҫеп, БГПУ-ның физика-математика факультетын тамамлаған Р.М. Исҡужин етәкләй. Бында яңы уҡыу йылына әҙерлек бик әүҙем бара. Артабан ауыл халҡын хеҙмәтләндергән райпо магазины ҡаралды. Һатыусылар Әнисә Рәхимова (райпола 20 йылдан ашыу эшләй) менән Зөләйха Сапарова ай һайын 350 мең һумлыҡ тауар һата икән. Бында аҙыҡ-түлек кенә түгел, ә көнкүреш тауарҙары ла бар. Райпола 37 йыл эшләгән товаровед М.М. Вәхитова Ишмырҙа мәктәбенең улар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе тураһында һөйләп үтте. Ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире В.С. Йәнбәкова әйтеүенсә, бында балаларға прививка эшләү, ауырлы ҡатындарҙы ҡарау, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү кеүек эштәр яйға һалынған. Бынан тыш ҡаланан педиатр, терапевт килеп халыҡтың һаулығын тикшерә. Район буйынса уртаса ғүмер оҙонлоғо 61 йыл булһа, Ишмырҙала ул 64 йылды тәшкил итә.
Ишмырҙа ауыл биләмәһе башлығы Б.Д. Нурдәүләтов ауылға яңы һыу торбалары һалыныуы, шул мәлдә ниндәй проблемаларҙы хәл итергә тура килеүе, уларҙы булдырмау өсөн ниҙәр эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне.  
“Байҡара” агрофирмаһы ЯСЙ-һы директоры М.Ф.Үҙәнбаев һәм оҙайлы йылдар уңышлы эшләгән баш зоотехник Д.Ә. Йәнбәков һауын һыйырҙары, быҙауҙарҙы тотоу өсөн яңы урын әҙерләү, һөт һатыу, тирмәнде яңынан асыу проблемаһы менән уртаҡлашты. Агрофирманың малды ситкә һатмай, үҙҙәрендә һимертергә хәл итеүе лә айырыуса иғтибарға лайыҡ. Б.Д. Нурдәүләтов “Байҡара” агрофирмаһының һәр саҡ ярҙамға килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға рәхмәтен белдерҙе.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар Әбделкәрим ауыл биләмәһенә йүнәлде. Улар тәүҙә Ҡыуат ауылының яңы мәсетен ҡарап сыҡты. Имам-хатип Булат Солтанғолов ауыл биләмәһе башлыҡтарын кешеләргә үрнәк булып, мәсеткә, йома намаҙҙарына йөрөргә өндәне. Уҡытыусы Р.Т. Ҡунысбаева Алғаҙы башланғыс мәктәбе менән таныштырып, ауылдың бар мәҙәни саралары ошонда үтеүе тураһында һөйләне. Әбделкәрим мәктәбе иһә барыһын да заманса йыһазландырылыуы, уҡыу өсөн бар уңайлы шарттар булдырылыуы менән һоҡландырҙы. Балалар баҡсаһында ла кескәйҙәр өсөн тренажерҙарға тиклем бар, һәр бүлмә сағыу төҫтәре менән хайран ҡалдырҙы. Йәнйегетовтарҙың теплицаһы менән танышыу уңғандарҙың ауылда ла етеш, мул тормошта йәшәй алыуын тағы ла дәлилләне. Ғаилә мул уңыш алып, йәшелсә менән күптәрҙе тәьмин итә, һәр ҡала баҙарына һатыуға сыға.         
Сараның пленар өлөшөндә ауылдарҙы төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү, яңы уҡыу йылына, ҡышҡа әҙерлек мәсьәләләре күтәрелде. Мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Г.Х. Йыһаншина ремонт эштәренең нисек барыуы, күпме аҡса бүленеүе һәм ҡасан тамамланасағы тураһында отчет яһаны. Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы М.И. Ғүмәров һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге үҙгәрештәр менән таныштырҙы һәм хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең вафат булыуына борсолоуын белдерҙе. Баймаҡтарҙы иң һөйөндөргәне быйыл, ниһайәт, компьютер томографияһы, телемедицина һәм 3 яңы “Ашығыс ярҙам” машинаһы киләсәге булғандыр.
Район Советы секретары Р.З. Ишбулатов һәр ауыл биләмәһендә комплекслы саралар булырға, кешеләр административ комиссияға саҡыртылған осраҡта ауыл биләмәһе башлыҡтарының улар менән бергә килергә тейешлеген билдәләп үтте.
Район хакимиәте башлығы И.Ситдыҡов семинар-кәңәшмә уҙған ауылдарҙа эшһөйәр, уңған халыҡ йәшәүен, уларҙың ҡымыҙ, йәшелсә һатып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән аҡса эшләүе ҡыуаныслы күренеш булыуы тураһында әйтте. Шулай уҡ район етәксеһе ҡоролоҡ мәлендә мал аҙығы әҙерләү, баҫыуҙарға бер йыллыҡ, күп йыллыҡ үлән сәсеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Ул төҙөкләндереү буйынса конкурста иң яҡшы ауыл биләмәһе тип табылған Түбә ауыл биләмәһе башлығы М.Ф. Хәсәнованы ҡотлап, уға күсмә вымпелды 
тапшырҙы.
Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар “Һаҡмар” һыуһаҡлағысын ҡараны.    
Сараны үткәреү маҡсаты тураһында һорағас, Илшат Хәмит улы: “Күсмә семинар-кәңәшмәләр ауыл биләмәһе башлыҡтары, район-ҡала етәкселәре өсөн бик тә мөһим. Сөнки ниндәйҙер проблема йәки ҡаҙаныштар тураһында ишетеү – бер, ә уларҙы урынында барып күреү –  бөтөнләй икенсе. Беҙ күсмә ултырыштарҙы былтыр яҙ башлағайныҡ. Әлбиттә, хәҙерге ваҡытта ауыл биләмәләренә ҙур иғтибар бүленә. Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр бихисап әле. Кәңәшмәлә төҙөкләндереү, һыу, газ үткәреү, клуб, мәктәп, балалар баҡсаһын ремонтлау, ҡышҡа әҙерлек һ.б. ҡарала. Сара төрлө ойошма-учреждение етәкселәре менән берлектә булғас, ауыл биләмәһе башлыҡтары ошонда уҡ үҙҙәрен борсоған һорауға яуап алыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә”, – тине.
Эйе, тәжрибә уртаҡлашып, артабан тағы ла янып, дәртләнеп эшләгән ауыл биләмәһе башлыҡтарына ауыр хеҙмәттәрендә уңыштар ғына теләге килә. 
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһында: Ҡыуат мәсете янында

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.