16 июл. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!


1 июндә республикала һыу инеү миҙгеле рәсми асылғайны. Пляждарҙы һәм күмәк ял итеү урындарын һыу инеү миҙгеленә әҙерләү, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн уларҙың хужалары (шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар һәм муниципаль берәмектәр) яуап бирә.

Һыуҙа айырыуса балаларҙың хәүефһеҙлегенә етди иғтибар бирергә кәрәк. Уның өсөн иң тәүҙә балалар һыу инә торған урынды билдәләү, тейешле ҡоролмалар булдырыу зарур. Шулай уҡ балалар араһында аңлатыу эштәре алып барыу ҙа мотлаҡ. Ололар билдәләнмәгән урындарҙа балаларҙың һыу инеүенә, һыуҙа шаярыуына, йөҙөү өсөн тәғәйенләнмәгән предметтар менән һыуға төшөүенә юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Һыу буйында урынлашҡан ял лагерҙарында һәм башҡа балалар учреждениеларында акватория төбө водолаздар тарафынан тикшерелергә һәм хәүефле әйберҙәрҙән таҙартылырға тейеш. Бынан тыш, был учреждениеларҙа мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы һәм бәләкәй класс уҡыусыларын йөҙөргә өйрәтеү өсөн тәрәнлеге 0,7, үҫмерҙәр өсөн 1,2 метрҙан артыҡ булмаған махсус һыу инеү участкалары була. Участкалар ҡойма йәки тростарға беркетелгән ҡалҡыуыстар менән уратып алына. 2 метр тәрәнлектәге һыуға 12 йәште үткән һәм яҡшы йөҙә белгән балаларға ғына төшөргә ярай. Был урындар ҙа бер-береһенән 25-30 метр аралыҡта булған ҡалҡыуыстар менән билдәләнә. Быларҙан тыш, лагерҙар һәм башҡа балалар учреждениелары пляждары санитар талаптарға яуап бирергә, ҡоро яҡтан рәшәткә ҡоймалар менән уратып алынырға тейеш. Һыуға төшкән урында һәр 25 метр һайын ҡотҡарыу түңәрәктәре һәм “Александров бауы” тигән махсус ҡотҡарыу арҡаны ҡуйылған бағаналар урынлаштырыла. Лагерҙар биләмәһендә һыу инеү ҡағиҙәләре, бәхетһеҙ осраҡтарҙы профилактикалау, һыу һәм һауа температураһы, ел көсө һәм йүнәлеше тураһында мәғлүмәттәрҙе туплаған стендтар булырға тейеш.
Пляж территорияһында медицина пункты, ҡояштан һаҡланыу өсөн махсус урындар булдырыу мотлаҡ. Балаларҙы 10 кешенән артмаған төркөм менән 10 минуттан да артыҡ һыу индерергә ярамай. Уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн йөҙөү буйынса инструктор яуап бирә. Әгәр штатта йөҙөү буйынса инструктор юҡ икән, лагерҙар пляжын эксплуатациялау ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ йөҙә белгән һәм белмәгән балаларҙы һыуға айырым төшөрөргә кәрәк. Һыу инеүсе балалар дежур тәрбиәселәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең даими күҙәтеүе аҫтында булырға тейеш. Балаларға баҫҡыстарҙан, күперҙәрҙән һыуға сумырға, билдәләнгән һыу сиктәренән ситкә сығырға рөхсәт итергә ярамай.
Балалар һыу ингән урында сит кешеләрҙең булыуы, кәмә һәм катерҙарҙа йөрөү, уйындар һәм спорт саралары уҙғарыу ҙа тыйыла. Шулай уҡ балалар һаны буйынса йөҙөү таҡталары, ҡайыштары, резина түңәрәктәр, 2-3 электр мегафоны булыуы мотлаҡ. Поход, экскурсиялар ваҡытында балаларҙы һыу индереү өсөн һай, тимер бағаналар, осло таштар, ылымыҡ һәм төбөнә ләм ултырмаған һыу ятҡылыҡтарын һайларға кәрәклеген онотмағыҙ.
Й. Йәғәфәров,
муниципаль район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса сектор мөдире.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.