6 июл. 2012 г.

“Йәшел ураҡ”

Бар өмөт – ямғырға


Көндәрҙең эҫе тороуы, яуым-төшөмдөң булмауы бар тереклек өсөн афәткә әйләнде. һуңғы йылдарҙа ҡабатланып килгән ҡоролоҡ ауыл хужалығы тармағына ла етди һынау ҡуя. Шулай ҙа эшсәндәр бирешмәй, бурыстарын мөмкин тиклем теүәл үтәргә тырыша. Быны беҙ шишәмбелә Салауат исемендәге АХК-ла барған эштәр миҫалында ла асыҡ күрҙек.
 

Әлеге ваҡытта кооператив эшсәндәре бесән әҙерләү менән мәшғүл. Күп йыллыҡ мал аҙығы культуралары йәмғеһе 1079 гектарҙа урынлаштырылған. Унан тыш бер йыллыҡтар – 250 гектарҙа кукуруз, 140 га судан үләне, 257 га сенаж өсөн тәғәйенләнгән һоло һәм арпа бар.
 
Сабыуға хужалыҡ яңы-раҡ үткән ямғырҙарҙан һуң тотонған. Ҡоролоҡ һөҙөм-тәһендә үләндең төшөмө насар, гектарына биш-ете центнер тәшкил итә. Әле 200 гектарҙа эштәр тамамланған (планға ҡарата 20%), көндәлек норма 20 гектар тәшкил итә.
 
Бесәнселәр бригадаһында барлығы 7 берәмек техника иҫәпләнә. Сабыуҙа “МТЗ-82” тракторында КПП-4.2 агрегаты менән Рәйес Кәримов, тырматыуҙа – Зәбир Рамаҙанов, ташыуҙа Камил Дисәнов, Әхмәр Кәйекбирҙиндар йөрөй. Хужалыҡтың үҙ техникаһы менән бер рәттән “Урал аръяғы” МТС-ының үҙйөрөшлө “МакДон” сапҡысы ла йәлеп ителгән.
 
Әлегә һаҡлау урынында 450 центнер бесән тупланған. Мал аҙығын эҫкертләүҙә Айрат Күсиев һәм уның ярҙамсыһы Әхмәр Күсиевтың тырышлығы ҙур.
 
Бесәндән һуң кооператив эшсәндәре сенаж туплауҙы башлаясаҡ. Әле уға тәғәйен үлән етерлек күләмдә үҫмәгән, шуға ла бар өмөт – ямғыр яуыуға ғына тороп ҡала.
 
Мал аҙығы әҙерләүҙән тыш, әле хужалыҡ эшсәндәре тарафынан 180 гектарҙа пар ере эшкәртелгән. Әйткәндәй, 160 гектарҙағы ужым арышының сығышы яҡшы. Уның уңышы фуражға китәсәк. Салауаттар шулай уҡ көҙгө сенажға һалыу һәм малдарҙы өҫтәлмә туҡландырыу өсөн рапс сәсәсәк.
 
Дөйөм алғанда, Салауат исемендәге АХК хеҙмәтсәндәре мал аҙығы туплауға бар тырышлығын һала. Хужалыҡ етәкселеге лә, бөтә ресурстарҙы ҡулланып, кооперативта булған 1200 баш һыйыр малы, 76 баш йылҡыға етерлек аҙыҡ туплауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
 
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотоһында: Әхмәр һәм Айрат Күсиевтар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.