17 июл. 2012 г.

Хаттарҙан юлдар

10 июнь төнгө сәғәт 2-4 тирәһендә, гараждың йоҙағын боҙоп, машинамды алып сығып киткәндәр.
 

ЮХХДИ-ға хәбәр иткәс күп тә үтмәй килеп, тикшерә башланылар. Һуңынан бурҙарҙы табып, миңә алып килеп күрһәттеләр. Күргәс, аптырауға ҡалдым, сөнки улар 4-се, 6-сы, 8-се класс уҡыусылары ине. Ата-әсәләр балаларын киске 11-ҙән һуң урамға сығармаһын ине. Ҡөрьән хәҙистәрендә: “Тамуҡтан ҡамсы ҡотҡарыр, тәртипһеҙлекте, бурлыҡты сыбыҡ туҡтатыр”, – тип юҡҡа әйтелмәгән бит. “Ҡараҡтың ҡулын киҫегеҙ!” – ти динебеҙ. Күптәр: “Сулаҡтар күбәйер”,-тип ҡаршы төшөр. Уның ҡарауы киләсәк быуындың ҡулдары имен булыр. Эскелекте, енәйәтселекте, тәртипһеҙлекте тик дин ярҙамында туҡтатып булыуын онотмайыҡ.
 
Оператив эш иткән Баймаҡ ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, һаулыҡ насип итһен һеҙгә!
 
Зәйнетдин ҒӘЛИН.
Байым ауылы.  
 

* * *


“Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел”, – тиелә халыҡ мәҡәлендә. Ысынлап та, телде нисек ҡулланыуыбыҙ тормошобоҙға ниндәйҙер кимәлдә үҙгәреш, төҫ бирә. Ә бит беҙҙең шундай яғымлы, һығылмалы, бай телебеҙ булыуы — ниндәй ғорурлыҡ. Уны үҙ файҙабыҙға ҡулланыу зарур. Матур, әҙәпле, мәғәнәле һүҙҙәр менән телмәребеҙҙе, телебеҙҙе матурлап, тормошобоҙға ни тиклем йәм, биҙәк бирә алабыҙ. Эйе, тел ярҙамында ғына тормошто ҡырҡа үҙгәртергә мөмкин. Был бик ябай. Изге, мәғәнәле һүҙҙәр ҡулланып һөйләшеү янығыҙға изге уй-ниәтле кешеләрҙе генә йәлеп итер. Боронғо йолаларға күҙ һалғанда ла өшкөрөү, яңы тыуған балаға матур теләктәр әйтеү, тынысландырыу, йоҡлатыу булған. Ә яратмаған кешегә ләғнәт яуҙырғандар. Был донъя бумеранг төҫлө. Ҡылған эштәрең икеләтә, хатта унлата әйләнеп ҡайтыуы бар. Шуға күрә тирә-яҡҡа изге эштәр, ярҙам, бәхет, йылылыҡ, мөхәббәт таратырға кәрәк. Эргә-тирәбеҙҙе шундай кешеләр уратһа, донъябыҙ, тормошобоҙ ни тиклем йәмләнер, матурайыр ине.
 
Алһыу КҮСӘБАЕВА,
БДУСИ студенты. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.