6 июл. 2012 г.

Яңылыҡтар

Халыҡты ҡабул итеү

6 июлдә сәғәт 2-лә муниципаль район хакимиәте бинаһында (Баймаҡ, С.Юлаев проспекты, 36, видеоконференция залы) БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Илдар Илдус улы Әхмәтшин граждандарҙы ҡабул итеү ойоштора. Үҙегеҙ менән шәхесте аныҡлаусы документ алып килергә кәрәк.
Белешмә өсөн телефондар: 3-10-07, 3-10-15.

Асфальт һалына

“Мегаполис” сауҙа комплексы янынан үткән юлдың яҡшырыуына, асфальт түшәлеүенә ҡалала йәшәүсе һәр кем иғтибар иткәндер. Һуңғы ваҡытта Баймаҡ ДРСУ-һы был эшкә етди иғтибар бирә. Коммунистик урамы, С.Юлаев проспекты буйлап күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан магазиндар алды, “Күбәләк” балалар баҡсаһы яны, Чекмарев урамындағы йорт араһындағы юлдар төҙөкләндерелде. Был эш артабан да дауам итәсәк.

“Мөхәббәт ағасы” тергеҙелде

Салауат Юлаев исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында эшләгән “Тылсымлы донъя” балалар аттракционы ҙур ҡалаларҙан һис тә ҡалышмаған уйын, күңел асыу хеҙмәттәре тәҡдим итә. Тирҙа, дартста мәргәнлеккә ярышыу, электромобилдәр, самокат, роликлы конькиҙәр прокаты, батутта һикереү, төрлө уйындар, “тере мөйөш”, ял итеү бүлмәһе һәм башҡалар бының эсенә инә. Әйткән-дәй, былтыр ҡуйылып, йәш парҙарҙы һөйөндөргән, ләкин билдәһеҙ кешеләр тарафынан юҡҡа сығарылған “Мөхәббәт ағасы” яңынан тергеҙелде.

Ярҙам итегеҙ!

Хөрмәтле райондаштар!
Һаҡмар ауылында йәшәгән икенсе төркөм инвалиды Нуридә Яҡуповаға ашығыс рәүештә операция талап ителә. Ил төкөрһә – күл була, тиҙәр. Нуридәнең туғандары райондаштарының уға ярҙам итеүен үтенә. Медицина ярҙамы талап ителеүе тураһындағы документтар бар. Кем күпме бирә алһа ла, Яҡуповтар уларға ысын йөрәктән рәхмәтле буласаҡ.
Һаҡлыҡ банкыһындағы иҫәп һаны 42307 810006522553176.
Яҡупова Нуридә Ғәлиәхмәт ҡыҙы өсөн.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.