23 июл. 2012 г.

РӘСМИ БҮЛЕК

    Бушлай ер бүлеме биреү тураһында

    2012 йылдың икенсе яртыһында республикабыҙ райондарының барыһында ла тиерлек күп балалы, шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары күпләп бирелә башлаясаҡ.
   
    РФ Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева күп балалы ғаиләләргә ер участкалары биреү тураһындағы һорауына Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Р.К. Исҡужиндан шундай яуап алды. Атап үткән программаны бойомға ашырыу барышы тураһындағы бихисап һорауҙар менән депутатҡа, шул иҫәптән рәсми сайт аша (www.smurzabaeva.ru) мөрәжәғәт итеүселәр күп булды.

    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2011 йылдың 14 июнендәге “Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенә булышлыҡ итеү тураһында”ғы федераль законға һәм Рәсәй Федерацияһының Ер кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 138-се федераль закон менән өс һәм унан күберәк балалары булған граждандарға шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер алыу хоҡуғы бирелде. Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы тарафынан быға тиклем ғәмәлдә булған ҡануниәткә төҙәтмәләр индерелде, уға ярашлы, был категорияға ҡараған граждандар муниципаль фондтан да ер алыу хоҡуғын юғалтманы. Элек күп балалы ғаиләләр ер участкаһы алған осраҡта торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса сираттан төшөп ҡала ине.
    БР Законы менән ер участкалары биреү тәртибе, күләме билдәләнгән, муниципаль райондар һәм ҡалалар хакимиәттәренә ер комиссиялары төҙөү, йорт һалыуға бушлай ер участкаһы алыуға хоҡуҡлы граждандарҙың иҫәбен алып барыу бурысы йөкмәтелгән. Ер ҡануниәте нормаларын бойомға ашырыу маҡсатында 2011 йылдың 8 ноябрендә БР Хөкүмәте ҡарары менән ер алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге раҫланған.
    – Әлеге ваҡытта 3 һәм унан күберәк балаһы булған граждандарға биреү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙе межалау буйынса кадастр эштәре башҡарыу өсөн муниципаль район һәм ҡалалар бюджеттарына республика ҡаҙнаһынан субсидия рәүешендә 67726 мең һум аҡса күсерелгән. Бында шуны әйтергә кәрәк: документтар тултырыу өсөн ғаиләләргә аҡса түләргә кәрәкмәйәсәк, – ти Сәлиә Мырҙабаева.
    БР Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса 2012 йылдың 9 июненә ҡарата республикала өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 34 559 ғаилә бар. 10 420 кеше үҙҙәренә бирелгән хоҡуҡ менән файҙаланырға теләп ғариза биргән һәм ер участкаһы алыуға иҫәпкә ҡуйылған. 2011-2012 йылдарҙа 925, шул иҫәптән быйыл 605 ер участкаһы бирелгән дә инде.
    БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге программаның тиҙ арала тормошҡа ашыуын ер майҙандарының етмәүе тотҡарлай, тип билдәләй.  Был проблеманы хәл итеү өсөн әлеге ваҡытта ауыл-ҡала сиктәрен киңәйтеү, ер участкаларын  межалау, уларҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу һ.б. эштәр башҡарыла.
    БР Хөкүмәте тарафынан федераль законды бойомға ашырыу буйынса күрелгән саралар күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мөмкинлек бирәсәк, тип күҙаллана. 
    Сәлимә КЕЙЕКБИРҘИНА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.