25 июл. 2012 г.

ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫ

     Яҙмыштарҙа ете йәйғор төҫө


    Әсмә инәй Ырғыҙбаева менән танышыуыбыҙ бынан 14 йыл элек ҡәйнәм мине күрһәтергә килен сәйенә табын тултырып күрше-күләнен саҡырғанда булды. Күңелем менән был инәйҙе яҡын күреп ҡабул иттем.

 Балитәкләп тегелгән күлдәкле, яҙып ябынған аҡ яулыҡлы, оҙон буйлы, яғымлы ҡарашлы был инәй, алыҫ бала сағымда ҡалған, әсәйем эштә саҡта көндәр буйы мине көткән Дәүләтбикә инәйемдең сағылышы кеүек ине. Ә бына уның ваҡытһыҙ әсәләрен юғалтҡан алты баланы (!) үҙ ҡанаты аҫтына алыуын ишеткәс, Әсмә инәйҙең мәрхәмәтле, оло йөрәкле булыуына хайран ҡалдым. Өлкәненә 9, ә иң кесеһенә 2 йәш тә 8 айлыҡ ҡына сабыйҙарҙың тәү күреүҙән үк “әсәй“ тиеп ташланыуҙарын ҡыуанып ҡабул итә атай кешенең яралы йөрәге. Һәр эшкә бөтмөр, оҫта Әсмәне күрше-күләндәре, туғандары ла ярата. Яралы алты яҙмыш хаҡына яратҡан эшенән (әйткәндәй, ул шәфҡәт туташы булып эшләй) китергә лә риза булып, бөтә көсөн балалар тәрбиәләүгә бағышлай. Әсәләренең тырышлығын һиҙеп һәр балаһы мәктәптә тырышып уҡый. Өс ул һәм өс ҡыҙ янына кескәйҙәре Алһыу тыуғас, донъялары бөтөнләй түңәрәкләнә. Хисмәтулла олатай совхозда ғүмере буйына механизатор булып эшләп хөрмәт ҡаҙанһа, әсә күңелен уҡыуҙағы уңыштары менән балалары һөйөндөрә.
     Ҡош балаларылай ҡанатланып, парланып тыуған йорттан осоп таралыша балалар. Һәр ҡайһыныһы үҙе теләгән һөнәрҙе үҙләштерә. Тыуған нигеҙҙәрен онотмай ыжғыр буранлы ҡышта ла, әсе елле көҙҙә лә, ҡойоп яуған ямғырҙа ла юл табалар. Сөнки унда уларҙы һағынып атай-әсәй көтә.
     Ейән-ейәнсәрҙәре ҡыуанысына төрөнөп йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, 67 генә йәшендә Хисмәтулла олатай яҡты донъянан китеп бара. Балаларының ихлас саҡырыуын ҡабул итеп, тыуған йорт нигеҙен ҡалдырып китергә һис ашыҡмай ил инәһе.
     – Үгәй әсәй тип әйтмәһендәр өсөн бар тырышлығымды, ғүмеремде бағышланым. Иншалла, моратыма ирештем: хәҙер 20 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә өләсәй булып ултырам, – ти инәй.
     Тәҙрә төптәрен, өй янын биҙәгән аллы-гөллө сәскәләр, ҡып-ҡыҙыл суғым емешле мышар ағастары һалҡын көҙҙә күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Ярҙам һорап килгән һәр кемгә лә асыҡ йөҙлө инәйҙе тирә-яҡта быуын ултыртыусы булараҡ та беләләр. Хужабикәнең оҫталығын өй эсендәге сигелгән һөлгөләр, ҡорғандар, япмалар, аллы-гөллө ҡорама яҫтыҡтар дәлилләй.
     Тормоштар боларған, ҡиблалар-әҙәмдәр үҙгәргән тип һуҡранған заманда ла үҙ йөҙөн һаҡлаған, күркәм көнитмеше менән үрнәкле, мәрхәмәтле, ябай, бөйөк сифаттарға эйә йәндәр – Әсәләр бар әле! Матурлыҡты күрергә  өйрәнеп, илтифатлы үә мәрхәмәтле булайыҡ. Тик матурлыҡ ҡына донъяны ҡотҡарыр, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит!
     Һәмәниә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.